24.05.2013 Ылымыҡмы, ағас олономо, әллә йыланмы?..
1936 йылдың ғинуарында Ҡара диңгеҙҙә Ҡырым балыҡсыларының ауына ат башлы йәнлек эләгә. Бик ныҡ ҡурҡҡан кешеләр, тиҙ генә ауҙы ысҡындырып, хайуанды иреккә ебәрә, үҙҙәре иһә ярға ҡайта.
Билдәле яҙыусы Всеволод Иванов үҙе менән Коктебелдә булған хәл тураһында бына нимә һөйләй: «Дельфиндар көтөүе менән бухта буйлап һул яҡҡа хәрәкәт итә ине. Мин ҡарашымды уң яҡҡа күсерҙем һәм ярҙан 50 метр тирәһе алыҫлыҡта бухтаның уртаһында ғына диаметры 10 – 12 метр булған, ылымыҡтар менән ҡапланған түңәрәк таш күреп ҡалдым. Тәмәке тарта-тарта ылымыҡ йомғағын күҙәтә башланым. Күрәһең, ағым көсәйҙе, ылымыҡ үҙенең формаһын юғалта башланы. Ул оҙонайҙы. Уртаһынан йырыла башланы. Ә һуңынан…
Бөтә тәнем дерелдәп китте, баҫып торған еремдән сүгә төштөм, аяғымда баҫып торһам, был йәнлекте ҡурҡытырмын кеүек инем. Сәғәтемә күҙ һалдым. Сәғәт телдәре 1-се 15 минутты күрһәтә. Тирә-яҡта тынлыҡ. Артымда, Гяур Бах уйһыулығында ғына ҡоштар сырҡылдай.
Төрөпкәмдән төтөн борҡой. «Йомғаҡ» тағатыла бара. Тағатылып бөттө. Һуҙылды. Мин һаман уны ылымыҡ тип торам, әммә бер ваҡыт ул ағымға ҡаршы йөҙә башламаһынмы!.. Билдәһеҙ йән эйәһе, тулҡын кеүек хәрәкәттәр яһап, дельфиндар йөрөгән яҡҡа ҡарай йөҙә башланы. Баяғы кеүек бер тауыш та юҡ. Минең башҡа иң беренсе килгән уй: күҙемә күренәме әллә? Йәнә сәғәткә ҡарайым – 1-се 18 минут.
Күргәндәремде тулыһынса аңларға араның алыҫлығы һәм һыуҙа ялтыраған ҡояш нурҙары ҡамасаулай. Әммә һыу үтә күренеп торғанлыҡтан, ҡурҡыныс затҡа ҡарағанда үҙемдән ике тапҡыр алыҫлыҡтағы дельфиндарҙы яҡшыраҡ күрәм. Ул ҡот осҡос ҙур, оҙонлоғо 25 – 30 метр бар, ә киңлеге, ҡырын ҡуйһаң, өҫтәл өҫтөнөң киңлегендәй бар. Ул бер метрҙай һыу аҫтында булғанлыҡтан, тулыһынса аңлап булмай. Минеңсә, ул ялпағыраҡ формала һәм кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө аҡ, өҫтө иһә ҡара һоро төҫтә. Шуға күрә лә уны ылымыҡ менән бутағанмындыр.
Мөғжизәгә ышанмауым миңә уны тыныс ҡына күҙәтергә ҡамасауланы. Күҙемә күренәлер, тигән уй тынғы бирмәй, төрөпкәмде тотоп ҡарайым, ҡарашымды тауҙарға күсерәм, йәнә сәғәткә күҙ һалам. Ахырҙа, ни булһа ла булыр тип, күҙәтеүемде дауам иттем. Ғифрит борғолана-борғолана дельфиндар яғына йөҙөп китте. Улары иһә шул минутта уҡ юҡҡа сыҡты.
Был хәл 1952 йылдың 14 майында булды. Иң беренсе булып, тиҙерәк ярға яҡыныраҡ төшөргә кәрәк, тигән уй мейене телеп үтте. Әммә өҫтән, бейектән, миңә яҡшыраҡ күренә ине, аҫҡа төшһәм, берәй ҡая миңә уны ышыҡлар, йәиһә ул ҡасыр. Шуға күрә торған урынымда тороп ҡалдым. Мин уның дөйөм һыҙаттарын ғына күрә алдым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күҙҙәрен күрмәнем. Дельфиндарҙы ҡыуып ебәргәс, ҡурҡыныс йән эйәһе ҡабат йомғаҡҡа әүерелде һәм ағым уны уң яҡҡа алып китте. Ул йәнә ылымыҡ ҡаплаған һоро ташҡа оҡшап ҡалды.
Бухтаның урта тирәһенә барып еткәс, ул тағы яҙылды һәм көтмәгәндә дельфиндар яғына ҡарап, башын күтәрҙе. Башы йоҙроҡтай ғына, ә бына күҙҙәре күренмәне, күрәһең, улар бәләкәй булғандыр. Ике минуттай башын һыуҙан ҡалҡытып торҙо ла, ҡырҡа боролоп, башын һыуға тыҡты ла, ҡаялар яғына, күрше бухтаға йөҙөп китте.
Сәғәткә ҡарағанда, ваҡыт өс минуттан бер ине. Шулай итеп, был ҡот осҡос һөйрәлеүсене 40 минуттай күҙәтеп торғанмын икән».
Ошо ваҡиға Всеволод Ивановты был билдәһеҙ йән эйәһе хаҡында мәғлүмәттәр эҙләүгә этәрә. Ошо яҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, риүәйәттәрен яҡшы белгән Мария Семеновна Волошина (билдәле рус шағиры һәм рәссамы Максимилиан Волошиндың ҡатыны) бына нимәләр һөйләй: «1921 йылда урындағы гәзиттә, Карадаг тауы яғында әшәке йән эйәһе барлыҡҡа килгән, уны тотоу өсөн ҡыҙылармеецтар ротаһы ебәрелгән, тигән мәғлүмәт баҫылған. Йән эйәһенең ҙурлығы тураһында хәбәр ителмәй һәм уның артабанғы яҙмышы тураһында ла мәғлүмәт юҡ. Максимилиан Волошин был мәғлүмәтте гәзиттән ҡырҡып алып, Михаил Булгаковҡа ебәрә, һәм ул «Роковые яйца» тип аталған повесына нигеҙ итеп алына. Бынан тыш, Мария Волошина ауылда ла аждаһаны күреүселәр булыуы хаҡында, уның хаҡында Коктебелдә йәшәүсе сәнғәт әһеле Габричевскийҙың ҡатыны яҡшыраҡ белеүе хаҡында әйтә».
Всеволод Иванов Габричевскийҙы эҙләп таба һәм ул яҙыусыға үҙенсәлекле ваҡиғаны бәйән итә. Бер аҙ һуңыраҡ, 1986 йылда Ҡырымдан тыуған яҡты өйрәнеүсе Н. Лесина был ваҡиға тураһында уның шаһиттары колхозсы Варвара Зозуля менән ейәненән һорашып асыҡлай. Ҡатын Карадаг тауына ҡоро-һары ағас йыйырға бара. Шунда ул бығаса күрелмәгән йәнлеккә тап була. Иң беренсе уның украин телендә әйткән һүҙҙәре: «Скільки років живу, а такого не бачила!». Был ваҡиға 1952 йылдың сентябрендә була. Варвара Зозуля ҡаянан төшөп бара. Ундағы һуҡмаҡ диңгеҙҙән бер нисә метр алыҫлыҡта ғына була. Тыныс, йылы урын. Теге имәнес йән эйәһе шунда йылыла рәхәтләнеп йоҡлап ята ла инде. Ҡатын, ҡороған ағас өйөмө икән тип, саҡ уның өҫтөнә баҫмай ҡала. Хайуан уянып, башын ҡалҡыта. «Аллам һаҡлаһын! Башы бәләкәй генә, муйыны ла нәҙек кенә, ә бына арҡаһы бағана кеүек йыуан. Башы өҫкә күтәрелә бара-бара тороп баҫты, үҙе ҡойроғо менән ергә һуға. Мин һелтәнә башлағас, йомғаҡ тағатыла башланы. Нисә метр булғандыр, белмәйем. Һуңынан ул диңгеҙгә төшөп китте». Ҡатын әйтеүенсә, был йән эйәһенең ҡулдары ла, аяҡтары ла бар, ә тауышы сыйылдап ҡына сыға.