«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Шифалы үҫемлектәрҙе йыйыу мәле етте



10.05.2013 Шифалы үҫемлектәрҙе йыйыу мәле етте

Шифалы үҫемлектәрҙе йыйыу мәле етте Тик шуны оноторға ярамай: тәбиғәт биргән ниғмәттәр бөтмәҫ хазина түгел
Йәнгә һәм тәнгә сихәт өҫтәгән, йәшәү көсө биргән яҙҙың һәр миҙгеле ҡәҙерле. Яҙғы һауа танауҙы ҡытыҡлай, һутҡа ту­лыш­ҡан йәшеллек күҙҙе иркәләй, ә наҙлы ҡояшҡай кәйефте күтәрә. Тап ошо мәлдә шифалы үләндәрҙе йыйыу тураһында уйлай башларға ваҡыт. Урман-ҡырҙар гиҙеү, тәбиғәттең һәр күренешен тамаша ҡылыу – үҙе үк шәп дауа.

Шифалы үҫемлектәрҙе йыйыуға тотонор алдынан уның халыҡ дауаһында нисек ҡулланылғаны, киптереү һәм һаҡлау ҡағиҙәләре тураһында белергә кәрәк. Табибығыҙ менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Сөнки ҡайһы бер үҫемлектәрҙең файҙанан күберәк зыян килтереүе ихтимал. Япраҡтар, ғәҙәттә, сәскә атмаҫ элек, сәскәләр иһә яңы ғына атҡан мәлдә йыйыла. Ә тамырҙарын көҙ, үҫемлектә һут йөрөү туҡталғас, әҙерләйҙәр. Орлоҡ һәм емештәрҙе – бары өлгөргәс. Шифалы үҫемлектәрҙе ҡоро көндә, ысыҡ кипкәс кенә йыйырға мөмкин. Шул осраҡта ул яҡшы кибәсәк һәм файҙалы матдәләрен һаҡлаясаҡ, юғиһә еүеш япраҡ йылы бүлеп сығара һәм серей.

Май миндеге шифалы
Шифалы үҫемлектәрҙе йыйыу мәле етте
Бөрөнө иртә яҙҙан, япраҡ ярмаҫ элек йыялар. Үткер бәке менән һаҡ ҡына ҡырҡып алыр­ға кәрәк. Шунан еләҫ һәм ҡоро урында киптерәләр. Май айында ҡайын бөрөһөн йыйырға һуң кеүек, әммә урмандың төньяғында, тәрән йырын тирәһендә әле япраҡ ярмаған ағастар­ҙы табырға мөмкин. Дауалау өсөн ҡайындың бөрөләре һәм япрағы ҡулланыла. Уларҙың составында фитонцидтар, микроэлементтар, витаминдар һәм башҡа биологик әүҙем матдәләр бар. Дөрөҫ һаҡлағанда, яҡшы киптерелгән бөрө – ике йыл, ә япраҡтары бер йыл шифалы үҙенсәлектәрен юғалтмай.
Ҡайын бөрөһө төнәтмәһен тын алыу юлы, үт ҡыуығы һәм үт юлы, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы шешкәндә, гастрит, ашҡаҙандың сей яраһы яфалағанда, ревматизм, подагра, нейродермит кеүек тире ауырыуы башланғанда ҡулланырға кәңәш ителә.
Май миндеге – үҙе бер шифа. Ҡайын япрағын мунсала сабыныу өсөн генә түгел, ә төрлө төнәтмәләр эшләү өсөн дә ҡулланалар. Иҫкесә май айында, йәғни июндең 14-нә тиклем ҡайын япрағын йыйып өлгөрөргә кәрәк. Ундай дауа бәүел ҡыуығы, ашҡаҙан-эсәк тракты, подагра, атеросклероз, невроз кеүек сирҙәрҙән ҡотолорға, организмдан шлактар­ҙы сығарыуға булышлыҡ итә.
Ҡайын туҙынан әҙерләнгән дегет шифалы, уны экзема, ҡысынма, бәшмәк ауырыуҙарына ҡар­шы ҡулланырға мөмкин (рецебы: бер балғалаҡ дегеткә өс-дүрт ҡалаҡ һарыҡтың туң майын ҡушып бутар­ға кәрәк).
Ҡайындың дауаһы бик көслө, һәр кемгә лә килешмәүе бар. Мәҫәлән, бөйөрө сирле булғандарға уны файҙаланырға ярамай.



Тәбиғи һағыҙың булғанда, “Орбит” ары торһон!

Ҡарағай, ҡарағас бөрөһөн тап әлеге мәлдә йыялар. Унан бихисап төнәтмә эшләргә мөмкин. Тын алыу юлдары ауырыу­ҙарынан яфаланғанда, һалҡын алдырғанда уны ҡулланыр­ға ярай. Халыҡ дауаһында ул төрлө компресс һәм тамаҡ сайҡау сараһы булараҡ ҡулланыла.
Ҡарағайҙың бөрөһө, ылыҫы һәм сайыры киң файҙаланыла. Уларҙы ағас ҡырҡҡан урындарҙа әҙерләргә кәрәк. Бөрөһөн – иртә яҙҙан, ә ылыҫын апрель – майҙа йыялар. Сайырын иһә иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем алырға була.
Ҡарағай бөрөһө ҡайнатмаһы үпкә шешкәндә, ревматизм яфалағанда, үт ҡыуығы, бөйөр һәм һейҙек юлы сире булғанда файҙаланыла. Нервылар ҡаҡшағанда, аяҡ-ҡул һыҙлағанда ванна яһарға мөмкин. Ҡарағай ылыҫынан әҙерләнгән ҡайнатма борондан зәңге ауырыуын профилактикалау һәм дауалау өсөн файҙаланылған.
Сайыр ыуыныу майы яһау өсөн ҡулланыла. Бындай дарыу ярҙамында экзема, тимерәү кеүек тире ауырыуҙарынан дауаланырға мөмкин (бер балғалаҡ сайырға һарыҡтың (йә башҡа малдың) ике ҡалаҡ туң майын ҡушырға).
Элек ылыҫлы ағастың сайырынан әҙерләнгән һағыҙ бик популяр булған. Ундай һағыҙ, бөгөнгө “Орбит”, “Дирол”дарҙан айырмалы, бик файҙалы: ауыҙ ҡыуышлығын таҙарта, ят еҫте бөтөрә, теш ҡаҙнаһын нығыта, пародонтозды иҫкәртә. Әҙерләү ысулы: сайыр талғын утта иретелә һәм ике минут тирәһе ҡайнатыла. Бер стакан сайырға ике балғалаҡ аҡ май һалына. Яҡшылап бутағандан һуң эҫе ҡатышмаға һалҡын һыу ҡойорға. Һағыҙ ҡатҡас, киҫәктәргә бүлгеләнә.
Ҡарағайҙың дауаһы бик көслө. Шуға уның ылыҫын, бөрөһөн, сайырын ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ, юғиһә зыян килеүе лә ихтимал. Йөклө, имеҙгән ҡатындарға, балаларға ҡарағай ярҙамында дауаланырға ярамай.

Ағас ҡайырыһы ла дарыу

Яҙ – ағас ҡайырыһы йыйыу өсөн дә уңайлы осор. Сөнки тап ошо мәлдә унда һут бик әүҙем йөрөй. Йәш имән, балан ҡайырыһы иң шифалыһы һанала. Алынған имән ҡайырыһының оҙонлоғо 20 – 30 сантиметрҙан ашма­һын. Ул көпшә рәүешендә бөгәрләнә һәм яҡшы елләтелгән урында киптерелә. Күгәрмәһен өсөн ҡайырыны даими рәүештә әйләндереп торорға кәрәк. һыныусанға әйләнеүе кипкәнен аңлата.
Имән ҡайырыһынан әҙерләнгән ҡайнатманы эс киткәндә, бәүел ҡыуығы шешкәндә эсергә кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 5 – 6 ҡалаҡ киптерелгән имән ҡайырыһын бер литр һыуға һалып, 30 минут талғын утта ҡайнатырға. Ҡайнатманы көнөнә 2 – 3 тапҡыр ас ҡарынға яртышар стаканлап эсергә.
Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш ҡаҙнаһы ҡанағанда был ҡайнатма менән ауыҙҙы сайҡау яҡшы һөҙөмтә бирә. Борон яраҡһыҙ бәшмәк йә үләндән ағыуланғанда имән ҡайырыһы төнәтмәһен эскәндәр. Ул микробҡа, шешкә ҡаршы шәп дауа. Ашҡаҙан-эсәк тракты сиренән, экземанан, бауыр һәм үт, тире, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарынан яҡшы ярҙам итә. Баш тиреһе тиҙ майланып барһа ла имән ҡайырыһы ҡайнатмаһы ярҙам итә. Үрҙә күрһәтелгәнсә, ҡайнатма әҙерләргә лә, тағы ла бер стакан ҡайнар һыу өҫтәргә. Ошо дарыуҙы сәс төптәренә һөртөп сығырға кәрәк.
Балан ҡайырыһынан тынысландырыусы, ҡан туҡтатыусы, бәүел ҡыуыусы дарыуҙар эшләгәндәр. Геморрой, ҡатын-ҡыҙ сирҙәре яфалағанда ул киң ҡулланыла.

Яңы атҡан сәскә күпкә файҙалы

Яҙғыһын ҡайһы бер үләндәрҙең сәскәләрен йыя башлай­ҙар. Мә­ҫәлән, үгәй инә үләне һәм ынйы сәскәһе. Үгәй инә үләне сәскәһен һабаҡ­һыҙ йыялар. Улар бик тиҙ сәскә атып бөтә, әгәр ҙә өлгөрмәһәгеҙ, ҡайғырмағыҙ, файҙалы сифаттары июндең 20-ләренә тиклем һаҡлана. Был үләндең шифалы үҙенсәлектәре күптән билдәле, күп илдәрҙә унан дарыу эшләйҙәр. Төнәтмәһе ҡаҡырыҡ сығарыусы, тир һәм бәүел ҡыуыусы сара булараҡ киң ҡулланыла.
Ынйы сәскәһен йыйғанда, уның юғалып барған үҫемлек икәнлеген онотмағыҙ, юҡҡа өҙмәгеҙ. Был үҫемлек ме­нән бик һаҡ ҡыла­ныр­ға кәрәк – япраҡтары ла, сәскәһе лә көслө токсик матдә бү­леп сығара. Ынйы сәскәһе халыҡ дауаһында ғына түгел, рәсми ме­дицинала ла яҡшы билдәле. Унан тыныс­ландырыусы, йоҡоға талдырыусы дарыуҙар эшләйҙәр. Тахикардия, гипертония, эпилепсия, нервы сирҙәренә ҡаршы һәйбәт сара.
Ҡайын бәшмәге (икенсе төрлө, ҡайын ороһо), әрем, муйыл һәм энәлек сәскәһе, айыу ҡурайы, көтөүсе муҡсаһы, юл япрағы, дегәнәк тамыры, бәпембә, талҡан емеше үләне, ҡырҡбыуын үләне, ала миләүшә лә тап ошо мәлдә йыйыла.

Ҡарағаттың бөрөһө лә, япрағы ла, емеше лә
дауалай

Ҡара ҡарағат япрағынан һәм бөрөләренән әҙерләнгән төнәтмәне һыуыҡ тейгәндә, шешенгәндә, бөйөрҙә һәм бәүел ҡыуығында таш барлыҡҡа килгәндә, подагра, ревматизм, зәңге, диатез ауырыуҙары булғанда эсәләр.
Бөрө ҡышҡыһын, йә яҙҙың тәүге айында йыйыла, ә япрағы июнь – июль айҙарында әҙерләнә. Төнәтмәне әҙерләү өсөн ике ҡалаҡ киптереп ваҡланған ҡарағат япрағын (бөрөләрен) ике стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш 20 – 30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне ике-өс тапҡыр яртышар стаканлап эсәләр.
Ҡара ҡарағат япрағынан бына тигән хуш еҫле сәй әҙерләргә була. Дүрт-биш япраҡты һалҡынса һыу менән сайығыҙ ҙа, сәйгә ҡушып ғәҙәти сәй кеүек бешерегеҙ.

Яҙғы бөрмәкәй тире
ауырыуынан да ярҙам итә

Яҙғы бөрмәкәй – күп йыллыҡ үҫемлек. Май – июнь айҙарында сәскә ата, орлоғо июлдә өлгөрә. Ул Дыуан, Ҡариҙел, Салауат, Архангел, Ғафури райондарында күпләп осрай. Дауалау өсөн үҫемлектең үләне һәм тамыры ҡулланыла. Уның составында алкалоидтар, асперулозин исемле гликозид, С витамины, минераль тоҙҙар һәм башҡа биологик әүҙем матдәләр бар. Был үлән сәскә атҡанда йыйыла, тамыры көҙ ҡаҙып алына. Күләгә һәм ҡоро урында киптерелә.
Халыҡ дауаһында яҙғы бөрмәкәй үләненән әҙерләнгән төнәтмәне эс киткәндә, эсәктәр­ҙә паразит селәүсендәр булғанда, бөйөрҙә һәм бәүел ҡыуығында таш-ҡом барлыҡҡа килгәндә, шешенгәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: бер ҡалаҡ киптереп ваҡланған үләнде (йәки тамырһабағын) биш стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 3 – 4 сәғәт тоторға кәрәк. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр ашар алдынан яртышар стаканлап эсергә. Экзема, дерматит кеүек тире ауырыуҙары булғанда, тире бешкәндә төнәтмәлә сылатылған мамыҡ киҫәген ҡуйып торорға була.

Ер-әсәне рәнйетмәгеҙ!

Ҡыш буйына ял иткән ер үҙенең байлығын беҙгә йомарт өләшә, ауырыуҙарҙы еңерлек дауа бирә. Тик шуны оноторға ярамай: тәбиғәт биргән ниғмәттәр бөтмәҫ хазина түгел. Үлән йыйғанда тик файҙаланырлыҡ күләмдә генә йыйығыҙ. Үҫемлектең япраҡ-сәскәһе ҡулланылһа, уның тамырына зыян килтермәйенсә өҙөргә кәрәк. Берүк йолҡоп алмағыҙ! Юғиһә киләһе йыл ул шытып сыҡмаясаҡ.
Һирәк осрай торған шифалы үҫемлектәрҙе баҡсала үҫтерергә була. Беҙҙең шарттарҙа алтей үләне, андыҙ, арыҫлан ҡойроғо, артыш, бесәй үләне, бөтнөк, йүкә, ирәүән, кейәү үләне, ҡаҙ үләне, ҡомалаҡ, марал тамыры, меңъяпраҡ, миләүшә, мәтрүшкә, сөйәл үләне, татлы тамыр, үгәй инә үләне, юл япрағы һ.б. бер ауырлыҡһыҙ үҫә.
Тәбиғәт байлығын йыйғас, Ер-әсәгә рәхмәт әйтергә онотмағыҙ. Шул осраҡта дауағыҙ күпкә һөҙөмтәлерәк булыр.

Гүзәл БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға