«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Ҡуртым ваҡыты – 49 йыл, был урмандың бер уңышы, ә артабан нисек?”



26.04.2013 “Ҡуртым ваҡыты – 49 йыл, был урмандың бер уңышы, ә артабан нисек?”

“Ҡуртым ваҡыты – 49 йыл, был урмандың бер уңышы, ә артабан нисек?” Белорет урмансылығында илап торған ҡатынды күреү күңелдә ауыр эҙ ҡалдырҙы. Йыл да төҙөлөшкә ағас һорап ғариза яҙа икән, дүрт ғаризаһы теркәлгән, әммә сират әле һаман етмәй. Ваҡыт үтә, балалар үҫә, ә йорт һалып, балаларына йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн мөмкинлек юҡ.
Йылдар буйы ағас ала алмаған кешеләр күп. Һәр урмансылыҡта етәксенең эш бүлмәһе алдында һыу буйы сират – бөтәһенә лә ағас кәрәк. Килеп тыуған киҫкен хәлдә урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәрен ғәйепләп тә булмай, улар рөхсәт ителгәнен бүлә, булмағанды бер ҡайҙан да алып бирә алмай.
Белорет урмансылығында йылына 90,7 мең кубометр ылыҫлы ағас ҡырҡырға рөхсәт ителә, әммә уның 9,9 мең кубометры ғына, йәғни 10 проценты халыҡҡа бирелә, ә ҡалғаны ҡуртымсылар (арендаторҙар) ҡулына китә. Һуңғы дүрт йылда “Белорет урмансылығы” дәүләт бюджет учреждение­һында ағас һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙән бөтәһе 11282 ғариза теркәлгән, шул иҫәптән 2010 йылда – 1440, 2011 йылда – 3773, 2012 йылда – 4980, ә быйыл йыл башынан – 1089 ғариза. Бөтәһенә лә ағас бирергә тип теп-теүәл бүлгәндә бер ғаризаға бер кубометр ҙа ағас эләкмәй.
Үҙегеҙгә мәғлүм булыуынса, 2006 йылда ҡабул ителгән Рәсәй Урман кодексына ярашлы, хәҙер урманда икенсе тәртип хөкөм итә – яңы кодекс ябай халыҡ мәнфәғәтен әллә ни ҡайғыртмай, ә урманды оҙайлы ҡуртымға биреү тәүмаҡсат итеп ҡуйыла. Яңы ҡанундар ғәмәлгә инеү менән, халыҡ уянғансы, Баш­ҡортостан урмандары сит өлкәләрҙә теркәлгән ике ҙур компания ҡулына күсте. Урындағы халыҡ, эшҡыуарҙарыбыҙ ауыҙ асып та өлгөрмәне.
Әлеге ваҡытта Белорет урмансылығына ҡараған биләмәлә “Баш­леспром” ағас әҙерләү компанияһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – 46517 гектар, “Селена” урман сәнәғәте компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – 36365 гектар, Н. Ғилманованың шәхси предприятиеһы – 1651 гектар, Г. Баязитовтың шәхси предприятиеһы – 1622 гектар, З. Әҡсәновтың крәҫтиән-фермер хужалығы – 793 гектар, ГУФСИН 2225 гектар урманды ҡуртымға алған.
Ҙур компаниялар бының менән генә риза түгел, Белорет урмансылығындағы ҡуртымға бирелмәй ҡалған Белорет ауыл урмансылығына ҡараған урмандарҙы ла алыу­ҙары ихтимал. Ә бит нәҡ ошо урындан әлеге ваҡытта халыҡҡа төҙөлөш өсөн ағас бүленә. Әгәр ҙә был урмандарҙан да ҡолаҡ ҡаҡһаҡ, халыҡҡа бирергә ағас ҡалмаясаҡ. Бе­лорет ауыл урмансылығына ҡараған урмандарҙы ҡуртымға алыу предприятиелар өсөн, әлбиттә, бик отош­ло: улар юлға яҡын урынлашҡан, тимәк, ағас сығарыуҙы еңеләйтә, сығымдар ҙа күпкә ҡыҫҡара. Ә халыҡ өсөн бындай ҙур арен­датор­ҙарҙың килеүе отошло түгел. Сөнки ауыл эргәһендәге урман ҡырҡыласаҡ, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереләсәк.
Урманды ҡуртымға биреүҙе хуплаған законды РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ҡабул итте, ә халыҡ түгел! Ергә, урманға бәйле ошондай закондар ҡабул итер алдынан референдум үткәрергә кәрәк ине лә ул.
Ағас – тергеҙелә торған сеймал, әммә эшкә яраҡлы ағас үҫһен өсөн кәмендә 70 йыл талап ителә, тип уҡыттылар беҙҙе мәктәптә. Ғөмү­мән, беҙ ултыртҡан ағастар балаларыбыҙға өй һалырлыҡ булып өлгөрөрмө икән? Урманға вәхшиҙәрсә ҡарарға ярамай, ә ғилми күҙлектән сығып эш итергә кәрәк. Әммә бөгөн урман яҙмышы кабинеттан сыҡмай ғына идара итеүселәр, аҡсалылар ҡулында ҡалыуы үкенесле.
Иҡтисади мөнәсәбәттәр заманында йәшәйбеҙ. Аңлайбыҙ, ил, республика, муниципаль бюджеттарҙы тулыландырырға кәрәк.
Беҙҙең районда урман – төп байлыҡтарҙың береһе. Уны иҡтисади яҡтан файҙалы тотоноу – район етәкселегенең дә тәүмаҡсаты. Шуға улар эш урындары булдырған, ағасты тәрән эшкәртеү йүнәлешен яйға һалған, түбән сортлы ағасты ла рациональ файҙаланған, һалым түләгән һәр предприятиены ҡуш ҡуллап ҡабул итергә әҙер. “Урал” гәзитенең 1999 йылдағы 37-се һанында Г. Мостафинаның “Урман сәнәғәте комплексы яҡлауға мохтаж” тигән мәҡәләһе сыҡҡайны. Унда автор: “Район бюджетының 80 процентын урман сәнәғәте комплексы предприятиеларынан алын­ған һалым тәшкил итә. Райондың йәшәү эшмәкәрлеге тап ошо производствоның уңышлы эшләүенә бәйле”, – тип яҙа. Бына нисек урман сәнәғәте районды күтәреп торған! Унан тыш, ауылдарға электр селтәрҙәре һуҙыу, юл һәм күперҙәр төҙөү кеүек социаль әһәмиәттәге төҙөлөштәрҙе лә леспромхоздар алып барҙы. Бөгөнгө килеп тыуған хәлдә, әлбиттә, район бюджетына урман сәнәғәтенән бик аҙ күләмдә һалым килә. Әммә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бар: элек “Башлеспром” ағас эшкәртеү компанияһы Өфөлә теркәлһә, хәҙер Белоретта иҫәпкә торған. Тик шуны ла әйтеп үтмәү мөмкин түгел: “Башлеспром” ҡанаты аҫтында эшләгән үрҙә һанап үткән предприятиеларҙың эшселәренә эш хаҡы, пенсия фондына, һалым буйынса ла бурыстары бар...
Ағасты аукциондарҙа һатыу иҡтисади яҡтан күпкә отошло, тип иҫәпләй урман хеҙмәткәрҙәре. Әлеге ваҡытта ылыҫлы ағастың кубометры ташламалы хаҡ менән 135 һум 25 тингә һатыла, йыйымдары менән 200 һумға барып баҫа. Аукцион­дарҙа бер кубометрҙың хаҡы 1000 һумға ла барып етәсәк, сөнки ағас­ҡа ихтыяж ҙур. Мәҫәлән, аукционда 1000 һумға (шартлы рәүештә алабыҙ) һатылған ағастан килгән килемдең 200 һумы федераль бюджетҡа китә, ә ҡалған 800 һумы республикала ҡала. Әлбиттә, ағасты бындай ҡиммәт хаҡҡа алған эшҡыуарға уны бүрәнәләй көйө һатыу отошло түгел, сығымдарын да аҡламаясаҡ. Шуға ла ул килем алыу маҡсатында тәрән эшкәртеү яғын ҡараясаҡ, был иһә өҫтәмә эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Һөҙөмтәлә аукционда һатылған ағастан республика ҡаҙнаһы ла ярайһы уҡ ҙур килем аласаҡ, урындарҙағы ҙур булмаған ағас эшкәртеүсе предприятиелар­ҙың мәсьәләләре лә ыңғай хәл ителәсәк (эшкәртергә ағас булмағас, ауылдағы төп эш биреүсе предприятиелар – таҡта ярыу цехтары ябыла).
Тәүге йылдарҙа эре ҡуртымсылар бары тик урманды бүрәнә көйөнсә ситкә сығарҙы. Белорет ҡалаһында йәшәүсе апайҙың: “Төнө буйы йоҡлап булмай. Ҡараңғы төшһә, ағас тейәгән ҙур йөк машиналары, танкылар кеүек геүләп, Тирлән яғынан ағыла”, – тип зарланыуын ишетергә тура килгәйне. Был инвестиция программаһының үтәлмәүе, бары урмандан ағасты бүрәнә килеш сығарып һатыуҙары тураһында һөйләй. Халыҡ, журналистар урман проблемаһын күтәреп сыҡҡандан һуң хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Республика Президенты был мәсьәләгә контролде көсәйтте, арендаторҙарға инвестиция программаларын үтәү талабы ҡуйылды. Был ваҡиғаларға ике йыл үтте. Үҙгәрештәр бармы?
Әлбиттә, бар. Башҡортостан Республикаһының Урман министрлығы РФ Урман кодексының үтәлешенә контролде көсәйтте. Закон боҙоусыларҙың эштәре судта ҡарала. Әлбиттә, юридик бүлектәр тотҡан эре компаниялар менән судлашыу еңел түгел, әммә барыбер хаҡлыҡ өҫкә сыға. Мәҫәлән, Белорет районы буйынса мирауай судтың 2013 йылдың 27 февралендәге ҡарарына ярашлы, Башҡор­тос­тан Республикаһының Тәбиғәт­тән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитетының ер байлыҡтарын лицензияһыҙ файҙалан­ған өсөн мирауай судҡа биргән дәғүә ғаризаһы буйынса “Селена” урман сәнәғәте компанияһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә 800 мең һум штраф һалына. “Селена” был ҡарарға ҡаршы арбитраж судҡа мөрәжәғәт итә. Башҡортостан Респуб­ликаһы Арбитраж суды мироуай суд ҡарарын көсөндә ҡалдыра. Предприятие артабан Силәбе ҡалаһының 18-се арбитраж апелляция судына, аҙаҡ Урал округының Арбитраж судына мөрәжәғәт итә, әммә улар ҙа суд ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдыра. РФ Административ кодексының 32.2 статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, административ штраф бер ай эсендә түләнергә тейеш йәки, 31.5 статьяһына ярашлы, кисектереү бирелә. Ә “Селена” предприятиеһы түләмәй һәм Административ кодекстың 20 – 25-се статьяларына ярашлы, штраф күләме ике тапҡырға арттырыла.
“Башлеспром” ағас эшкәртеү компанияһында (директоры Л. Со­ловаров) инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Предприятие – Белорет районындағы иң ҙур ҡуртымсы. Мәғлүм булыуынса, яңыраҡ Белорет урмансылығына ҡараған ҡалған урмандар­ҙы ла ҡуртымға алғандар.
“Башлеспром” 2012 йылда 112,2 мең кубометр ағас әҙерләргә тейеш булһа, бары 20,4 мең кубометрҙы үҙләштергән.
“Башҡорт ағас эшкәртеү комплексы” һәм “Башҡорт ағас эшкәртеү компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре “Башлес­пром” ағас әҙерләү компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ойоштороусылары булып тора. Ә “Баш­леспром” ағас әҙерләү компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәте үҙе ағас әҙерләү һәм эш­кәртеү менән шөғөлләнгән түбәндәге предприятиелар­ҙың ойоштороусыһы: Бе­лорет районындағы – “Ин­йәр урманы”, “Әүжән ур­маны”, “Белорет урманы”, “Белорет ағас эшкәртеү ком­плексы”, “Тирлән леспромхозы”, “Егәҙе леспромхозы” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәттәре, Бөрйән районындағы – “Бөрйәнлеспром”, “Бөрйән урманы” һәм Йылайыр районындағы “Кананикольский леспромхозы” яуап­­лылығы сикләнгән йәмғиәттәре.
Былтыр “Башлеспром”дың Белорет районындағы предприятиеларында эшселәр һаны 418 кешегә барып еткән.
“Башлеспром”дың тағы бер ойоштороусыһы бар – “БашХольц” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры И. Никитов).
Предприятие 2012 йылдың 3 февралендә Өфөлә теркәлгән. Әлеге ваҡытта Белорет районының Тимер юл ауылындағы ағас эшкәртеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, унда 67 кеше эшләй.
23 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тимер юлындағы ағас эшкәртеү комплексы менән танышҡандан һуң район-ҡала активы алдында сығыш яһағанда ағас эшкәртеүгә бәйле түбәндәге фекерен белдерҙе:
– Әле “Башлеспром” ебәргән яңы производствоны ҡараныҡ. Был ҡыҙыҡтырғыс, заманса производство, мин хатта, супер заманса ағас эшкәртеү, тип әйтер инем. Ғөмүмән, һөйөндөрә. Ярты миллиард һумға яҡын инвестициялар. Был һис тә насар түгел. Ағас эшкәртеү буйынса беҙ айырыуса күп һөйләйбеҙ. “Башлеспром”, “Кро­ношпан” – ике якорь предприятиелары бергә – 3 һәм 4 миллионға яҡын кубометр ағас эшкәртәсәк, нигеҙҙә, ҡарт ағастарҙы...
Ике йыл элек беҙ ошо залда шауланыҡ, тәнҡитләнек, хатта ирештек тә. Әле, ниһайәт, ағас эшкәртеү буйынса беренсе һөҙөмтәләрҙе күрҙек. Мин, производствоны ҡарағандан һуң, дөрөҫ юлда барғаныбыҙға ышандым. Бынан тыш, унда плита етештереү буйынса икенсе бүлек тә төҙөләсәк. Унда ваҡыты менән ағасты тәрән эшкәртеү ҙә буласаҡ, тип аңланым. Ағас ҡалдыҡтарында, бысҡы вағында эшләүсе электр станцияһы ҡуясаҡбыҙ, тип вәғәҙә итәләр. Пландары яҡшы, ярҙам итергә кәрәк.
“Селена” компанияһы проекты килеп сыҡманы. Был инвестор инвестиция проектына 2 млрд һум һалырға вәғәҙә итте, бөгөн был һан 700 млн һумға тиң. Артабан нишләргә икәнлеген уйлаясаҡбыҙ. Был инвестор китер, ахыры. Урман участкаларын арендалау килешеүе уның менән оҙайтылмаясаҡ. 2 млрд һум һалыу йөкләмәһе бар, әгәр ҙә ул юҡ икән, әйткән һүҙ – атҡан уҡ. “Башлеспром” был йәһәттән үҙ производствоһын үҫтереүгә һәм инвестиция килешеүе параметрын күҙәтеүгә сығыу өсөн 1 млрд 800 млн һум аҡса һалды.
“Селена” ағас эшкәртеү компанияһына Башҡортостан Республи­каһының Урман министрлығының да дәғүәһе ҙур: компания инвестиция программаһы шарттарын үтәмәгән – министрлыҡ менән килешмәйенсә инвестициялар күләме 2,1 млрд һумдан 698 млн һумға тиклем кәметелгән; шулай уҡ урманды тергеҙеү буйынса ла үҙ йөкләмәләрен бойомға ашырмағандар – 2012 йылда компания 1653 гектар урманды тергеҙергә тейеш булһа, улар бары 520 гектарға ағас ултыртҡандар; Белорет районының Тирлән ауылында ағасты тәрән эшкәртеү комплексы 2012 йылдың апрелендә эшләй башларға тейеш булһа ла, проект тормошҡа ашырылмаған; инвесткилешеү шарттары ла күҙәтелмәй – ағасты бүрәнә көйөнсә һаталар.
“Селена” предприятиеһы “майлы икмәк”тән, әлбиттә, үҙ ризалығы менән баш тартмаясаҡ. БР Урман министрлығына компания менән оҙаҡ судлашырға тура килер. Үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр, компания артында ҙур кешеләр, ҙур аҡса тора... “Селена” китһә лә, уның тәбиғәткә килтергән зыянын халыҡ оҙаҡ онотмаҫ әле.
Беҙ – урман кешеләре һәм йәшел байлығыбыҙҙың совет осоронда леспромхоздар тарафынан нисек аяуһыҙ ҡырҡылыуын, өйөм-өйөм ағастарҙың ятып серегәнен дә күреп үҫтек. Мәктәптә уҡығанда яҙ һайын икешәр, өсәр аҙналап ағас ултыртырға йөрөнөк. Шуға ла ағас­тарҙың нисек ултыртылыуы һәм нисек үҫеүе беҙгә яҡшы таныш. Бала саҡта ултыртҡан ағастар балаларыбыҙға өлгөрөп етмәҫ әле.
Бөгөн заман башҡа, ағасты тәрән эшкәртеү өсөн супер заманса технологиялар уйлап табылған. Әммә хәҙерге технологиялар заманында диләнкәләрҙең бынан 20 – 30 йыл элек булған кеүек хәлдән дә насарыраҡ торошта ҡалдырылыуы аяныслы. “Башлеспром”дың Тимер юл ауылындағы комплексы беҙгә оҡшаны, тик уның территорияһында бары матур итеп өйөмдәргә теҙеп һалынған ҡарағай ағастары ғына ятыуы, ҡайын һәм уҫаҡ кеүек япраҡлы ағастарҙың булмауы күңелгә шик һалды. Беҙҙең урмандарҙа тулыһынса ҡарағай ғына үҫмәй. Аренда килешеүе буйынса предприятие 2012 йылда үҙләштереү проекты буйынса Белорет урмансылығына ҡараған урмандар­ҙан бөтәһе 112,2 мең кубометр ағасты эшкәртергә тейеш булһа, уның бары 37,6 мең кубометры ылыҫлы ағасҡа тура килә. Ә ысынында предприятие 20,4 мең кубометрҙы эшкәрткән һәм уның 8,4 мең кубометры ғына ылыҫлы ағас. Ә ҙур күләмдәге япраҡлы ағастарҙы ҡайҙа итәләр?
Ҡуртымсылар йыш ҡына РФ Урман кодексын күҙәтмәй. Был турала Белорет урмансылығының контроль һәм күҙәтеү бүлеге начальнигы Н. Әхмәтшин беҙҙең райондағы ҡуртымсылар эшмәкәрлеге тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– 2012 йылда РФ Админис­тратив кодексы буйынса 235 административ яза тураһында ҡарар сығарылды. Шул иҫәптән “Селена” ҡуртымға алған урмандарҙа РФ Урман кодексын боҙған өсөн 7 административ яза тураһында ҡарар, “Башлеспром”ға ҡарата 8 ҡарар көсөнә ингән. Улар буйынса арбитраж судта тартҡылашыуҙар дауам итә. Иң ҙур штрафтар янғын хәүефһеҙлеген күҙәтмәүгә бәйле һалына. Ҙур ҡуртымсылар менән эшләүе ҡыйын. Улар хатта юридик бүлектәр тоталар. Суд ҡарарҙарын үтәргә ашыҡмайҙар, ә артабан судлашыуҙарын дауам итәләр. Улар арендаға алһа ла, урман Хөкүмәт­теке. Арендаторҙар ағас ҡырҡыу менән генә сикләнергә тейеш түгел, шулай уҡ тергеҙеү, урманды янғындан һаҡлау кеүек бурыстар ҙа улар иңендә. Ҡуртымға алынған урмандарҙан ағас урлана, быға юл ҡуймау өсөн арендаторҙың үҙҙәренең һаҡ хеҙмәте лә булырға тейеш.
Урман мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы мәсьәләгә урындағы власть – ауыл хакимиәттәренең ҡарашын белеү маҡсатында Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүповҡа мөрәжәғәт иттек:
– Урмандарҙы ҡуртымға биреүҙе хупламайым. Яңы Урман кодексы тағы ла үҙгәрештәр индереүҙе талап итә. Бына ике кодексты ғәмәлдә сағыштырып ҡарау мөмкинлеге тыуҙы. “Элеккеһеме, әллә бөгөнгөһөмө?” – тип һораһалар, һис икеләнмәйенсә совет осорондағы кодексты хуплаясаҡмын. Элек урмансылар һәр бер ағасты белә торғайны, ә хәҙер, мәҫәлән, беҙҙә ни бары ике генә мастер. Улар ҡағыҙ яҙып өлгөрһөнмө, урманды ҡарап өлгөрһөнмө? Беҙҙең Аҙнағолда Нурмөхәмәт Ғәббәс улы Ғилманов (яңыраҡ вафат булды) 36 йыл урмансы булып эшләне. Ул халыҡтың да, урмандың да тын алышын белеп торҙо. Кемгә нимә өсөн ағас кәрәк икәнен белеп, тейешлеһен бирә торғайны. Уның һүҙен дә халыҡ йыҡманы. Ә хәҙер, яңы закон ҡабул ителгәндән һуң, кешенең урманға ҡарашы ҡырҡа үҙгәр­ҙе. Беҙҙеке түгел, тигән ҡараш йәшәй. Ағас етештереүселәр ҙә башҡа хәҙер. Мәҫәлән, элекке леспромхоздар урманға инер алдынан юл төҙөнө, шунан ғына ағастарҙы ҡырҡып, ташый торғайны. Ә бөгөн урманға баш тыҡҡыһыҙ: юлдар төҙөлмәй, булғанын иҙеп бөтөрҙөләр. Шуға ла урмандарҙы бөтөрмәҫ элек Урман кодексын яңынан ҡа­рар­ға һәм элекке урман хужалыҡтарын тергеҙергә кәрәк.
Айытбай Зәбир улының фекере менән килешмәү мөмкин түгел. Ысынлап та, әлеге ваҡытта килгән ҡуртымсылар урманға байығыу сараһы кеүек кенә ҡарай. Ә бит урман да йәнле, үҙе бар тереклекте туплаған, йәшәткән, туйындырған бер бөтөндө тәшкил итә.
Урманды ҡуртымға биреү – хаталы юл, тип иҫәпләүселәр күп. Ағас эшкәртеүсе предприятиеларға аукциондар аша ағас һатылһа, бәлки, бюджетҡа ла ағастың һәр кубометрынан ярайһы уҡ һиҙелерлек килем инер ине. Бөгөн инвесторҙарға 100 йыл үҫкән ағас ни бары 200 һумға һатыла... Ә “Селена”ға хатта 0,5 коэффициенты менән ебәреү тураһында ҡарар сығарғандар. Ағас эшкәртеүселәрҙең бөтәһенә лә бер үк талаптар, шарттар ҡуйылырға тейештер. Эшләйем тип килгән инвестор һәр талапҡа ла күнәсәк, Рәсәй Федерацияһының закондарын да үтәйәсәк. Төпкә төшөп уйлаһаң, кемгәлер уңайлы мөхит тыуҙырылыуы, ә шул уҡ хоҡуҡҡа эйә булыусы икенсе шәхестәргә ҡиммәт хаҡҡа ағас һатылыуы ғәҙел түгел.
Урманды ҡуртымға биреүҙән урындағы халыҡтың төҙөлөшкә ағас алыуға булған хоҡуҡтары зыян күрмәҫкә тейеш. Әммә йылдан-йыл урманлы төбәктәрҙә йәшәүсе ябай кешеләргә төҙөлөшкә бүленгән ағас лимиты кәмегәндән-кәмей. Урман эсендә йәшәп, бер кубометр ағас та ала алмай ултырһаҡ, әҙәм мәсхәрәһе бит. Урыҫтар әйтмешләй: “Дожили...” – тиергә генә ҡала.
11 апрелдә Бүрәтстанда үткән Дәүләт Советы ултырышында Президент Владимир Путин урман тармағы мәсьәләһен күтәрҙе. Халыҡ араһында үткәрелгән һорауҙар араһында урман проблемаһы, торлаҡ-коммуналь хужалығынан ҡала, икенсе урында тора. Рәсәйҙең 70 процентын урман биләй. Был тармаҡта эшләүселәр һаны, 2005 йыл менән сағыштыр­ғанда, 7 тапҡырға кәмегән.
“Коррупция сәскә ата, урман хужалығы менән сәнәғәт араһында дисбаланс, – тине Дәүләт Советы ултырышында Владимир Путин. – Аукциондар асыҡ үткәрелмәй, улар­ҙы иң беренсе власҡа яҡын торған структуралар һәм уларҙың аралашсылары ота, ә урман эргәһендә йәшәгән халыҡ күп осраҡта үҙ ихтыяжы өсөн арзан хаҡҡа ағас ала алмай, урындағы властан һорарға, инәлергә, төрлө конторалар буйлап йүгерергә, арттырып түләргә мәжбүр. Был, һис шикһеҙ, ябай башбаштаҡлыҡ сағылышы. Шуның менән бергә, арендаторҙар үҙ бурыстарын һәр ваҡыт үтәмәй. Ҡуртым ваҡыты – 49 йыл, был урмандың бер уңышы, ә артабан нисек?”

Р. МУСИНА.
Белорет районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға