«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тәүге янғын һүндерелде лә ул…



07.05.2013 Тәүге янғын һүндерелде лә ул…

Йылы миҙгел үҙенең бәләләрен дә алып килә шул. Яҙ башында һыу таша, талпандар ҡаҙала, дауыл ҡотора, урман яна… Һуңғыһы айырыуса хәтәр, сөнки Башҡортостанда урман күп. Быйыл тәүге урман янғыны 4 майҙа Белорет районының Инйәр урман хужалығында теркәлгән. Ҡазаланған майҙан 16 гектарға тиң.
Янғын һүндерелеүен-һүндерелгән, әммә сәбәбе һағайта. Күҙаллау буйынса, ут туристарҙың һаҡһыҙлығынан сыҡҡан. Иң яҡын тораҡ пунктҡа – Лапышты ауылына биш километр ара булған.
Статистика буйынса, янғындарҙың күбеһенең сәбәпсеһе – кеше. Халыҡ, зинһар, урманда үҙегеҙҙе тота белегеҙ, ут менән һаҡ ҡыланығыҙ, тип тағы-тағы ҡабатлағы килә.
Урманда янғын күреп ҡалһағыҙ, түбәндәге телефондарға шылтыратығыҙ − 8-800-100-94-00 (шылтыратыу буш, тәүлек әйләнәһенә эшләй), БР Урман хужалығының диспетчер идаралығыныҡы − 8 (347) 251-00-31.
Урмандар беҙгә юҡҡа ғына бирелмәгән, уларҙы һаҡламаһаҡ, беҙҙе һаҡлаусы ла булмаясаҡ.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға