«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Йөрәктә – дәрт, күңелдә моң барҙа нисек өйҙә ятып сыҙамаҡ кәрәк?!» –



30.04.2013 «Йөрәктә – дәрт, күңелдә моң барҙа нисек өйҙә ятып сыҙамаҡ кәрәк?!» –

«Йөрәктә – дәрт, күңелдә моң барҙа нисек өйҙә ятып сыҙамаҡ кәрәк?!» –ти сәхнәне һәм спортты яратҡан 80 йәшлек мәғариф ветераны Әмир Шөғүров
1951 йылдың авгусы. Район мәғариф бүлеге мөдире Сәғәҙәтовтың бүлмәһе алдында бер егет сират көтә. Оло йәштәге мөдир, ҡыйыуһыҙ ғына атлап ингән йәш кешенең документтарын диҡҡәт менән ҡарағас, уға Әбделмәмбәт ете йыллыҡ мәктәбенә эшкә йүнәлтмә бирә.
Әмир Шөғүров хеҙмәт юлын шулай башлан­ғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Күп тә үтмәй, уны V – VII кластарға рус теле уҡытыусыһы итеп күсерәләр һәм ғүмеренең 42 йылын балаларға ошо предмет буйынса белем биреүгә арнай.
Рус теле һәм әҙәбиәте фәненә ғашиҡ егет 1960 йылда ситтән тороп Магнитогорск пединститутын тамамлай. Шул уҡ йылдың көҙөндә йәш уҡытыусыны Байым ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ошонан башлана ла инде Әмир Манаф улының етәкселек йөгөн тартыуы – оҙаҡ йылдар Хәлил урта мәктәбендә, Күмертау педагогия училищеһында директор, Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбендә директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары, унан йәнә Хәлил урта мәктәбенә етәкселек итеү...
Үҙенең педагогик хеҙмәт дәүерендә иң ауыр осор тип Хәлил мәктәбендә эшләгән 1964 − 1965 йылдарҙы иҫәпләй ул. Сөнки йәш, тәжрибәһеҙ директор алдында яңы төҙөлгән ике ҡатлы мәктәп бинаһын сафҡа индереү, уны йыһазландырыу бурысы тора. Ҡола яланда төҙөлгән белем усағының тирә-яғын йәшелләндереү, мәктәп яны участкаһын, спорт майҙансығын булдырыу, ҡаҙанлыҡ эшләтеү, уға Сибайҙан ташкүмер ҡайтартыу һәм башҡа әллә күпме мәсьәләне хәл итергә кәрәк була. Етмәһә, яңы мәктәп ҡарап тороуға ҙур булһа ла, уҡыусылар күп булғанға (600 − 700 уҡыусы) уҡытыуҙы ике сменала ойошторорға тура килә. Бынан тыш, күрше ауылдарҙан уҡыусылар өсөн 150 урынлыҡ интернат төҙөү, Ишбулды ауылы балаларын көн һайын мәктәпкә алып йөрөтөүҙе ойоштороу ҙа Ә. Шөғүров иңенә ята. Шундай ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, йәшлек үҙенекен итә: яңы идеялар, эҙләнеүҙәр менән яна директор. Яңы урта мәктәптә тиҙ арала уҡытыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр коллективы туплана, уларҙың төп өлөшөн мәктәптең элекке уҡыусылары тәшкил итә. Мәктәптә бүлмәләр етешмәүгә ҡарамаҫтан, яйын табып, Әмир Манаф улы тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдыра. Үҙе уҡытҡан фәнде тәрән белеүе, принципиаллеге, намыҫлылығы, үҙ-үҙенә, шулай уҡ уҡыусыларына, коллегаларына ҡарата талапсанлығы, ғәҙеллеге һәм баҫал­ҡылығы менән абруй ҡаҙана ул.
Ә. Шөғүровтың намыҫлы хеҙмәте юғары баһалана. СССР һәм РСФСР Мәғариф министрлыҡтарының Почет грамоталары, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Башҡор­тос­тан­дың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемдәре, партия, совет ойошмалары һәм хужалыҡтың хәтһеҙ Маҡтау ҡағыҙы ошоно дәлилләй ҙә инде.
Булдыҡлы, абруйлы етәксегә колхоз рәйесе, хужалыҡтың партком секретары, ауыл советы рәйесе вазифаларын тәҡдим итәләр. ВЛКСМ-дың һәм КПСС-тың район комитеттарына, Мәғариф министрлығына эшкә саҡыралар. Ләкин Әмир Манаф улы яратҡан эшенән китеүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Хеҙмәт йылдарының бер көнө лә мәктәптән ситтә үтмәй уның, үҙ һөнәренә, балалар уҡытыуға тоғро ҡала. Һөнәргә тоғролоҡ ғаиләнән дә киләлер, моғайын. Уның атаһы ла уҡытыу­сы була, һуғышҡа ҡәҙәр директор ҙа булып өлгөрә. 1943 йылда Манаф Шөғүров яу ҡырында һәләк була. Унан ҡалған береһенән-береһе кесе алты баланан Әмир, Зөһрә, Сара һәм Клара уҡытыусы һөнәрен һайлай. Шөғүровтарҙың дөйөм педагогик стажы 360 йыл тәшкил итә. Әйткәндәй, Әмир Манаф улының балалары Гөлнур һәм Мансур ҙа мәғариф хеҙмәткәрҙәре.
Колхоздың партком секретары урынбаҫары, политинформатор, агитатор, сәйәси уҡыу етәксеһе, колхоз идараһы ағзаһы, лекторҙар төркөмө етәксеһе, күп тапҡыр ауыл советы депутаты, колхоздың комсомол ойошмаһының штаттан тыш секретары һәм башҡа бихисап йәмәғәт бурысы ла директор-уҡытыусының иңенә ята. Бынан тыш, күңел ҡушыуы буйынса үҙешмәкәр сәнғәт коллективының әүҙем ағзаһы, етәксеһе лә була. 80 йәшлек ветеран әле лә, сәләмәтлеге самалы булыуына ҡарамаҫтан, сәхнәнән ситтә түгел. Оло быуын кешеләренең «Мин яратам һине, тормош!» фестивалендә тормош юлдашы Сәлимә Шәрифйән ҡыҙы менән ихлас ҡатнашып, ике йыл рәттән хәлилдәрҙең еңеү яулауына үҙҙәренең тос өлөшөн индерҙеләр. Әмир Манаф улы баянда, гармунда, мандолинала өҙҙөрөп уйнай, тормош юлдашы менән башҡарған ғаилә дуэтын тамашасылар яратып ҡабул итә.
Ә. Шөғүров хаҡлы ялда өйҙә зарланып, ауырыуға һылтанып ята торғандарҙан түгел. Элегерәк яратып уйнаған волейбол, өҫтәл теннисын хәҙер ташларға тура килһә лә, шахмат, бильярд буйынса әле булһа ярыштарҙа ҡатнаша. Һүрәт төшөрөргә, балыҡ ҡармаҡлар­ға әүәҫ.
«Йөрәктә − дәрт, күңелдә моң барҙа тормош юлдашың менән бергә, ауырыу-сырхау­ҙарға бирешмәй, иҫән-һау йәшәргә лә йәшәргә әле», – ти педагогик хеҙмәт ветераны.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға