30.04.2013 «Беребеҙ ут булһа, икенсебеҙ һыу булды», –
ти 60 йыл бергә татыу ғүмер кисергән Ғәлиевтар
Асҡын районының Яңы Ҡушкилде ауылында йәшәүсе Нәҡиә Ғәйнелйән ҡыҙы һәм Фәрзәт Ғәлиулла улы Ғәлиевтарҙың (тормош иптәшемдең ҡартатаһы һәм ҡартәсәһе) быйыл матур байрамы – бергә парлашып йәшәй башлауҙарына 60 йыл – гәүһәр туйҙары. Ауылдың күренекле ғаиләләренең береһе улар. Алты бала тәрбиәләп үҫтереп, 14 ейән-ейәнсәренә, 10 бүлә-бүләсәренә ҡыуанып йәшәйҙәр. Фәрзәт Ғәлиулла улы армия хеҙмәтенән ҡайтҡас өйләнә. Йәш ғаилә йомортҡа һатып йыйған аҡсаға өй һалыр өсөн ағасҡа билет ала, нигеҙ ҡора. Ҡартәсәйгә мәктәптә, дарыуханала ҡарауылда, колхозда төрлө эштәрҙә эшләргә тура килһә, ҡартатай ат ҡараусы, төҙөлөш бригадаһында бригадир булып эшләй. Иҫке Ҡушкилде фермаһын һалғанда бригаданың звено башлығы булып тора. 20 йыл ғүмерен ағас оҫтаханаһына (мастерская) бағышлай. Ауылыбыҙ өсөн эшләгән иң ҙур ҡаҙанышы мәсет һалдырыу була. Ни эшләп шундай эшкә тотонорға баҙнат иттең, тип һорағас, ул: “Беҙҙе, ауыл аҡһаҡалдарын, Аснаф Хәсәнов күрше Ҡубыяҙ ауылы мәсетен асыу тантанаһына саҡырҙы. Тантана барышында һәм ҡайтҡансы уйландым: ни өсөн беҙҙең ауылға ла иман нурын ҡайтармаҫҡа?!” Идара рәйесе Зөфәр Фәтхинуровҡа мөрәжәғәт иткәс, ул да был эште хуплай. 1990 йылдың 19 декабрендә мәсет төҙөү өсөн ҡарар сығарыла. Фәрзәт Ғәлиулла улы: “Бындай ҙур яуаплылыҡ талап иткән изге эште үҙ өҫтөмә генә ала алмайым, ярҙамсы итеп Сәлих Ғайнановты тәғәйенләүегеҙҙе һорайым, тинем. Председатель итеп Нурмөхәмәт Әхмәдишинды һайланыҡ. Кәрим Мәхмүтйәнов ағас юллашып бирҙе, совхоз бик күп ярҙам күрһәтте, ағас эшкәртеү оҫтаханаһында эшләүсе егеттәр ҙә күп көс һалды”, – тип һөйләне. Мәсетте төҙөүгә 6,5 йыл ваҡыт китә.
“Шул тиклем ғүмер бергә иңгә-иң терәп йәшәп, әрләшкәнегеҙ булдымы?” – тип һорағас, ҡартәсәй: “Бабайым бик ҡыҙыу кеше, әммә бер тапҡыр ҙа ҡул күтәреп һуҡҡаны, кеше көлдөрөп тауыш күтәргәне булманы”, − тип яуапланы.
“Йәштәргә теләктәрем шул, – ти ҡартатай, – хәҙерге етеш тормошта бер-береһен аңлап йәшәһендәр, кешелекле булһындар. Айырылышыу, эскелек, һуғышыуҙың сәбәбе – эш етмәүҙән. Элекке ваҡытта быларҙы уйларға ваҡыт булмай торғайны, арып-талып ҡайтаһың да, таң һарыһы менән эшкә китәһең”.
Ҡартатай һәм ҡартәсәй менән һөйләшеп сәй эсеүҙәре күңелле: йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хикәйәттәрен тыңлау – үҙе бер ғүмер. Шулай матур пар булып, иҫәнлектә-һаулыҡта балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең күңелен күреп йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әле!
Инзилә ҒӘЛИЕВА.
Асҡын районы.