«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һатһаң шарап – булырһың харап



14.05.2013 Һатһаң шарап – булырһың харап

Сибай ҡалаһында алкоголле эсемлек һатырға маташҡан 23 йәшлек егет полиция күҙенә салына. Ҡаҙағстанда етештерелгән тауарын үтә арзан хаҡҡа тәҡдим иткән, ярты литр хәмер өсөн ни бары 50 һум аҡса һораған.
Егет иҫерткес эсемлектәрен күмәртәләп һатыу базаһында һаҡлаған. Полиция келәттең хужаһын да бик тиҙ асыҡлаған. Ул Сибай ҡалаһында йәшәүсе 25 йәшлек егет булып сыға. Әлбиттә, уларҙың бер ниндәй ҙә сертификаты ла, һатыуға рөхсәт ҡағыҙы ла булмай.
Тәртип һаҡсылары 420 литр араҡы, 100 литр шарап һәм 5 канистр коньяк тартып алған. Билдәһеҙ шарттарҙа әҙерләнгән эсемлектәр әллә күпме кешенең һаулығына төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерер ине.
Әлеге мәлдә тикшереү эштәре бара. Спиртлы эсемлектәр экспертизаға ебәрелгән. Уның һөҙөмтәһендә РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһы буйынса (хәүефһеҙлек талабына яуап бирмәгән тауар етештереү, һаҡлау, һатыу) енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала. Әлеге енәйәт өсөн туғыҙ йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.

Г. БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға