17.05.2013 Урмандарға инһәң… шырпыһыҙ ин
Рәсәй Хөкүмәте тиҙҙән йәмәғәт транспортын газға “ултыртмаҡсы”. Йәғни урам автобустарының күп өлөшөн газ яғыулығына күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Был эштә беҙҙең “милли байлыҡ” тип йөрөтөлгән “Газпром” компанияһы отасаҡ инде. Тағы вағыраҡ газ етештереүселәр, пропан-бутан табыусы нефть компанияларына уңай буласаҡ. Премьер-министр Дмитрий Медведев газда эшләгән машиналар комплекттарына таможня пошлиналары ставкаһын кәметеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Шәп яңылыҡмы?
Бөгөн илдәге автомобилдәрҙең ике проценты самаһы пропан-бутан газында йөрөй. Улар өсөн өс меңләп заправка бар. Күбәйтеү өсөн кү-үүп аҡса кәрәклеген үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Бер заправканы төҙөү яҡынса өс миллион долларға етә, тиҙәр. Мәскәүҙе генә лә газ һатыу станциялары менән етерлек тултырыу өсөн бер нисә миллиард доллар талап ителә. Эйе, газ яғыулығының өҫтөнлөгө бар – нефть табыуға ҡарағанда арзаныраҡҡа ла төшә, тотоноу ҙа уңайлыраҡ. Транспорт проекттарын анализлау буйынса эшләгән “InfraNews” агентлығы башлығы Алексей Безбородов әйтеүенсә, газ ҡулланыу автомобиль двигателен оҙайлы хеҙмәт иттерә һәм экология йәһәтенән дә ыңғай ҡараш тыуҙыра. Был тәңгәлдә бер нәмәне онотмаҫҡа кәрәк – газ баллонының шартлау хәүефе бармы? Юҡһа, яңыраҡ ҡына Мәскәүҙә автобустағы баллон шартлап, кешеләр йәрәхәтләнде лә баһа. Шуныһы ла бар – әле газ арзаная, Европа ла күмер һатып ала, йә үҙенекен тотона, шуға Рәсәйгә газды үҙебеҙҙә генә ҡулланыу отошлораҡтыр ҙа әле. Ни булһа ла булыр, был яңылыҡ ғәмәлгә ингән хәлдә һөҙөмтәһен күрербеҙ.
Бөгөн икенсе нәмә борсоуға һала. Рәсәй өсөн һәр миҙгелдең ауырлығы бар кеүек. Ҡышын ҡар-бурандар, сатнама һыуыҡтар өркөтөп, үҙенең аномалияһы менән проблемалар тыуҙырһа, яҙ ташҡыны менән килә лә, һыу баҫыуҙар ҡайғырта. Йылға ярҙарына ҡайтып тынысланып та өлгөрмәй, урманда янғындар ҡотора башлай. Етмәһә, быйыл да йәйҙең ҡоро, эҫе буласағын фаразлайҙар.
Ололарҙың, беҙ эшләгән саҡта урман улай уҡ янмай торғайны ла баһа, тигәнен ишетеп тә, тап бөгөн нишләп ағастар күп яна, тип аптырауға ҡалаһың.
Янып әрәм булырмы?
Быйыл урман янғындары иртәрәк тә башланды кеүек. Әле Тыва менән Бүрәт Республикаларында ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Тәүгеһендә – 15, икенсеһендә 16 урында янғын теркәлгән. Арыраҡ, Алыҫ Көнсығышҡа табан, 11 янғынды һүндереүгә бөтөн көс һалына, Яҡут (Саха) биләмәһендә биш ерҙә ут сыҡҡан. Был яҡта иһә Мари Иле урманындағы уттан яҡындағы ауылдың бер нисә йорто ла зыян күргән. Белгород, Волгоград, Әстерхан, Липецк, Һарытау, Тамбов, Ырымбур өлкәләре, Ҡалмыҡстан, Дағстан Республикалары ҙур хәүеф аҫтында. Рәсәйҙең 25 субъектында айырым янғынға ҡаршы тәртип иғлан ителгән.
Федераль урман хужалығы агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, аҙна башынан барлығы 49 урында урман яна. Әлегә янғын сығыуҙың төп сәбәбе – иҫке үләнде, һалам-бесәнде яндырыу, ут менән һаҡһыҙ эш итеү.
Фараздар һәм сәбәптәр
“Урман янғыны, һуңғы өс йылдағыға ҡарағанда, быйыл ҡатмарлыраҡ булыр”, – тигән фекерҙә “Гринпис России” ойошмаһының урман бүлеге етәксеһе Алексей Ярошенко.
Уның шундай һығымтаға килеүе сәбәпһеҙ түгел. Беренсенән, ҡайһы бер урындарҙа хатта 2010 йылғы ҙур янғындарҙан таҙартылып бөтмәгән ерҙәр бар. Ул саҡта ҡороп ҡалған ағастар бөгөн дары мискәһен хәтерләтә. Икенсенән, ғөмүмән, ҡоро ботаҡ-сатаҡ, иҫке ағастар күп. Өсөнсөнән, урман хужалығында эшселәр әҙәйҙе. Урманды ысын мәғәнәһендә яҡшы белеүселәр ҡалмаған тиерлек.
“Яңы Урман кодексы ҡабул ителеү менән Рәсәй урманы хужаһыҙ биләмәгә оҡшап ҡалды, – ти Ярошенко әфәнде. – Урман һаҡланмай”.
“Гринпис” вәкиле һүҙҙәренсә, яңы кодексҡа тиклем урман хужалығы иҡтисадтың үҙ аллы етеш тармағы булһа, хәҙер тулыһынса бюджетҡа бәйле. Дәүләт урманға күпме генә сығым һалһа ла, аҡса “ҡара тишек”кә инеп юғалған кеүек була. Урман эшселәре кәмеп, ҡалғандары ҡағыҙ әйләнешен күҙәтеүҙә генә эшләй. Хәйер, ҡағыҙ яҙып, отчет биреп ултырыусылар бер был ғына тармаҡтамы ни?
Урман иң тәү сиратта кеше ғәйебе менән яна. Яҙын ҡоро үлән, ҡый-һай яндырһынмы, тәбиғәттә ял итәм тигән булып, һаҡсыллыҡ сараларын бөтөнләй инҡар итһенме – барыһы ла меҫкен ағастарға төшә. Беҙ үҙебеҙ үҙебеҙҙең урманға зыян килтерәбеҙ, үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡырабыҙ булып сыға түгелме? Ә тәбиғәт сәбәпсе булыу осрағы әллә ни күп тә түгел.
Нисек көрәшергә һуң? Тәүҙә ҡоро үләнде яндырыуҙы федераль кимәлдә тыйырға кәрәк. Булған тыйыуҙар етмәй. Мәҫәлән, һалам ҡалдығын яндырырға ярамай, ә ҡоро үләнде яндырыу тураһында бер ни ҙә юҡ. Йәнә лә күҙәтеү системаһы булырға тейеш. Тыйыу бар, ә контроль булмаһа, ул тыйыуҙың фәтүәһе юҡ. Беҙҙә “тыйылған емеш татлы” тигән әйтем киң таралған ул.
Үрҙә телгә алған “Гринпис” етәкселеге ошо проблеманы күтәреп, ҡануниәт тәҡдимдәре индереп, март айында 90 меңгә яҡын ҡултамға йыйып, төрлө кимәлдәге власть органдарына, ил башлығына ебәргән. Әммә, тип үкенес белдерә “Гринпис” хеҙмәткәрҙәре, беҙҙең дәүләт уғата әкрен эшләй. Бер яҡтан, башланғысты хуплаған да кеүектәр, икенсе яҡтан иһә, ҡыбырлағандарын көтһәң, мәсьәлә киләһе йылға ла хәл ителмәҫ һымаҡ. Ә янғын сығып тора. Бер нәмә асыуҙы ныҡ ҡабарта – ҡайҙалыр янғын сыға икән, ул туралағы хәбәрҙе йәшерергә, “ҙур түрә”гә еткермәҫкә тырышалар. Ә йәшереү мөмкин булмай башлағас, хәл-торош контролдән сыҡҡан була, дүрт күҙ менән ямғыр ғына теләнә.
Һуңғы йылдарҙа урман күпләп яна башлағас, Рәсәй Фәндәр академияһының Урманды өйрәнеү институты ғалимдары “Янғындар ни өсөн сыға?” тигән һорауға яуап эҙләргә тотондо.
“Барыһы ла 2000 йылдан башланды, – тигән фекерен еткерә үҙәктең урман етештереүсәнлеге һәм экология проблемалары буйынса ғилми етәксеһе Александр Исаев. – Был саҡта Федераль урман хеҙмәтен юҡҡа сығарҙылар, илдә 80 меңләп урмансы ҡыҫҡартылды. Һөҙөмтәлә ағастарҙы ҡарарға кеше юҡ”. Ғалимдар әлеге Урман кодексының ҡуртым тураһындағы бүлегенә лә иғтибар итә. Оҙайлы ваҡытҡа (49 йылға) ҡуртымға бирергә рөхсәт булғанлыҡтан, урман күп осраҡта шәхси ҡулдарға күсә, ә был йыш ҡына урманды квалификациялы күҙәтеүҙең булмауына килтерә. Күҙәтеү юҡ, тимәк, проблема көт.
Һуңғы өс йылда
урманыбыҙ нисек янды?
Үтә эҫе 2010 йылды иҫләйһегеҙҙер. Ул саҡтағы урман һәм торф янғындарынан тиҫтәләгән кеше һәләк булған, меңәрләгәне йортһоҙ ҡалған. Был йәйҙә илдең ете төбәгендә ғәҙәттән тыш хәл индерелде. Айырыуса үҙәк өлкәләр янды. Мәҫәлән, Нижегородка өлкәһендә урман янғыны таралып, 759 йорт, Воронеж өлкәһендә – 271, Владимир өлкәһендә 71 йорт янып көлгә әйләнгән. Мәскәү янындағы урманды һүндереүгә генә 160 меңдән ашыу кеше, 25 мең берәмек техника йәлеп ителгән. Барлығы 8972 янғын урыны теркәлгән. Әйткәндәй, торф янғынының 10 проценты ғына торф үҙе тоҡаныуҙан башланған, ә ҡалғанында кеше факторы бар, тигән фекер йыш ишетелде. Һүҙ ҡороға ташланған һүндерелеп етмәгән тәмәке төпсөктәре хаҡында бара.
2011 йылда янғын сығыу осрағы әҙәйһә лә, ут ялмаған майҙан күләме ике тапҡырға ҙурыраҡ булған – 315 мең гектар урман зыян күргән. Алыҫ Көнсығыш арыу ғына төтөнгә сорналған.
2012 йылда ла Себер һәм Алыҫ Көнсығыш урмандары ҡырылған. Ҡоролоҡтан йылғалар һайығып, ут көҙгә тиклем быҫҡыған. Алтай урмандарындағы янғындың 80 процентына йәшен “ғәйепле” булған. Ә дөйөм янғын һаны 2011 йылдағынан 45 процентҡа күберәк булған.
Мәҫәлән, беҙҙең Башҡортостанда ғына былтыр урман янғындарын һүндереүгә 5,733 миллион һум аҡса тотонолған. Урман фонды күргән зыян хаҡы 3,087 миллион һумға тиң (БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллиндың 14 февралдә “Башинформ” агентлығындағы матбуғат конференцияһында әйткәне). 2012 йылда республикала урманда ут сығыуҙың 220 осрағы теркәлгән.
Ә был ваҡытта…
Янғын тәбиғәт факторы менән сыҡһа, нисек тә аңлап була, ә кешенең һаҡһыҙлығы (“үҙ емергес” тигән һүҙ тел осона килә) үҙ байлығыбыҙҙы ҡырыуға, тәләфләүгә килтерһә, был – ғәфү итеп булмаҫлыҡ хәл. Урмандың былай ҙа күпләп законһыҙ рәүештә тиерлек ситкә сығарылыуын да оноторға, йә иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ә һеҙҙең арала кәрәккәнгә лә бер нисә ағас ала алмай йонсоусылар юҡмы?
Әле тәбиғәт ҡосағында ял итеү миҙгеле башланды. Был – беҙҙә бер нисек тә контролләнмәгән күренеш. Ашап-эсеп, артыңдан йыймай китеү – иң холоҡһоҙ, ғәмһеҙ-моңһоҙ кешенең эше. Тәбиғәт ошоға рәхмәт әйтергә тейешме? Бында кәрәген эшләп еткермәгән властар ҙа ғәйепле түгел, ә халыҡтың үҙ еренә төкөрөп ҡараусыға әйләнеүе ғәйепле.
Әйткәндәй, урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡып, урлап һатыуҙан дәүләткә йыл һайын 10 – 12 миллиард һумлап зыян килә. Рәсәйҙәге WWF вәкиле һүҙҙәренсә, Алыҫ Көнсығышта, Кавказда закон боҙоп ағас әҙерләү осраҡтары айырыуса күп. Былтыр Себер ҙә ҡалышмаған. Нимәһе ҡыҙыҡ – ҡуртымға алынған урманда рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу киң таралған. Хужа бар ҙа, юҡ та инде, тимәк. Бына шундай хәлгә тарыны беҙҙең урман.