«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ә һеҙҙең никахлашыу тантанаһы күпмегә төштө?



17.05.2013 Ә һеҙҙең никахлашыу тантанаһы күпмегә төштө?

Ольга Ҡасимова, инженер:
− Туйҙы киң итеп билдәләү бөтөнләй үҙ-үҙен аҡламай. Күп әйбергә уйламайынса аҡса тотонабыҙ. Мәҫәлән, фотограф өсөн. Бөгөн улар бик күп, фотоға төшөрөүселәр араһында арзан хаҡ һораусыны табыр­ға була. Шарҙар менән биҙәү өсөн оҫталар күп аҡса һорай. Иң яҡшыһы, туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы ярҙамлашырға саҡырығыҙ – улар һеҙ ҡуртымға алған кафены үҙҙәре теләгәнсә матур итеп биҙәйәсәк. Хатта кәләшкә бөркәнсек яһауы ла ауыр булмаясаҡ, ә магазинда бәләкәй генә селтәр киҫәге 2 мең һумдан кәм тормай. Кәләш гөлләмәһе хәҙер киң таралғанға күрә ҡиммәт. Уныһын да үҙеңә эшләп алырға мөмкин, бигерәк тә йәй мәлендә. Туйға сығымдарҙы хәҙерге заманда 100 мең һумдан да аштырмаҫҡа кәрәк.

Артур МӘҮЛЕКӘСОВ, уҡытыусы:
− Туйға киткән ваҡ-төйәкте һанай башлаһаң, сәстәр үрә торор. Һәм улар, ғәҙәттә, иң яуаплы мәлдә онотолоп ҡала. Мин, мәҫәлән, кәләшкә сәскәләр гөлләмәһен һәм машина биҙәүестәрен өйҙә онотоп ҡалдыр­ҙым. Кешенән алдыртып ҡаңғырып бөттөк. Туй кәләш яғында үтте, минекеләр, кафела үткәрәбеҙ, тигәнгә ризалашмай, ҡәйнәмдәр ҡунаҡты ауылда өйҙә йыйҙы. Шунлыҡтан улар­ға күберәк көс төштө. Тамадаға аҡса әрәм итеп торманыҡ. Шөкөр, туй низағ-фәләнһеҙ, бына тигән итеп үтте. Икенсе көнөнә һый ҙа етерлек ҡалғайны. Алдан, бүләкте аҡсалата һалығыҙ, тип киҫәтеп ҡуйғайныҡ – йәмғеһе 100 мең һумдан ашыу аҡса төштө һәм был сумма тулыһынса туйҙы ҡапланы.
Туй тантанаһының айырылғыһыҙ өлөшө булған “йола” хаҡында әйтергә теләр инем – яһалма түш эшләп, күлдәк кейгән, иренен-битен буяған ирҙәр, кишер, банан бәйләгән ҡатындар байрамдың йәмен боҙа. Был − бик ытырғаныс күренеш.

Минзәлә Хашимова, оператор:
− Миңә яҙмыш ҡушыуы буйынса ике тапҡыр туй үткәрергә тура килде. Тәүгеһе видео операторы, профессиональ фотограф һәм башҡа кәрәк-ярағы менән ауыл өйөндә үтте, барлығы 150 мең һум аҡса китте. Тик ике йыл тулыр-тулмаҫтан айырылыштыҡ. Икенсе никахымды бер ниндәй күл­дәк­һеҙ, тамадаһыҙ, модалы “йола”­лар­һыҙ, артыҡ тауыш ҡуптармай ғына уҙғарҙыҡ. Табында тик яҡын туғандарыбыҙ ғына булды. Ирем дә, мин дә, барлыҡ ҡунаҡтар ҙа ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Күп итеп аҡса, кеше алдында оятҡа ҡалмайым тип, арып-талып әҙерләнгән туй халыҡ өсөн, ә үҙең өсөн түгел. Мин быны мәғәнәһеҙлек тип һанайым.

Алһыу ҒАЙСИНА, табип:
− Туйыбыҙға сама менән 250 мең һум аҡса түктек. Ул район үҙәгендәге ашханала үтте. Барлыҡ ҡағиҙәләргә тап килтереп, тамадаһын да, фотографын да ялланыҡ. Залды романтик стилдә биҙәттек. Ә хәҙер, матур итеп кейенеп-яһанып, тик ике яҡ ғаиләләре менән билдәләгәндә лә булыр ине, тип уйлайым.

Шатморат КИРАМОВ, журналист:
− Ҡалала уҡып, эшләп йөрөүселәр туйҙарын һуңғы ваҡытта ҡалала бик йыш үткәрә. Башҡалар алдында оятҡа ҡалмайым, йәғни китмәһен тиһәң, түбәндәге сумманы тотонасаҡһың. Өҫтәл − кафе йәки ресторанда кеше башына 1500 – 2000 һум, килен кейеме – 25 − 30 мең һум, кейәү кейеме – 6 − 12 мең, фото-видео – 20 мең, тамада – 10 – 15 мең, туй машинаһы – моделенә ҡарап, сәғәтенә 1000 һум.

Ильмира АРДЫУАНОВА,
сәскә һатыусы:
− Мин ғүмеремдәге иң матур, иҫтәлекле байрамды лайыҡлы итеп үткәрергә тырыштым. Үҙемдең инициатива буйынса туйға төрлө кәрәк-яраҡтар әҙерләнде. Күлдәгем 22 мең һумға төштө, бөркәнсек – 3,5 мең һум. Ҡатын-ҡыҙ бала сағынан алып батшабикәләрҙеке кеүек туй күлдәге хаҡында хыяллана, ә мин ҡиммәтле, матур күлдәккә лайыҡ түгелме ни? Бөгөн туй индустрияһында бер тинлек әйберҙе 10 һумлыҡ итеп һатҡан кешеләр кеҫә ҡалынайта. Һинең ныҡ тулҡынланған, борсолған мәлеңдән файҙаланып, улар ҡайырып аҡса эшләп ҡала. Кондитерҙар, мәҫәлән, туй тортына − 5 мең, туй ҡаласына 1200 һум алды. Аяҡ кейеме һатыусылар аҡ туфлиҙы, шундай уҡ ҡара төҫлөһөнә ҡарағанда, тағы 50 процент хаҡ өҫтәп ҡуя. Парикмахерҙар, маникюр яһаусылар һинең кәләш икәнлегеңде асыҡлау менән хеҙмәттәренең баһаһын икеләтә арттырып ебәрә. Ғөмүмән, «туй» тигән ялғау барлыҡ хеҙмәттәрҙе, тауарҙарҙы ҡиммәтләндерә.
Минең туйыма сама менән 300 мең һум аҡса сарыф ителде, тик быға һис тә үкенмәйем. Бындай тантана ғүмер­ҙә бер генә, тағы бер тапҡыр кейәүгә сығырға Хоҙай ҡушмаһын, туйҙы мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп билдәләү зарур.

Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға