26.04.2013 Бәхет таштамы, сәскәләме?
Бөгөн айырылышыуҙар күбәйгәндән-күбәйә. Үткән йыл өсөн генә Башҡортостан буйынса статистикаға күҙ һалһаҡ, мең ғаилә ҡороуға биш йөҙләп айырылышыу теркәлгән. Хәҙер туйҙар күп аҡса түгеп үтһә лә, йәштәр бының ҡәҙерен белмәй. Саҡ ҡына тормош ауырлығы баҫһа, аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, айырылыу сараһы табыла. Һәр кем үҙен генә уйлай, күрәһең. Уртаҡ бала яҙмышы бер кемде лә борсомай. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Төп сәбәбе – ҡиммәттәрҙең үҙгәреүе.
Бөгөн ғаиләлә матриархат хөкөм итеүе ағасҡа балта саба. Ҡатын баш ролен үтәй. Балаларын үҙенсә тәрбиәләй, бөтә эштәрҙе үҙе алып бара. Ире эшкә барып ҡайта ла, ай аҙағында алған аҡсаһын тоттора, әҙерҙе ашай, әҙерҙе кейә лә, диванында телевизорға текәлә. Өйгә пакетлап ризыҡ күтәреп ҡайтыу, уларҙан ни ҙә булһа яраштырыу, балаларының мәктәптә нисек өлгәшеүен күҙәтеү, балалар баҡсаһына, түңәрәктәргә йөрөтөү, уҡытыусы-тәрбиәселәр менән һөйләшеүҙәр алып барыу – барыһы ла ҡатын елкәһендә. Был – бик ҙур хата. Ирҙәребеҙ ҡулына бирергә кәрәктер власты. Аҡсаны үҙе тотһон, ризыҡ ташыһын, ғаилә эштәрен, сығымдарын планлаштырһын, кис балалар менән шөғөлләнергә ваҡыт тапһын. Ә елкәһенән күп бурыс төшкән ҡатын үҙен ҡарап йөрөтөр, йылмайыр – ғаилә кәйефе ҡатын-ҡыҙҙан тора бит. Өйҙә лә, эштә лә өлгөрөргә, һәйбәт әсәй булырға ла, карьера яһарға ла ынтылған ҡатын нисек асыуын тышҡа сығармай йөрөтә алһын инде? Асыулы, йәмһеҙ ҡатын – бары тик уның иренең “уңышы”.
Хәҙер күп ҡатын-ҡыҙ шундай өлгөрлөгө, көслө булыуы менән ғорурлана. Эшкә лә шәп, өс бала ла тапҡан ҡатындар маҡтала. Ә ирҙәре һуң? Күберәк ир кешене алға ҡуйырға кәрәктер. Арыу ирең булмаһа, улай карьера яһап та булмайҙыр. Боронғо мөнәсәбәттәр һоҡланғыс. Өләсәйҙәребеҙ олатайҙарҙы һәр ваҡыт өҫтөн ҡуйған. Бер ҙә үҙҙәре баш булып йөрөмәгән. Хәҙер килеп алтын, гәүһәр туйҙар гөрләп үтә. Беҙҙең быуындан шундай туйҙар үткәрерлек кимәлгә етеүселәр күп булырмы икән?
Ҡатынды өс сифатына ҡарап һайлауҙары тураһында хәҙис бар. Матурлығына, байлығына һәм иманлылығына. Ләкин матурлыҡ – бер көнлөк, ул туйҙа ғына кәрәк, тиҙәр, ҡырҡ йәштәрҙә егерме йәштәге сибәрлегең һулыған була инде. Байлыҡ та бер айлыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың иң ҙур байлығы – иман. Эскерһеҙ иман. Матур холоҡло, ипле ҡыҙға өйләнгән егет туңмаҫ. Ә ниндәйҙер ялтырауыҡ, сағыу тормош, күңел асыуҙы ғына уйлап өйләнгәндәргә ауырға тура киләсәк. Ғаилә ниндәйҙер иҫәп-хисап, донъяуи маҡсаттарҙан ғына сығып ҡоролһа, тиҙ тарҡала.
Күп ҡатын-ҡыҙ үҙ-ара һөйләшкәндә ирҙе уның нимә бүләк итеүенән сығып баһалай. Сәскә бирмәгәне, алтын-гәүһәр алмағанына ебегән мөһөрө тағыла, мөхәббәтенә шик уяна. Тун бүләк итмәгәндәрҙең баһаһы ла еңел тарта. Бәхет ошонан ғына ғибәрәтме икән ни? Әгәр ирең ғаиләһен ҡарай, балаларың өсөн өҙөлөп тора икән, тағы нимәгәлер ризаһыҙланып, сәскә йә таш көтөп ултырыу... Наҙлы, йылмайыусан кәләшенә ул барыбер бүләк итәсәк. Көтмәгәндә! Бер онотор, икенсегә хәле етеңкерәмәҫ, әммә өсөнсө тапҡырға күңел йылыһын бүләге менән дә иҫбатлап ҡуйыр. Әммә көтөп, талап итеп, үсегеп ултырырға ярамай, минеңсә. Уны үлсәргә лә ярамай. Шулай уҡ үҙеңдән хәллерәктәргә эйәрергә тырышыу, улар менән ярышыу яман. Ҡатын-ҡыҙ араһында көнсөллөк тә барлыҡҡа килеп ҡуя. Үҙеңдән түбәнерәктәргә ҡарап хәлеңә шөкөр итһәң, шул тиклем еңел. Ришүәтселәр байлыҡҡа туймаҫ ҡатындары арҡаһында ла барлыҡҡа килә ул.
Билдәле бизнес-тренер Вадим Воловик семинарында булырға тура килгәйне. Унда ғаилә һәм бизнес темаһы бергә үрелеп барҙы. Ғаилә ныҡлы булмаһа, эш алға бармай, кеүегерәк фекерҙәр яңғырағайны. Шунда бер тренинг үткәрелде. Иптәшеңдең биш етешһеҙлеген яҙаһың да сүп-сар һауытына ташлайһың, йәғни улар тураһында онотаһың. Теләһә нимә уйлап башыңды ҡатырма. Икенсе ҡағыҙға уның биш яҡшы сифатын яҙаһың. Әммә был ҡағыҙҙы үҙең генә белгән урынға һалып ҡуяһың да, ғаилә карабығыҙ сайҡалып-сайҡалып ҡуйған ваҡыттарҙа алып уҡыйһың. Шул саҡта, ниндәй шәп иремә ризаһыҙлыҡ күрһәтәм, тип аптырарһығыҙ.
Ғаиләлә ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткәндә хис-тойғолар менән эш итергә кәрәкмәй, ти аҡыллы китаптар. Ашығыу − шайтандан, тиҙәр бит. Төптән уйлау, асыу баҫылғас хәл итеү күп ҡыйынлыҡтан ҡотҡарып ҡалыр. Аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға ҡалһа, һәр кем иң беренсе үҙенең нимәне дөрөҫ эшләмәгәнен асыҡларға тырышһа ине. Ғәйепте иптәшеңә өйөү түгел, ә үҙеңә һорау биреү: мин ҡайҙа хата ебәрҙем?
Шулай уҡ ғаиләләрҙе “шәп кәңәшселәр” ҙә боҙа. Айырыл, ти ҡайһы берәүҙәр, мәсьәләнән ҡотолоу яғын тиҙ хәл итеп. Ҡайҙалыр, һинең хыялыңдағыса йәшәмәгән кешенән бер ҡасан да кәңәш алма, тип уҡығайным. Кәңәш итер кешене лә һайлай белеү мөһим. Иң тәү сиратта ул иманлы булһын.
Сабырлыҡ, фиҙакәрлек, бер-береңә хөрмәт − ғаиләне ҡотҡарып алып ҡалыусылар. Күп нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тора. Беҙҙең холоҡта хәйләкәрлек тигән сифат бар. Шуны ла ҡуллана белеү кәрәктер. Кәйефең булмаһа ла, йылмайыу, иреңә етешһеҙлеген бәреп әйтмәү, оҫта ғына итеп ойоҡбаштарына хужа булырға өйрәтеү һәм башҡалар. Юғиһә, һәр ваҡыт өйрәтеп, күрһәтмәләр биреп, әсәйгә генә әйләнеп китеү ихтималлығы бар. Ә ир-егеттәр бойорғанды, ғәйепләгәнде, үҙеңде өҫтөн ҡуйғанды бер ҙә яратмай. “Яратҡандары”ның иһә үҙ баһаһы төшә, оло малайға, хатта быҙауға ла әйләнә. Ул һинең менән бер йортта сыҙай алмай башлауы ла мөмкин. Иреңдең ир булыуын теләһәң, уға баш булма, тиҙәр.
Ошондай ваҡлыҡтар ҙа тарҡата ул ғаиләне. Уларға етди ҡарамай булмай, сөнки тормош ваҡлыҡтарҙан тора. Беҙҙең һәр көнөбөҙ, һәр йылмайыуыбыҙ, һәр һүҙебеҙ ғаилә именлеге өсөн булһын ине.
Гөлсинә ЙОСОПОВА.