«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Атай, башҡа эсмә, йәме



17.05.2013 Атай, башҡа эсмә, йәме

Атай, башҡа эсмә, йәме– Быйыл минең бишенсе яҙым. Тап ошо ваҡытта, ҡарҙар иреп, бәпкә үлән морон төрткәндә, битте яҙғы йылы, төтөн еҫе ҡатыш ел иркәләгәндә, һауала талпынып һабантур­ғай һайрағанда, беҙҙең бесәнлек яғында торналар ҡысҡырғанда, атайым мине етәкләп әсәйем янына алып бара.
Әсәйем беҙҙең менән йәшәмәй шул. Хәҙер биш йыл инде «зыярат» тигән йортҡа күсеүенә. Уның хәҙерге өйө беҙҙән үтә алыҫ та түгел, һарай башына менһәң, күренеп тора. Унда үҫкән ағастар нишләптер икенсе төҫтә кеүек. Бүтән ерҙә ап-асыҡ йәшел бит. Нисектер шомло итеп шаулайҙар ҙа һымаҡ. Их, әсәйемә шундай тоноҡ төҫтәге ағастар араһында «йәшәүе» лә күңелһеҙҙер ул. Шулай булһа ла, беҙ атайым менән уның янына барһаҡ, ҡәҙерлем кәртишкәлә һәр саҡ йылмайып тора. Үҙенең матурлығы! Ҡарараҡ бөҙрә сәсе ипле генә итеп иңдәренә ятҡан, муйыл төҫлө сөм ҡара күҙҙәренән иһә йылылыҡ, нур бөркөлгәндәй.
Ҡәбере эргәһенә барып еткәс, атайым мине гел бер урынға баҫтырып ҡуя ла, үҙе әсәйемдең «өйө»н йыйыштыра башлай: иҫке үләндәрҙе, япраҡтарҙы бер урынға йыя. Һуңынан ауыр тын алып, ҡуйынынан «сикуйын» сығарып, бер нисә тапҡыр мул ғына йотоп алғас, еңен еҫкәп ҡуя. Мин ҡәберҙең бер мөйөшөндә тимер рәшәткәгә тотоноп, бер әсәйемә, бер һүҙһеҙ баҫып торған атайыма күҙ һалам. Беҙгә эйәреп килгән Аҡтырнаҡ ҡына тик тормай, тегендә-бында йүгереп йөрөй.
Бер аҙҙан атайым сүкәйеп ултыра ла, арҡамдан тупылдатып һөйә. Ҡулдары ҙур, ауыр булһа ла, уның шулай арҡамдан яратыуы миңә бик оҡшай.
Кисә өй алдында күләүектәр йырып, уйнап йөрөгәндә, ҡаршылағы Хөрмәт бабайҙарға килгән сыйырсыҡтарҙың һайрауына таң ҡалып ҡарап торҙом. Үҙҙәре ҡояшта ялтырай, төрлө төҫкә инәләр, тамаҡ төбө менән ҡыҙыҡ ҡына тауыштар ҙа сығаралар. Берәүһе тиҙ генә әллә ҡайҙа осоп барып та килә. Ошо ҡошсоҡтарҙы яратам. Уларҙыҡы кеүек, минең дә ҡанаттарым булһа, әсәйем янына көн һайын осоп-осоп барып килер инем.
Былтыр улар беҙгә лә килгәйне, тик быйыл сыйырсыҡ оябыҙ сереп, ауып ҡуйҙы. Атайымдың ҡабат күтәреп ҡуйырға ваҡыты юҡ шул. Көн һайын кемгәлер эш эшләргә бара. Унан эсеп ҡайта ла, йоҡларға ята. Ҡайһы саҡ туҙына башлай. Ул саҡта Айнур ағайыма эләгә. Атайым уны туҡмағанда, мин мейес араһына йәшенәм. Устарым менән ҡолаҡтарымды ҡаплайым да, шым ғына: «Атайым тиҙерәк тынысланып, йоҡларға ятһын, ағайыма ныҡ бәйләнмәһен ине», – тип теләп ултырам.
Атайым йоҡлап китһә, илауҙан буҫлығып бөткән ағайым уның кеҫәһенән бер тәмәкеһен йәһәт кенә ала һалып, тышҡа сығып, күҙҙән юғала. Беләм, аласыҡ артына йәшенә ул. Һаҫыҡ тәмәкене тартып бөткәс, төпсөгөн шунда күмеп ҡуя.
Иртән тороп тышҡа сыҡһам, Аҡтырнаҡ күтәрмәгә үк менеп, минән күстәнәс көтә. Атайымдан йәшереп кенә, көн һайын уға берәр телем икмәк бирәм. Шатланыуы һуң! Ҡулдарымды, битемде яларға керешә. Ҡапҡа тышына сығып, көр тауыш менән өрөп тә ала. Бөгөн Аҡтырнаҡҡа бирергә өйҙә икмәк юҡ. Аптырағас, кеҫәмдә ятҡан Зөләйха әбей биргән печеньены бирҙем. Ә эт, тағы өмөт иткәндәй, шыңшый биреп ҡуйҙы. Үсекте лә шикелле, ҡулдарымды яламаны бит.
Бынан ике йыл элек атайым, һеҙгә яңы «әсәй» алып ҡайтам, тигәс, ҡыуанғайныҡ. Үҙебеҙҙеке кеүек иркәләр, тәмле аштар бешерер, тип уйлағайныҡ та, алып ҡайтҡан апай көн һайын араҡы эсеүҙән бушаманы. Әсәкәйем дә күп эскәйне шул. Миңә һигеҙ ай булғанда үлде лә ҡуйҙы. Ул үлгәс, атайым эсеүен ташланы, тик күршебеҙ Нәзирә апай уны эсерә лә сығара, шешәһен дә тоттороп ҡайтара. Минең генә атайым түгел, бар урамыбыҙҙағы балаларҙың йә әсәйҙәре, йә атайҙары күп итеп эсә.
Барыһы ла яратып эскәс, тәмлеме икән ни, тип, үҙем дә бармағымды тығып, тәмләп ҡараным: ю-ю-юҡ! Телде яндыра, ҡоҫҡоно килтерә… Әсәкәйем дә, тәмһеҙлегенә түҙә алмайынса үлеп, икенсе «өй»гә күскәндер, күрәһең.
Яңыраҡ атайым тағы бер апайҙы алып ҡайтты. Йоҡлар алдынан яңылыш ҡына уға «әсәй» тип өндәшкәйнем, ныҡ итеп ауыҙыма һуҡты. «Какуй әсәй мин һиңә!» – тип яман ҡысҡырҙы. Ҡурҡышымдан устарым менән ҡолаҡтарымды ҡапланым, иҙәнгә ҡараһам, бәләкәй генә ҡыҙыл тамсылар тама. Иренем ҡанаған икән. «Ошаҡлап ҡына ҡара», – тип, тиҙ генә ҡыҙыл тамсыларҙы һөртөп алды. Бигерәк уҫал апай шул. Ағайымды ла әрләй нишләптер. Бер шулай әрләнеп, һарай башында ҡасып ултырабыҙ. Ағайым мыш-мыш танауын тарта. Илай, ләкин миңә һиҙҙермәҫкә тырыша. Икебеҙ ҙә әсәйебеҙ «йәшәгән» яҡҡа төбәлгәнбеҙ. Зыяраттың ҡапҡаһы бына-бына асылып китер ҙә, әсәйебеҙ ҡайтып, теге уҫал апайҙы ҡыуып сығарыр һымаҡ тойолдо.
Икебеҙ ҙә һыйырыбыҙ мөңрәп ебәргәнгә һиҫкәнеп киттек. Һәүкәшебеҙҙе атайым күптән үрге ос Фәрит ағайҙарға һатһа ла, Зойка көтөүҙән тура беҙгә ҡайта ла килә. Аҙаҡ Фәрит ағай уны әрләй-әрләй ҡыуалап үҙҙәренә алып ҡайтып китә. Мин һыйырҙың бер туҡтауһыҙ мөңрәүен ишетмәҫ өсөн тағы ла устарым менән ҡолаҡтарымды ҡапланым. Ул да әсәйебеҙҙе һағынып, һауын мәлен һиҙеп, көтөүҙән иң беренсе булып ҡайта. Их, Зойка, әсәй бит икенсе ерҙә йәшәй хәҙер.
Ҡапҡа асылып ябылды. Атайым ҡайтып килә! Йәһәт һикереп төштөм дә, уға ҡаршы йүгерҙем. Атлауынан тағы иҫерек икәнлеге беленде.
– Атай, атай, башҡа эсмә инде, йәме? – тинем, оҙон аяҡтарына һырылып.
– Ярай, улым, ярай, – тине ул, һәр ваҡыттағыса, ауыр итеп. Тағы ла алдамаһа ярар ине лә…

Диана ХӘБИБУЛЛИНА.

һандар һәм факттар

l Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъялағы һәр өсөнсө кеше эскелек арҡаһында килеп тыуған сәбәптәрҙән донъя ҡуя.
l Эскесе уртаса 48 – 55 йыл йәшәй.
l 6 – 8 йыл даими эскән атай-әсәйҙән 100 процент аҡылға зәғиф бала тыуа.
l 200 мл һыра эскәндә ҡатын-ҡыҙҙа күкрәк яман шеше хәүефе 40 процентҡа күтәрелә. Ошо хәүеф бер аҙна буйы һаҡлана.
l Рәсәйҙә 1992 йылдан алып аңра (дебил) балалар тыуыу күрһәткесе арта бара.
l Алкоголь арҡаһында илебеҙ йыл һайын бер миллион кешеһен юғалта. Шуларҙың 25 – 30 меңе иҫерткес эсемлектән ағыуланып үлә.
l Енәйәттәрҙең яртыһынан күбеһенә эскелек сәбәпсе.
l Алкоголь ир-аттың һәм ҡатын-ҡыҙҙың енес билдәләрен үҙгәртә. Ирҙәрҙә – ҡатындар, ҡатын-ҡыҙҙа ирҙәр билдәләре барлыҡҡа килә.
l Импотенциянан яфаланыусы ирҙәрҙең 60 проценты эсеү менән мауыҡҡан йә мауыға.
l Моррель исемле француз ғалимы, дүрт быуын эскеселәрҙең тормошон өйрәнеп, түбәндәге һығымта яһаған: тәүге быуында әхлаҡһыҙлыҡ күҙәтелгән, икенселә – тулы ҡеүәтенә алкоголизм, өсөнсөлә – ипохондрия, меланхолия, кеше үлтереүгә һәм суицидҡа ынтылыш, дүртенселә – аңралыҡ, түлһеҙлек, идиотизм.
l Сәләмәт кеше бер сәғәттә 1,5 литр араҡы эсһә, был – үлемесле доза.
l Алкоголь организмдың һәр ағзаһына зыян килтерә.
l Ҡайһы бер эскеселәр күпме эсһә лә иҫермәүе менән маҡтана. Йәнәһе, был сәләмәтлектең яҡшы булыуы менән бәйле. Ә дөрөҫөн әйткәндә, иҫерткескә тиҙ бирешмәү алкоголизм кеүек етди сир башланыуын аңлата.
l Эскесенең эпилепсия өйәнәге – алкоголдән ағыуланыу күрһәткесе. Өйәнәк артыҡ эскәндән башлана. Ауырыу иҫен юғалтып ҡолай, ауыҙы күперекләнеүе, башын иҙәнгә бәреүе ихтимал.
l Эскеселек балаға генетик яҡтан күсмәй, ә ата-әсәнең холҡо үҙенсәлектәренә ҡарап, эсергә әүәҫлек бирелә.
l Бөгөн донъяның 41 иле “ҡоро закон” буйынса йәшәй.

А. АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға