«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Охот диңгеҙенән «сәләм» килде…



28.05.2013 Охот диңгеҙенән «сәләм» килде…

йәки Ер тетрәү шаңдауы
Охот диңгеҙенән «сәләм» килде…
Йома. Сәғәт 12 тула. Бер ваҡыт бүлмәләге тәҙрә жалюзиҙары һелкенеп, ул­тырған урыным бәүелеп китмәһенме! Тәүге уйым – ҡапыл ҡан баҫымы “һикер­ҙе”, буғай. Хәүеф тойоп, коридорға йүгереп сыҡтым да, хеҙмәттәштәремдең бере­һенә, әллә ниңә бөтә нәмә һелкенәсе, тинем. Баҡһаң, ул да шундай нәмә тойған, имеш. Беҙҙе ишетеп, бүтәндәр ҙә килеп сығып, ниндәйҙер сәйер бәүелеү хаҡында һөйләне. Тимәк, дөрөҫ − Матбуғат йорто һелкенгән. Нимә булды был – ер тетрәүме әллә?
Тиҙ генә интернет киңлектәрендәге яңылыҡтар сығанаҡтарына күҙ йүгертәбеҙ. Бер нисә минуттан кәрәкле яңылыҡ “килеп тә сыҡты”. Ысынлап та, Өфөнөң ҡайһы бер урындарында ер аҫты һелкенеүҙәре булған. Киров, Калинин, Октябрь, Орджоникидзе, Совет райондары биләмәләренең төрлө урынында һелкенеү тойғандар. Ленин урамындағы бизнес-үҙәктән халыҡты урамға уҡ сығарғандар. Үҙәк баҙар тирәһендәге туғыҙ ҡатлы йорттар арыу ғына “бәүелгән”, хатта Республика клиник дауаханаһында ятыусылар ҙа һиҙгән.
Ҡаланың ҡотҡарыу хеҙмәтенә 30 кеше мөрәжәғәт иткән. Бәхеткә күрә, кешеләр, ғауға ҡуптарып, йүгерешмәгән, паникаға бирелмәгән. Емереклектәр ҙә юҡ. Шкала менән иҫәпләгәндә, ҡеүәт 3 – 4 балға еткән.
Ишеткәнһегеҙҙер, шул көндө Охот диңгеҙендә, бик тәрәндә, әйтеүҙәренсә, 600 километр тәрәнлектә, ер тетрәү булған. Петропавловск-Камчатскийҙан 358 километр көнсығышҡараҡ тура килгән тетрәү ҡеүәте 6,9 балл менән баһалана. Ғөмүмән, был тирәлә ер тетрәү – йыш күренеш. Әлбиттә, һелкенеүҙәр беҙгә тиклем, Якутск, Красноярск крайы, Томск, Новосибирск өлкәләре һ.б. биләмәләр буйлап үтеп, Мәскәүгәсә (2 балл ҡеүәтендә теркәлгән) барып еткән. Тимәк, Алыҫ Көнсығышта ер тетрәһә, беҙ ҙә көтәйек булып сығамы?
Әйткәндәй, 2000 йылда ла тап шундай алыҫтағы ер аҫты тетрәүе баш ҡалабыҙға килеп етеп, байтаҡ эвакуация булған икән. Етмәһә, ҡала аҫтында карст бушлыҡтары бар. Мәҫәлән, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты бинаһында инде бишенсе ер тетрәү арҡаһында һелкенеүҙәр булып, ундағы кешеләрҙе эвакуациялайҙар. Уның аҫтында элек шишмә булған да, төҙөлөш ваҡытында күмһәләр ҙә, сығанаҡ бер ҡайҙа ла китмәгән. Унда карбонат йә сульфат ҡатламдары бар. Һелкенеүҙәр тап ошондай инженер-геология шарттары насар булған ерҙә ныҡ һиҙелә.
Дөйөм алғанда, Өфө өсөн ҙур ҡурҡыныс юҡ. Әммә карст ҡатламдары, һыу юлдары, йылылыҡ торбалары бер аҙ хәүефләндерә.
Шуныһы бар – быйыл сейсмостанцияға нигеҙ һалынған. Был, төбәктә сейсмик хәл-торош ныҡлы өйрәнеләсәк, тигән һүҙҙер, моғайын. Әлегә тейешле аппаратура юҡ-юҡлыҡҡа, тиҙҙән уны алып ҡуйыу мәсьәләһе лә хәл ителһә…
Ә республикаға килгәндә, белгестәр әйтеүенсә, ер тетрәү – ерҙең ҡәҙимге бер торошо, уның Башҡортостанды урап үтмәүе бик мөмкин. Шулай ҙа хәүефләнергә урын юҡ, бер ниндәй ҙә көслө һелкенеү булмаясаҡ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әгәр ҙә бейек биналарҙа йә иҫке йорттарҙа һелкенеү тойһағыҙ, тиҙ арала унан сығырға кәрәк. Алдан уҡ бөтә коммуникация системаларын, электр ҡорамалдарын тикшереп ҡуйыу мөһим.
Әйткәндәй

1 балл – приборҙар ғына тоя.
2 – 3 балл – һирәк кешеләргә генә һиҙелә.
4 балл − күптәр тоя, бинала быяла һелкенергә мөмкин.
5 балл – йоҡлаған кеше лә уяна, бүлмәлә йыһаздар һелкенә.
6 балл – бинаның штукатуркаһы ҡойола, ярыҡтар барлыҡҡа килә.
7 балл – емереклектәр һиҙелерлек.
8−9 балл – биналар арыу ғына емерелә.
10 балл – ерҙә 1 метрға тиклем ярыҡ барлыҡҡа килә, емереклектәр ҙур.
11 балл – емереклектәр ҡот осҡос.
12 балл – ер тетрәү эҙемтәләре катастрофик хәлдә.


С. ҒАРИПОВ, Өфө ҡалаһы, Сипайлово биҫтәһе:
− Беҙҙә бик еңелсә генә һелкенеү булды, моғайын, 1− 2 балл тирәһе генәлер. Ярай әле фатир буйлап әйбер “баҫтырып” йөрөргә тура килмәне. Һелке­неүҙе бер-ике минут ҡына тойҙом.

Инна ЗАРИПОВА, Салауат ҡалаһы:
− Ленинград урамында йәшәйбеҙ. Тәүҙә ни булғанын аңлау ҡайҙа! Өйҙә өс кеше инек, етмәһә, өсөбөҙ өс бүлмәлә. Минең башым әйләнеп киткәс, ҡыҙымды саҡырҙым. Ә ул, әсәй, әллә өйөбөҙ емерелә инде, тип ҡысҡырып килеп сыҡты. Ирем ни, бөгөн көн насар, ахыры, ҡан баҫымым күтәрелдеме-төштөмө, тип тыныс ҡына ултыра. Аҙаҡ, өсөбөҙ бер юлы, елһеҙ-ниһеҙ гөлдәр, тәҙрә селтәрҙәре һелкенеүен күреп, шаҡ ҡаттыҡ. Хәлебеҙҙе һөйләп, туғандарға шылтыратһаҡ, улар күрше йортта бер ни тоймаған. Ә Губкин урамындағы улыбыҙҙың бүлмәһендә лә һелкенеү тойолған.

Таһир ҠӘҘИМОВ, төҙөүсе:
− Черниковкала йорт һалабыҙ. Әле дүртенсе ҡатта. Һелкенеүҙе бер нисә кеше генә тойҙоҡ, бик еңелсә. Күптәр белмәй ҙә ҡалды. Аҙаҡ ышанманылар. Дуҫтарҙан, таныштарҙан һорашҡайным, кемдер ун икенсе ҡатта ла тоймаған, берәүҙәрен икенсе ҡатта ла һелкенеү аптыратҡан. Камчаткала тағы ер тетрәү була, тиҙәр бит әле…

А. ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға