«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Бәхетлемен!»



30.04.2013 «Бәхетлемен!»

«Бәхетлемен!»Хеҙмәт ветераны Фәриҙә Аллаярова, тормош ауырлыҡтарын күп кисерһә лә, ғүмер юлының эш менән үтеүенә һөйөнә
... Йылыға йылан да эйәләй, тигән һымаҡ, Рәсүлдәге Хәмиҙә һәм Ғәйнулла Исхаҡовтарҙың йортонан һис бер ҡасан кеше өҙөлмәй. Бер көн улар­ға Рысайҙан Ибәтулла исемле диуана килеп инә. Сәй эскән арала, ун биш йәшлек Фәриҙәгә ҡарап, туғаным, һин ике никахлы булырһың, яҡында йәшәйәсәкһең, бәхетле булырһың, ти. Шунан Фәриҙәнең ҡустыһын күреп, хужабикәгә, был балаң – ҡунаҡ ҡына, ҡәҙер ит үҙен, тип өҫтәй... Ысынлап та, бер нисә йыл үткәс, ашлыҡ һуҡҡанда көлтә һелтәгән үҫмер егеттең эсәге өҙөлөп, кинәт кенә яҡты донъянан китеп бара. Фәриҙәнең дә тормошо тап шул алла бәндәһе юрағанса килеп сыға...
Тыуған ауылы Рәсүлдән алыҫ булмаған Иманғол ауылында донъя көткән хеҙмәт ветераны Фәриҙә Аллаярова тураһында һүҙ башлар алдынан уның ата-әсәһе хаҡында һөйләгем килә. Сөнки уларҙың яҙмышында ил тарихы сағылғандай.
Ғәйнулла Исхаҡовты йәш сағында байҙарға ҡаршы әйткән бер һүҙе өсөн бер йылға төрмәгә ултыртып ҡуялар. Һуңынан Ғәйнулла, төрмәлә ултырыуым файҙаға булды, тиәсәк: «Русса һөйләшергә, Ҡөрьән уҡырға өйрәндем». Биш йыл армияла хеҙмәт иткән, япон, герман һуғыштарында ҡатнашҡан, русса белгән Ғәйнулла – Рәсүл шураһының тәүге рәйесе лә. Тәүге ҡатыны Заһиҙәнән тыуған һәр балаһы үлеп торған (туғыҙ баланың береһе генә биш йәшкә етеп, уныһы ла вафат булған). Бындай ҡайғынан нескә күңелле Заһиҙә аҡылын юйған...
Ҡоҙашҡа килен булып төшкән Хәмиҙәнең ире Хөснулла Закиров Беренсе донъя һуғышынан ҡайтып килгәнендә юлда һәләк була. Хәмиҙә ике бала менән тороп ҡала. Нишләптер эшкә шәп, талымһыҙ килендәрен ҡайнағалары һыйҙырмаған, гел рәнйеткәндәр, кәмһеткәндәр... Кәмһетеүҙәргә башҡаса түҙер әмәле ҡалмағас, Хәмиҙә шул хаҡта туғандарына зарланған. Ағалары килеп, уны алып ҡайтҡан, балаларҙы ҡайнағалары бирмәгән. Фәхретдиндең ҡыҙы Хәмиҙәнең, тол ҡалып, тыуған йортона ҡайтыуы тураһында ишеткәс, Заһиҙә уны иренә димләп килә. Үҙенән ун дүрт йәшкә өлкән иргә кейәүгә сығырға теләмәгән Хәмиҙәне Заһиҙә, ай-вайына ҡарамай, барыбер күндерә. Заһиҙә йәш көндәшенә бик яғымлы, яҡшы мөғәмәләлә була, үҙ күрә, хатта үҙенең ҡәҙерле түшелдереген – яғаһын бүләк итергә маташа. Ғәйнулла Хәмиҙәнең Ҡоҙашта тороп ҡалған ҡыҙҙарын алырға барғас, Закировтар кесеһен, Маһираны ғына тотторалар, ә эшкә яраған Гөлнәбирәне бирмәйҙәр (һуңынан шул бахыр баланы улар асҡа үлтерә).
Көндәштәр бер ваҡытта ауырға ҡалғас, Заһиҙә, ошо балам торһа, һиңә булыр, тип тыумаҫ борон сабыйын Хәмиҙәгә инселәй. Үҙенә ҡалһа, бәпесен үлемдән аралап, яҙмышты алдап ҡарарға маташыуы инде... Заһиҙә ир бала таба, уға Мөхәммәт тип исем ҡушалар. Хәмиҙәнең ҡыҙын Мәүлиҙә тип атайҙар. Мөхәммәт менән Мәүлиҙәне, хас та игеҙәктәрҙе, Хәмиҙә имеҙеп үҫтерә.
Ғәйнулла, юрғанын аяғына ҡарап һуҙып, яңы туғандарын – Хәмиҙәнең ағаларын ҡунаҡҡа саҡыра. Былай ҙа икенсе бисә алғаны өсөн Ғәйнуллаға үпкәләп йөрөгән Заһиҙәнең туғандары, саҡырылмағандары өсөн бартамлап, ҡунаҡҡа ғына тип, һеңлеләрен алып ҡайтып китә. Бер көн үтә, ике көн, өс көн – Заһиҙә юҡ та юҡ. Аптыраған Хәмиҙә, ат егеп, өлкән көндәшен эҙләп бара. Тик Заһиҙәне ағалары йәшереп алып ҡала, сығармайҙар, ул бында ҡаласаҡ, тип белдерәләр. Шунан һуң Заһиҙәнең ағалары, туғаныбыҙҙың өлөшө, тип Ғәйнуллаға мал бүлешергә килә. Малды бүлешәләр. Шул малды ашап та бөтәләр, ағаларына Заһиҙәнең кәрәге лә бөтә, уны өйҙән ҡыуып та сығаралар. Бисара, ҡағылып-һуғылып йөрөп, аҙаҡ астан үлә...
Оло йәштәге Ғәйнулла ла, икенсе ҡатыны Хәмиҙә лә эшкә шәп, бар нәмәгә оҫта булғас, балалары ас-яланғас ултырмай. Юҡты бар иткән кешеләр баҫыусылыҡ менән дә, малсылыҡ менән дә уңышлы шөғөлләнә. Тик шул егәрлелектәре ҡайһы бер эскерле ауылдаштарының эсен көтөрләтә, һәм уларҙы, кулак мөһөрө тағып, һөргөнгә һөрөргә ҡарар ҡабул итәләр. Бәләкәс Фәриҙә, беҙҙе Себергә ебәрәләр, тип ҡыуанып, әхирәттәренән һөйөнсө ала. Уның өсөн ҡайҙалыр алыҫҡа барыу шатлыҡлы ваҡиға кеүек күренә... Бәхеттәренә, Өфөнән килгән бер вәкил, Исхаҡовтар «кулак түгел, середняктар» тип, уларҙы ебәрттермәй. Юғиһә улар беренән-бере бәләкәй алты балаһы менән шул ҡырыҫ тарафтарҙа мәңгегә ятып ҡалыр ине...
– Ауыл халҡы әйберҙәребеҙҙе, малыбыҙҙы талап бөттө, – тип һөйләй Фәриҙә әбей. – Балалар күмәк булғанға ғына берешәр ат менән һыйыр ҡалдырҙылар. Өйҙә нимә бар, бөтәһен дә алып сыҡтылар: сепарат, көҙгө, сәғәт... Хатта берәү инәйемдең (әсәй – авт.) яғаһындағы тәңкәләрҙе тунап алып сыҡты. Кешенең рәнйеше төштө үҙҙәренә – нәҫелдәре ҡороп бөттө. Беҙҙе талағандарына түҙгән атайым менән инәйем мәсет манараһын ауҙарғанда, вәхшилеккә сыҙамай, иланы, ҡарамағыҙ, тип күҙҙәребеҙҙе ҡапланы.
Әле уйлайым да, ҡайҙан беҙ бай булайыҡ инде, тип ҡуям. Атайым менән инәйемдең эштән бушамаған ҡулдары гел дә ҡап-ҡара булып ярылып йөрөй торғайны, өҫтәрендә күпте күргән ҡыптыр тун... Ауылыбыҙҙа иң бай тип Аллаяр ҡарт һаналды. Ул да инде һис бер ҡасан ал-ял белмәгән егәрле кеше ине. Улдары ла тырыш булды. Шуларҙы Себергә һөрҙөләр. Тартып алған йорттарын тәүҙә идара иттеләр, хәҙер унда «Йәйғор» магазины. Хәҙерге заман йорттары менән сағыштырғанда, кескәй генә бер йорт... Ҡоҙаштан етмеш йәшлек Лотфулла мулланы ла улы менән Себергә ебәрҙеләр, һөйәктәре шунда ятып ҡалды...
Атайым етен сәсте, инәйемдең шуны эшкәрткәне әлегәсә күҙ алдымда. Тәүҙә етенде уралар, һабағын һыуға һалалар. Екеһә (ҡабығы таралһа), махсус станокта талҡыйҙар (төйәләр), ҡабанан үткәрәләр (ҡаба – кәзә йөнөн тараған тараҡҡа оҡшаған ҡулайлама). Шуны инде еп итеп иләйҙәр. Аҙаҡ станокка һалып, тауар итеп һуғалар. Ошоларҙы вис инәйем үҙе эшләне. Тирене лә күп эшкәрттеләр. Уны тәүҙә ашҡа (әсеткегә) һалалар. Ебеһә, салыр аша тартып йомшарталар (салыр – һабы ағастан, ҡырғысы тимерҙән эшләнгән ҡулайлама). Шуны ҡара талдың ҡайнатылған ҡабығында буяйҙар. Эшкәртелгән тиренән инәйем салбарҙар, тун текте. Атайым сарыҡ эшләп бирҙе. Беҙ, ҡыҙҙар, сарыҡты тауар таҫмалары менән биҙәп кейҙек – матурлыҡҡа күңел тартыла бит ул.
Бер минутҡа ла эштән айнымаған инәйем хатта шул эштәрҙән һуҡырай­ҙы. Шунда ла йөн иләп ултырҙы. Ул бик шиғри йәнле ине. Йырҙар ҙа, шиғырҙар ҙа сығарҙы. Үҙенең һөйләүе буйынса, биш-алты йәшендә келәттәге сапсаҡҡа (оло ағас күнәккә) барып төшкән. Күнәктең эсе шыма бит инде, сыға алмай тик ултырған. Ултыра торғас, яманһыу­лап, шиғыр сығарған:
Ҡаршы тауҙың башында
Ҡороған ағас ултыра.
Бер Хоҙайҙан башҡа берәү
белмәй –
Мин ултырам сапсаҡ эсендә.
Ата-инәйе келәткә эҙләп керһә, ул шунда ултыра икән...
Ата-әсәһе эшкә талымһыҙ булғас, балалары ла иртә ҡул араһына ингән. Фәриҙә ун өс-ун дүрт йәшендә өлкәндәр менән бер рәттән ураҡ та ура, көлтә лә бәйләй, бесән дә саба. Һуғыш башланғас, бер төркөм үҫмерҙе Наурыҙға тракторсылар курсына яҙалар, шул иҫәптән Фәриҙәне лә. Ете класс белемле ҡыҙ курсты тик «бишле» билдәһенә тамамлай. Ауылына ҡайтҡас, тал сыбығындай нескә, буйға бәләкәй ҡыҙға өҫтө асыҡ «Форзун» тракторын бирәләр, ер һөрөргә ҡушалар. Тракторҙы әйләндереп ҡабыҙырға көсө етмәгән баланың этләнгәнен күреп, һабансы бабай ярҙам итешә. Ҡайнар август ҡояшы аҫтында пар ерен тирләп-бешеп, уттай янып, саңға батып һөрөп бөтөүгә, комбайнды һөйрәттереп, ураҡҡа төшөрәләр. Инде генә эшләй башлаһалар, йә тракторы һүнә, йә комбайны боҙола.
Таң менән тороп, тракторҙы майлауы ла бәлә, кәрәсин һалам тип, трубка аша өрҙөргәндә яңылыш яғыу­лыҡты ла әллә күпме эсәләр...
Бер көн МТС-тан Хәмит Ниғә­мәтуллин менән Ғабдулла Йыһан­шин килә. Хәмиҙәгә, ҡыҙығыҙҙы уҡырға Мәсетлегә ебәрәбеҙ, тиҙәр. Баламды фронтҡа ебәреп ҡуймаһындар, тип ҡурҡҡан әсә, ә мин уны кейәүгә бирәм, тип ҡыҙын алып ҡала. Һәм ысынлап та, йәһәтләп Әбделҡасимдағы (ул ауыл хәҙер бөттө инде – авт.) йәш кенә Фәйзрахман исемле егеткә кейәүгә бирҙертә. Бер аҙҙан Фәйзрахманды һуғышҡа алалар. Йәш кәләш ауыл магазинына эшкә урынлаша. Икмәк булмай, паек фронтовиктарҙың ғаиләләренә генә тәғәйенләп, үлсәп бирелә. Аслыҡтан йонсоған күп балалы ҡатындар килһә, Фәриҙә, уларҙы йәлләп, йөҙ грамм һоло урынына ике йөҙ грамм биреп ебәрә, илап килгән балаларҙың да фуражкаһына һоло тултыра. Әллә нисә тиҫтә йыл үткәс, Фәриҙә әбейҙе ҡалала бер ир туҡтата. Магазинда эшләгәнеңдә беҙҙе бит үлемдән аралап ҡалдың, күп туйҙырғаның булды, тип рәхмәт әйтә ул.
Фәйзрахман, биш йыл хеҙмәт иткәс, ҡайтыр сағында, мин ҡатын алып ҡайтам, һин дә үҙ йүнеңде үҙең күр, тип кәләшенә хат яҙа. Шул турала Фәриҙә ата-әсәһенә хәбәр итә, улар уны алып ҡайтырға килә. Ләкин ҡайны-ҡәйнәһе егәрле килендәренән бер ҙә ҡолаҡ ҡағырға теләмәй, уға сат йәбешә, улыбыҙ ҡайтһын ғына, беҙ уны айырылышмаҫҡа кире күндерербеҙ, тип өгөтләйҙәр. Фәриҙә, уларҙың һүҙҙәренә ышанып, шулай ҙа эстән икеләнеп, тороп ҡала. Ләкин бер заман ҡайныһы, улына үсегеп, йәш ҡатын алырға булып китә. Фәриҙә эштән ҡайтып инһә, ҡайныһы көндәш алырға ризалыҡ бирмәгән ҡатынын тәгәрәтеп туҡмап ята! Ошо хәлдән һуң Фәриҙә бында ҡалмаҫҡа ниәт итә, һәм уны ата-әсәһе килеп алып ҡайта (малын кире бирмәйҙәр, әйләнеп килер, тип һуңғаса өмөтләнделәрме икән?!)
Тыуған ауылында колхозда эшләй башлаған Фәриҙәгә ауылдашы Заһиҙулла яусы ебәрә. «Ике бисә айырған ир» даны уның насарлығынан түгел, ә киреһенсә, кешелеклегенә бәйле килеп сыҡҡан – һуғышҡа тиклем алған ҡатыны ла, яраланып ҡайтҡас өйләнгәне лә ҡайны-ҡәйнәһен ҡарарға теләмәй, шуға айырылышырға мәжбүр була. Ә Заһиҙулла ут эсендә йөрөгәндә, һуғыштан иҫән-һау ҡайтһам, атай-әсәйемде мотлаҡ үҙем ҡарармын, тип нәҙер әйткән, шул һүҙен һуңғаса тота. Нәҙерен тормошҡа ашырырға ауыр эштән ҡурҡмаған, һәр кемгә күркәм холҡо менән яраған Фәриҙә ярҙам итә – улар өйләнешә, килен ҡайны-ҡәйнәһе менән ихлас донъя көтә. Әйткәндәй, флоттан ҡайтҡас, Фәйзрахман, терһәген тешләрҙәй булып, уйнап ҡына яҙғайным бит, тип, Фәриҙәне хатта урларға ла уйлаған, тиҙәр...
Ә мал табибы булып эшләгән намыҫлы, эшсән Заһиҙулла Фәриҙәгә яҡшы ир, балаларға өлгөлө атай була. Ғүмере 48 йәшендә, әсәһенең етеһен уҡытҡан көндә өҙөлә. Фәриҙә Ғәйнулла ҡыҙы ире янында ветсанитарка булып эшләп, пенсияға ошо эштән сыға.
– Мал күп ине, бруцеллез, ҡотороу кеүек сирҙәр йыш ҡабынды, – ти хеҙмәт ветераны. – Айҙар буйы ҡан алабыҙ ҙа ҡуябыҙ, шуны ҡалаға алып барабыҙ. Бруцеллезды хатта кешеләр ҙә йоҡтороп, ныҡ ауырыны... Эшебеҙ еңелдән түгел ине, тип әйтмәксемен.
Тормошомдан ҡәнәғәтмен. Ҡай­ны-ҡәйнәм дә миңә фатихаларын биреп, риза булып баҡыйлыҡҡа күсте. Ирем балаларҙы яратты. Үкенескә күрә, бер генә ейәнен күреп өлгөрҙө, әле егерме туғыҙ ейән-ейәнсәрен күрһә, ҡалай баймын, тип бигерәк ҡыуаныр ине. Туғыҙ бала тапҡайным, бишеһе үлде, дүртеһе тере ине, ун ике йыл элек йөрәк сиренән Рафаэль улым вафат булып ҡуйҙы (уның өс балаһы ҡалды). Нурсиләм, Илүзәм, Фир­ҙәүесем, гөлдәй ейән-ейәнсәр­ҙәрем – бөгөнгө таянысым, ҡыуанысым. Күп-күп йылдар элек мин, ғаиләлә өсөнсө ҡыҙ бала, донъяға килгәс, инәйем, тағы ҡыҙ, тип атайым алдында үҙен ғәйепле тойған. Ә атайым, был кинйә ҡыҙым бәхетле булыр, тигән (минән һуң өс ир бала тыуҙы). Үткән ғүмергә әйләнеп ҡарайым да, бөгөнгөмдө уйлайым да, атайымдың да, Ибәтулла диуананың да һүҙе раҫҡа сыҡты, тим – бәхетлемен.
Республикала билдәле йәштәр – һәүәҫкәр композитор, йырсы Мин­зәлә Яхина, музыкант Илшат Яхин, шағир Фәнил Бүләковтың ҡартнәйе Фәриҙә Аллаярова ысынлап бәхетле кеше ул, сөнки балаларына ҡәҙерле, шуға һөйөндөм. Йөрәгемде иң әсендергәне – бәхет­һеҙ балалар менән кәрәкһеҙ ҡалған ҡарттарҙың күҙ йәше. Күңелемде иң йылытҡаны – һөйөүҙә үҫкән балалар менән ҡәҙерҙә ҡартайған ололар...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға