«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тормош нигеҙе – Татыулыҡта



14.05.2013 Тормош нигеҙе – Татыулыҡта

Яңыраҡ Ғәли олатай һәм Нәзифә инәй Зәйнуллиндар гәүһәр (бриллиант) һәм Марат менән Гөлсирә Сафиуллиндар алтын туйҙарын билдәләне
Тормош нигеҙе – Татыулыҡта Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған, ҡәҙер-хөрмәт иткән, донъяның шатлыҡтарын да, ауырлыҡтарын да бергә кисергән, яман һүҙҙәргә, насар күҙҙәргә ҡаршы тора алғандар ғына 50, 60 йыл бергә йәшәй алалыр! Уларҙың бәхетенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Күптәргә өлгө булырҙай был ике парҙы ҡотларға Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы мәҙәниәт йортона артистар, балалары, туғандары, ауылдаштары йыйылды.
Клуб мөдире Разия Ғиззәтова юбилярҙар­ҙың тормош һуҡмаҡтары хаҡында бәйән иткәндә, күптәрҙең күҙҙәренә йәштәр төйөлдө. Танышҡан саҡтарынан алып ошо көнгәсә үткән ғүмер юлдарына байҡау яһағанда, Ғәли ағайҙың ғүмер буйы тиерлек урман хужалығында ал-ял белмәй тырышып эшләүе, был ваҡытта Нәзифә инәйҙең балаларын тәрбиәләүгә күп көс һалыуы, донъяның ҡотон-йәмен һаҡлауы хаҡында һөйләһә, Сафиуллин­дарҙың икеһе лә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре өсөн «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡ­тау­лы исем йөрөтөүе, шулай уҡ Маҡтау ҡағыҙ­ҙарының бихисап икәнлеген билдәләп үтте.
Садиҡ Шаһыбалов, Хәлил Фәттәхов, Гөлфирә Йәһүҙина, Гөлнәфис Солтанова башҡарған йырҙар йәшлектәренә алып ҡайт­һа, Зөһрә Ниғмәтуллинаның бейеүенән күңелдәре елкенде.
Тормош нигеҙе – Татыулыҡта
Тормош нигеҙе – Татыулыҡта Зәйнуллиндар ете балаға ғүмер биргән. Хәҙер инде 16 ейән-ейәнсәргә, 12 бүлә-бүләсәргә олатай-өләсәйҙәр. Улар ғаиләләре менән үҙҙәренең иң матур, иң яҡты теләктәрен еткергәндә, Ғәли олатай менән Нәзифә инәйҙең йөҙҙәре ҡояш кеүек балҡыуын күреп, бар халыҡ һоҡланды.
Ә беҙ, Марат һәм Гөлсирә Сафиуллин­дарҙың дүрт балаһы, 15 ейән-ейәнсәре, бүләсәре, уларға булған оло ихтирамыбыҙҙы, ҡәҙер-хөрмәтебеҙҙе йылы һүҙҙәребеҙ, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан йыр-бейеүҙәребеҙ аша еткерергә тырыштыҡ. Ейәндәре Айнур менән Илмир, килендәре Ирида Сафиуллиндарҙың йырлауын, ейәнсәрҙәре Юлиә һәм Зәлиәнең бейеүҙәрен тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Туғандарының, эш урынынан ҡотларға килгән ҡунаҡтарҙың юбилярҙарға әйтер һүҙҙәре күп булды.
Дәлилә Сафиуллинаның: «Минең ағайым – мәрәкәсел, йор һүҙле, шаян кеше, халыҡ телендә әйткәндә, «аяҡлы юмор энциклопедияһы» ул. Бер ваҡытта ла асыу тотмаҫ, яуызлыҡ теләмәҫ изге бер йән. Балаларына яҡшы атай, еңгәйемә тоғро тормош юлдашы, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн хәстәрлекле, донъялағы иң һәйбәт олатай.
Ә еңгәйем − илебеҙҙең тыныслығы өсөн яу ҡырында ҡорбан булған офицер ҡыҙы. Үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр ҙа атай һүҙен әйтә алмаған, атаһын өнөндә түгел, төшөндә лә күрергә насип булмаған. Шулай ҙа атай абруйы, атай һүҙе балалары өсөн һәр ваҡыт юғары тора», − тип һөйләгәндән һуң, ҡулына гармунын алып, бөтә зал менән яҡындарының ярат­ҡан йырын йырлауы үҙе ҙур бүләк булды.
Зәйнуллиндарҙы ҡотларға килгән урман хужалығы коллективынан Сәйҙә Ҡараҡаева етәкселегендә йырҙар ишетеү юбилярҙарҙың күңелдәрен күтәрҙе. Ҡотлобай Шаһивәлиев­тың ҡотлау йыры күңелдәргә май булып яғылды.
Сафиуллиндарҙы юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығы (ДРСУ) коллективы исеменән ҡотлаусы Иштимер Ғүмәров та барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе.
Бар йылы һүҙҙәрҙән һуң 84 йәшлек Ғәли олатай үҙенең 60 йыл бергә йәшәгән дәүерендә ваҡыттың шул тиклем тиҙ үтеүен, бер ишектән инеп икенсеһенән сыҡҡан кеүек кенә булды, тип, йәштәрҙе донъяның, бер-береһенең ҡәҙерен белеп йәшәргә әйҙәне. Хатта, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәш егеттәр кеүек «Перовский»ҙы бейеүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Ғөмүмән, шундай матур, сағыу, ҙур байрам − ҙур туй булды Ҡаҙмаш ауылында!
Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙгә ошондай хөрмәт күрһәткәне өсөн Амангилде ауыл советы хакимиәтенә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса Разия Насырйән ҡыҙы Ғиззәтоваға ысын күңелдән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Барлыҡ туғандары, балалары исеменән − Фәрүәз ХАКИЕВА (Сафиуллина).
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға