«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тормош һынауҙары аша



10.05.2013 Тормош һынауҙары аша

Тормош һынауҙары ашаБөйөк Ватан һуғышынан һуң күпме йыл үткән, һыуҙар аҡҡан. Тик сафтары йылдан-йыл һирәгәйә барған һуғыш яугирҙарының ул утлы йылдар һалған йөрәк яралары һаман һыҙлай. Ғүмер уҙған һайын улар һуғыш хәтирәләрен нығыраҡ яңырта, уҙған юлдарын барлай, яу яланында мәңгелеккә башын һалған фронтташ дуҫтарын иҫкә ала.
1925 йылдың 1 июлендә Һеңрән ауылында ғаиләлә унынсы бала булып тыуған Ғилмеғаян Мөхәмәтйәнов­ҡа тормоштоң әсеһен-сө­сөһөн иртә татырға тура килә. Бала ғына көйөнсә нин­дәй генә михнәттәр күрмәй?! 1933 йылда атаһын ҡулға алалар ҙа, “кулак” тигән мөһөр һуғып, Архан­гел төрмәһенә оҙаталар. Бар мөлкәтен тартып алып, ҡыш өҫтөндә ғаиләһен бер ниһеҙ урам уртаһында торғоҙоп ҡалдыралар. Улар ауыл осондағы бер ташландыҡ өйгә барып инә. Өй­ҙөң тәҙрәләре лә, иҙәндәре лә, ишектәре лә туҙ­ған була. Ғилмеғаян туғандары менән өйҙө үҙҙәренсә йүнәтеп, талдан ултыртма ситән үреп, аҙыраҡ “өй ҡиәфәте”нә индерәләр. Ошо ваҡытта һалҡындан, аслыҡтан уның өс ағаһы үлә. Ҡал­ғандары нисек тә йәшәргә, аслыҡҡа бирешмәҫкә тип йәшәй. Ғилмеғаян ба­бай: ”Көнгә ике пар сабата үрә, йөҙ кирбес һуға инек, шунан ғына уйнарға сығаралар ине”, – тип иҫкә ала. Өс йылдан һуң аталары, бөтә сәләмәтлеген ҡалдырып, төрмәнән ҡайта.
1939 – 1941 йылдарҙа Ғил­меғаян почтальон вазифаһын башҡара. Почтаны Исәмәт ауылынан ташый. Шулай һәйбәт кенә эшләп йөрөгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ғилме­ғаянды бригадир итеп ҡуялар, уға 16 йәш була. Һуғышҡа тиклем гөрләп эшләп йөрөгән тракторҙар­ҙың, башҡа машиналарҙың һирәгәйеүе, ауылда ир-аттың бөтөнләй ҡалмауы үҙәктәргә үтә. Бригадир, йәш булыуына ҡарамаҫтан, эште ойоштора белә, бөтә халыҡ эшкә сығып, фронт өсөн кәрәкле нәмәләрҙе етештерә.
1943 йылда 18 йәше тулыу менән егетте армия­ға алалар.
Ғилмеғаян Мөхәмәтйә­нов Украинаның Киев, Львов ҡалаларын фашис­тар­ҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Польша ерендәге Кра­ков, Красно, Перемешли ҡалаларында уға һуғыштың ҡот осҡос ваҡиғалары ме­нән осрашырға тура килә. 1945 йылдың ғинуарында, Поль­ша өсөн барған бәрелештә Ғилмеғаянға снаряд яр­сығы тейеп, ҡаты яралана. Уны госпиталгә оҙаталар. Унда ике ай самаһы дауаланғас, 1945 йылдың апрелендә ауылға ҡайта. Тиҙҙән бөтә донъяны ҡан илатҡан һуғыш тамамлана. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ике ағаһы һуғыш яланында мәңгелеккә ятып ҡала.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ордены, ”Батырлыҡ”, “Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн” миҙалдары, “фронтовик” билдәһе менән наградлана.
Уға оҙаҡ ял итергә тура килмәй, колхозға эшкә сыға.
Баҡалы МТС-ның механизаторҙар әҙерләү курсында уҡып ҡайта.
1947 йылдың 18 октябрендә Ғилмеғаян ағай Бишҡурай ауылы ҡыҙы Вәсиләгә өйләнә. Бер-береһен хөрмәт итеп, ауырлыҡтарға бирешмәй, донъя көтә башлайҙар. Вәсилә инәй 37 йыл Һеңрән мәктәбендә балалар уҡыта. Ә Ғил­меғаян бабай бик күп йылдар иген баҫыуында беренселекте бирмәй, комбайнсы булып эшләй. Һуғышта алған яралары борсой башлағас, урмансы булып китә.
Вәсилә инәй менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Балалары ла ата-әсәләре кеүек тырыш, уңған, кешелекле. Ғилмеғаян бабай менән Вәсилә инәйҙең ал­ты ейән-ейәнсәре, дүрт бүлә-бүләсәре бар.
Изге яуҙа үҙҙәрен аямай көрәшкән батыр яугирҙарыбыҙҙы онотмайыҡ, улар­ҙы ҡәҙерләйек, Еңеү байрамында ғына түгел, ә көн һайын, минут һайын иҫкә алайыҡ.

Лира ГӘРӘЕВА,
Һеңрән төп белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.
Илеш районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға