«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Дауыл ҡыйыҡтарҙы ҡаурый кеүек уйнатты



07.05.2013 Дауыл ҡыйыҡтарҙы ҡаурый кеүек уйнатты

Дауыл ҡыйыҡтарҙы ҡаурый кеүек уйнаттыНисәмә йыл дауам иткән ҡоролоҡ үҙәгенә үткән баймаҡтар көнө буйы яуған йылы ямғырға ҡыуанып, көтмәгәндә килеп еткән ғәрәсәтте һиҙмәй ҙә ҡалды. Апрель аҙағында йәшнәгән йәшенгә һоҡланып та өлгөрмәнек, буғай. Сөнки ҡапыл көсәйгән ел-дауыл ҡойма-рәшәткәләрҙе ауҙара, шиферҙарҙы алып осора ла башланы. Баймаҡ метеостанцияһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, төньяҡ-көнбайыштан иҫкән ел тәүҙә секундына 14 метр тиҙлектә була. Артабан ул секундына 20 метрға барып етә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, әгәр ел секундына 25 метрға етһә, үтә хәүефле һанала.
Оҙаҡ дауам итмәгән дауылдың ни тиклем ҡурҡыныс булыуын икенсе көнөнә, ҡояш йылтыраған 30 апрель көнөндә, аңланыҡ. Бар ерҙә тиерлек шифер, төрлө тимер киҫәктәре туҙып ята. Ә инде ҡаланың 2-се мәктәбе яртылаш ҡыйыҡһыҙ тороп ҡалған. Ел хатта тимер-бетон плита­ларҙы ла ергә алып ташлаған. Билдәле, дауыл булған киске сәғәт алты тирәһендә мәктәптә һәр көн БДИ-ға әҙерләнгән, төрлө спорт секцияһына йөрөгән балалар була. Шуға күрә емереклектәр аҫтында кешеләр­ҙең тороп ҡалмауы Хоҙай ҡөҙрәтелер инде.
Дауыл лицей-интернаттың изолятор бинаһының ҡыйығын да һурып алып ташлаған. Бында ла бетон конструкцияһы, электр сымдары менән бергә, ергә килеп төшкән.
Чекмарев урамы, 5/1 адресы буйынса урынлашҡан ятаҡ янында ултырған еңел машинаның өҫтөнә ҡыйыҡтағы вентиляция шкафы килеп төшкән. Шулай уҡ ятаҡ янындағы бағана ла, ағас та һынған. Бынан тыш, уның эргәһендәге тағы ла дүрт машина тимер киҫәктәренән зыян күргән. Дауыл ҡойоу-механика заводы бинаһының тәҙрәләрен селпәрәмә килтергән, ә инде механика цехының ҡыйығын алып ташлаған. Хәҙер бинанан күк йөҙө үтәнән-үтә күренеп тора. Һөҙөмтәлә заводтың төнгө сменаһының эшен туҡтатыр­ға мәжбүр булалар.
“Урал аръяғы” МТС-ы ла тәбиғәт ғәрәсәтен кисергән – бер ангар, ҡыйыҡ емерелгән. Дауыл ҡаланың байтаҡ ерендә электр сымдарын өҙгән, күп урында “Билайн” элемтәһе юҡҡа сыҡҡан. Аҡморон, Темәс, Ғүмәр, Муллаҡай ауылдарында ла ҡыйыҡтар, рәшәткәләр емерелгән.
Тәүге сәғәттәрҙән авария-диспетчер хеҙмәте емереклектәрҙең урынын таҙарта, электр сымдары яңынан һуҙыла һ.б. эштәр башҡарыла. Тәбиғәт ғәрәсәте район-ҡалаға әллә нисәмә миллион һумлыҡ зыян килтергән. Хәҙерге ваҡытта, Баймаҡ районы хакимиәтенең ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлегенең баш белгесе Й. Йәғәфәров әйтеүенсә, зыян күргән объекттарҙа райондың көсө менән тергеҙеү эштәре башланған.
Ғәрәсәт мәлендә урамда шифер һ.б. ауыр әйберҙәр ҡаурыйҙай осоп йөрөһә лә, бәхеткә күрә, тән йәрәхәттәре алған кешеләр юҡ. Ҡаланың 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаған тантаналы йылда тәбиғәт биргән ”бүләк”тең эҙемтәләрен бөтөрөүҙә республиканың власть органдары ла беҙгә ярҙам ҡулы һуҙыр, тип ышанабыҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотолары.


Дауыл үтте

Май байрамдарында булып үткән дауыл республиканың төрлө төбәген “байҡаған”.
Мишкә районында ла ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән булған. Унда көслө дауыл арҡаһында ҡайһы бер ауылдарҙа йорттарҙың ҡыйығы емерелгән, электр линиялары ла зарарланған. Барлығы 80-ләп йорт утһыҙ ҡалған. Ишем, Мишкә ауылдарында, мәҫәлән, байтаҡ ҡына емереклек булған. Үҙәк район дауаханаһы, поликлиника бинаһының ҡыйығы емерелгән. Төҙөкләндереү эштәренә етмешкә яҡын кеше һәм 30 берәмек техника йәлеп ителгән. Ярай әле ҡорбандар юҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға