«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Балыҡтар нимә һөйләй?



30.04.2013 Балыҡтар нимә һөйләй?

Балыҡтар нимә һөйләй?Тауыҡтар «ҡыт-ҡыт» тип һөйләшә, йыландар «ыҫ-ыҫ» ти, бесәй «мыяу» тип әйтә, ә балыҡтар нимә тип һөйләшә икән? Һеҙ шуны белмәйһегеҙме, балалар? Ауыҙҙары асыла ла ябыла, тик бер өн дә сыҡмай. Был ни ғәжәп? Күп ваҡытын һыу өҫтөн күҙәтеп үткәргән баҡа шундай уйға бата. Бер балыҡ һикергән саҡта тиҙ генә һорағайны, ул ауыҙын асып япты ла бер нәмә лә тимәне. Баҡа уның артынан һыуға сумды. Һаман ауыҙын аса ла яба. Күперектәр генә сыға. Һыу аҫтында оҙаҡ йөрөй алмаған баҡа йәнә үҙ ташына менеп ултыра. Әһә, йыландан һорар­ға кәрәк! Ул ҡоро ерҙә лә, һыуҙа ла йөрөй ала бит. Ләкин балыҡтар уға ла һүҙ урынына күперек кенә ебәрәсе. Ныҡ итеп аптыраған баҡа балыҡ ҡармаҡларға килгән ағайға үтенесен әйтә. «Бәләкәй генә улымдың да белгеһе килә. Ул да, мин тотҡан балыҡтар ниндәй һүҙҙәр әйтә, тип һорай. Тик ул ҙур серҙер, күрәһең», – тип уфтанған балыҡсы.
Бер ваҡыт балыҡсы Аллаһтан былай тип ялбарған: «Миңә ризыҡ бирәһең, балыҡ гел эләгә, рәхмәт! Уларҙың телен дә белһәм ине!» Ләкин балыҡтар һаман һөйләшмәй ҙә һөйләшмәй. Шулай көндәр үтә, баҡа менән балыҡсының хыялы тормошҡа ашмай ҙа ҡуя. Әммә бер матур иртәлә бүтәндәренән айырылып торған балыҡ эләгә. Ул ҡыҙылыраҡ төҫтә була. «Ой, бер тәмле селәүсенде генә ҡапҡайным, былт итеп һыуҙан сыҡтым да тар ғына күнәккә килеп төштөм. Ой, мин аҙаштым, сығарығыҙ!»
– Мин һине ашар өсөн тоттом.
– Юҡ-юҡ, мине ашамағыҙ, минең балаларым, атай-әсәйем бар. Улар минең ҡайҙа киткәнемде белмәй...
– Балыҡтар нимә тураһында һөйләшә ул, шуны әйтһәң, бәлки, ашамаҫмын.
– Беҙ ҙә кешеләр һымаҡ һөйләшәбеҙ инде. Яратам, һағынам, тип әйтәбеҙ, ҡәҙерлем, матурым, тибеҙ.
– Ә ниңә ауыҙығыҙ бер туҡтауһыҙ асыла ла ябыла, гел һөйләшәһегеҙме ни?
– Беҙ һәр ваҡыт Аллаһты иҫкә төшөрәбеҙ. «Бисмиллаһ, бисмиллаһ» тип ҡабатларға яратабыҙ, ғаиләбеҙ, күҙҙәребеҙ, ҡанаттарыбыҙ булғаны, селәүсендәр, ем табылғаны өсөн «әлхәмдүлилләһ, әлхәмдүлилләһ» тип әйтеп йөрөйбөҙ. «Собханаллаһ» тибеҙ гел генә. Былар тәсбих әйтеү тип атала. Беҙ гел тәсбих әйтәбеҙ. Гел матур һүҙҙәр һөйләйбеҙ. Бер-беребеҙгә ҡаты өндәшмәйбеҙ, әрләшмәйбеҙ, ҡысҡырышмайбыҙ.
Балыҡсы уны ҙурыраҡ һауытҡа күсереп, өҫтөнә күп итеп таҙа һыу ҡоя ла өйөнә алып ҡайтып китә. Уға тәмле ем, икмәк ашатып, улы менән бер аҙ уйната ла һыуға кире ебәрә. Балыҡтарҙың нимә һөйләгәнен баҡаға ла әйтә. Баҡа ла хәҙер күп итеп «баҡ-баҡ» ти, йыландар «ыҫ-ыҫ» итә. Барыһы ла Аллаһҡа рәхмәт әйтә башлай. Ауырымаған, асыҡмаған, өшөмәгән өсөн, атай-әсәй­ҙәре булғаны өсөн, шулаймы, балалар?
Гөлсинә Байғужина-Йосопова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға