«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Башыңды эшләт



30.04.2013 Башыңды эшләт

Кем ниндәй һөнәр эйәһе?

Кәрим, Рәмил һәм Камил – цирк клоундары. Отпуск мәлендә улар башҡа юлдар менән аҡса эшләй. Уларҙың һәр береһе түбәндәге алты һөнәрҙең икәүһенә эйә: яҙыусы, мөрйә таҙартыусы, водитель, гольф уйынсыһы, парикмахер, инженер.
Кемдең ниндәй һөнәр эйәһе икәнлеген асыҡлағыҙ.
u Водитель гольф уйынсыһының апаһы менән осраша.
u Мөрйә таҙартыусы, инженер һәм Кәрим һәр шәмбе бильярд уйнай.
u Водитель мөрйә таҙартыу­сының оҙон аяҡтарынан һәр саҡ көлә.
u Инженер Рәмилгә кәнфит бүләк итә.
u Гольф уйынсыһы яҙыусының машинаһын һатып ала.
u Камил, Рәмил менән гольф уйынсыһына ҡарағанда, бәлештәрҙе тиҙерәк ашап бөтә.

Мөғжизәле йомортҡа

Йәшәгән, ти, бер кеше. Ул көн һайын иртәнсәк бер йомортҡа ашаған. Үҙе тауыҡ аҫрамаған, бер ҡасан да йомортҡа һатып алмаған (урламаған да), бер кеше лә уға бирмәгән, үҙе лә һорамаған.
Һорау: ул ҡайҙан йомортҡа алған?

Өсмөйөштәрҙе һанағыҙ
Башыңды эшләт
Был геометрик фигурала күп өсмөйөш бар. Һанап ҡарағыҙ әле, кемдеке күберәк булыр?
Шырпы менән мәсьәлә

Башыңды эшләтТик бер шырпының урынын алмаштырһағыҙ, дөрөҫ тигеҙләмә килеп сығыр.
Бер шырпыны ла урынынан алмаштырмағыҙ, әммә тигеҙләмә дөрөҫ булһын. Шулай уҡ шырпыны яндырырға, ташларға, өҫтәргә ярамай...
Башыңды эшләт

Кем күпме алма ашаған?
Башыңды эшләт
Дүрт ғаилә пары бер көн эсендә 32 алма ашаған:
Айрат – 3;
Дамир – 2;
Рәфҡәт – 4;
Рәшит – 1 ;
Айһылыу – ире кеүек үк;
Таңһылыу – иренә ҡарағанда 2-гә күберәк;
Көнһылыу – иренә ҡарағанда 3 тапҡыр күберәк;
Төнбикә – иренә ҡарағанда 4 тапҡыр күберәк.
Һорау: Көнһылыуҙың ире кем?

Хаталарҙы табығыҙ

Һүрәттә күрһәтелгән сәғәтте аҡылы теүәл булмаған кеше эшләгән. Ҡулығыҙға ҡағыҙ, ҡәләм алығыҙ ҙа бер минут эсендә ете хатаны ла табығыҙ.

Автобус ҡайһы яҡҡа китеп бара?

Ошо йомаҡты балалар бик тиҙ сисә – улар өсөн был үтә еңел. Ә һеҙ әйтеп ҡарағыҙ әле, автобус ҡайһы яҡҡа китеп бара?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға