«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Эше булған кеше бәхетле



26.04.2013 Эше булған кеше бәхетле

Ауыл тормошо, ғөмүмән, ауыр тормош. Ҙур майҙандарҙа алып барылған эштәр тулыһынса тәбиғәт шарттарына бәйле. Ә тәбиғәттең үҙ фармандары бар. Тимәк, ауыл кешеһенә уның көтөлмәгән көйһөҙләнеүҙәренә яраҡлашырға ла тура килә.
Әлбиттә, йөҙәр төр тәмле аҙыҡ, хатта алыҫ сит илдәрҙә етештерелгәндәрен һатыусы бай кибеттәр ҙә күп. Әммә көсөңдө һалып, тир түгеп үҙең етештергән ризыҡ тәмлерәк тә, файҙалыраҡ та. Күптәрҙең кәрзин тултырып көн дә кибеттән аҙыҡ һатып алырға аҡсаһы ла юҡ.
Ауыл халҡының көнкүрешен еңеләйтеү, ярҙам итеү маҡсатында хөкүмәт тарафынан төрлө йылдарҙа бик күп ҡарар ҡабул ителә килде. Бик ваҡытлы, дөрөҫ ҡарарҙар ауыл кешеһен дәртләндерә, халыҡтың хәл-торошон яҡшырта. Ашығыс рәүештә, төптән уйлап хәл ителмәгән ҡарарҙар һөҙөмтә бирмәй, йә тормошто ауырайта ғына.
Бала саҡтан ҡалған хәлдәр иҫкә төшә. 1950 йылдар аҙағында картуф ултыртыр алдынан райондан бер вәкил килде лә, ауылыбыҙҙа бөтәһенән дә бәләкәйерәк картуф баҡсабыҙҙы үлсәне. Өстән бер өлөшөн ҡырт киҫеп: «Һеҙ колхозсы түгел, хеҙмәткәр ғаиләһе, ерҙең һеҙгә ошо өлөшө генә тейеш, ә ҡалғаны закон буйынса һеҙҙеке түгел, теймәгеҙ!» – тип ҡултамға алып китте. Ауыл ерендә картуф – икенсе икмәк. Яңы уңыш еткәнсе ашарға ла, яҙын орлоҡҡа ла картуф етмәне, башҡаларҙан һатып ала башланыҡ. Ә «закон буйынса» тартып алынған ергә бер кем дә бер нәмә лә сәсмәне. Йылдар буйына баҡсабыҙға, күрше-күләндең еренә сүп ҡойоп, йәмен ебәреп, кесерткән, алабута үҫте. Ниндәй уңдырышлы, матур ерҙе былай мәсхәрә итмәйек әле, ‒ тине лә инәйем, түҙмәне, бер йылды тотто ла картуф ултыртты. Шул йылдан башлап теге «законһыҙ» өс сутый ерҙе юллап йөрөгән кеше булманы. Ауылдың оло кешеләренең әле булһа хәтерендәлер, «Федор ҡарт» тип йөрөтәләр ине уны, һалым буйынса район вәкилен. Ҙур күн портфелен тотоп: «Кукай, сөт, май», – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә өйҙән-өйгә йөрөп, мал иҫәбен ала, хөкүмәткә нимәне күпме тапшырырға кәрәклеген аңлата.
Бер йылды һыйырыбыҙ быҙауламай, тыу ҡалды. Биш балалы ғаиләлә май түгел, һөт тә күрмәйенсә йәшәһәк тә, һыйыр булғас, йыл да хөкүмәткә май тапшырырға тейешбеҙ икән. Шуға инәйем Өфөнөң «Башпотребсоюз» кибетенән май һатып алып ҡайтып, хөкүмәткә тапшырҙы. Күптәр шулай һалым түләне. Был үткәндәргә зарланыу түгел, әхлаҡ шунда: уйланылмай ҡабул ителгән ҡарар кешенең тормош хәлен ауырайта, яҡшыраҡ йәшәргә ынтылышын юҡҡа сығара. Кешене өмөт йәшәтә, өмөтһөҙ шайтан ғына ул. Ҡыуаныслы ла, ҡыҙғаныслы ла хәлдәр, күренештәр бөгөнгө ауыл тормошонда ла күп.
Баҫыуҙарҙа күкрәп иген үҫә, ауыл төҙөкләнә, береһенән-береһе матур йорттар һалына, ауылды йәмләндереп йәш ғаиләләр донъя ҡора, тимәк, уның киләсәге матур, өмөтлө. Ә бит беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа ҡул ҡаушырып, йәшәү сығанағын тәбиғәттән көтөп ултырмаған. Игенен дә сәскәндәр, мал да аҫрағандар. Ауылдың үҙ тирмәне, тире-йөн эшкәртеүселәре, тимерлеге булған. Унда эшләгән халыҡ әйткәнсә, типһә – тимер өҙөрҙәй бәһлеүән тимерсе Әхмәй бабай, тирмәнсе Нәби бабай әле лә халыҡ хәтерендә. Бейә һөтөнән шифалы ҡымыҙ бешеү цехы, уның хужабикәһе, ҡымыҙ бешеү оҫтаһы Хәҙисә әбей Таһированы оноторлоҡ түгел. Бынан тыш, урман хужалығы, умартасылыҡ, балыҡ тотоу артеле, ауылдың үҙ май заводы, йәшелсә баҡсаһында хатта ҡарбуз менән ҡауын да үҫтерәләр ине.
Ауылыбыҙҙа заманында танылған балта оҫталары Зөфәр Миниғәлин, Миңлислам Иҫәнғолов һ. б. йәшәгән.
Ә инде байрамдарға, һабантуйҙар ваҡытында ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарын бөхтә итеп кейендереүсе оҫта тегенселәр Зөлхизә әбей Лоҡманова, Бәйҙә әбей Ҡәләмо­ваны иҫкә алмау мөмкин түгел. Бәйҙә әбейҙең балаҫтары бөгөн дә күҙҙең яуын алып тора. Ауылдың бик күп ҡатын-ҡыҙы бер нисә йөҙ баш һыйыр малы иҫәпләнгән колхоздың һөт фермаһында ғүмер буйы хеҙмәт иткән. Ике орден менән бүләкләнгән Рима апай Иманғолова, Ғәзимә апай Хәсәнова, Зөһрә апай Ҡарағолова һ. б. ошо көнгәсә ауылдың бөгөнгөһөнә битараф ҡалмай, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы уларҙың оло хөрмәткә лайыҡлы булыуын иҫбатлай.
Хатта тирә-яҡ райондарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән эзбизташты ла Ҡара-Яҡуп карьерындағы мейестә яндырып эшләгәндәр. Ағастан ырып эшләнгән көнкүреш тауарҙары, мебель, тал сыбығынан үрелгән кәрзин, ҡош-ҡорт оялары һ. б. һанап бөткөһөҙ күп төрлө шөғөл менән көн иткән ауыл кешеһе.
Бөгөн ауылыбыҙҙа электр, газ, һыу, элемтә менән тәьмин итеү, юлдар һәм башҡа социаль объекттар төҙөү, медицина ярҙамы, пенсия-пособиеларҙың артып тороуы, финанс ярҙамы (субсидиялар, ссуда, кредит), демографик хәлде яҡшыртыу һәм башҡа бик күп төрлө хәстәрлек күрелә. Ауыл тормошон яҡшыртыуҙа хөкүмәттең милли проекттарға ярашлы ярҙамы ҙур. Үҙ эшенең яҡшы белгесе, көслө ихтыярлы етәкселәр генә ауырлыҡтарға бирешмәй, һөҙөмтәле еңеүгә дәғүә итә ала. Был йәһәттән уңыштары менән республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә үҙен яҡшы һөнәрмән, ысын етәксе булараҡ танытып өлгөргән мәрхүм Наил Әхтәм улы Әғлиуллинды иҫкә алмау яҙыҡ булыр.
Ҡырҡ йылдан ашыу (бөтәһе 135 йыл) эшләп килгән Ҡара-Яҡуп урта мәктәбе бинаһының танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеп ҡоролоуы ғына түгел, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ҡулайлы шарттар тыуҙырып, белем биреү процесы нигеҙенән үҙгәртеп ҡоролоуы 23-сө йыл буйы мәктәптең алмаштырғыһыҙ директоры булған Ил Әхмәт улы Яхиндың ныҡышмалылығының һөҙөмтәһе, әлбиттә.
Шуны ла әйтергә кәрәк: Рәсәйҙә ҡабул ителгән бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһындағы закон теләгән бер кешегә үҙенең шәхси эшен башлап, иленә лә файҙа, ғаиләһенә лә лайыҡлы тормош тәьмин итерлек мөмкинлектәр бирә. Әлеге көндә ауылда Шамил Ғәли улы Дауытов етәкселегендә ағас эшкәртеү цехы әүҙем эш алып бара. Беренсенән, заказ буйынса таҡта, төрлө төҙөлөш материалдары, өй, мунса буралары эшләһәләр, икенсенән, ауыл кеше­һе өсөн кәмендә 4 – 5 эш урыны, тигән һүҙ. Ауыл халҡын аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ тауарҙары менән тәьмин итеүсе «Луиза» кибетенең эше тураһында ла телгә алыу урынлы булыр. Луиза Хәмит ҡыҙы Усмано­ваның халыҡҡа тоғро хеҙмәт итеүе һоҡландыра.
Кеше яратып башҡарған эше менән бәхетле. Бәхетле кеше эсеүгә һалышмай, яуызлыҡ уйламай, кешенекен урламай. Тормоштан йәм табып, эшенә мауығып, яҡындарының ҡәҙерен тойоп йәшәй. Бөгөнгө йәштәр ата-бабаларыбыҙҙың һөнәр­ҙәрен тергеҙеп, уларҙы яңы ысулдар менән байытып, ауыл иҡтисадын үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индерер, тигән өмөт бар. Сөнки үҫешкән иҡтисад ҡына мул тормоштоң ныҡлы нигеҙе.

Әлфиә БИКМӘЕВА.
Шишмә районы,
Ҡара-Яҡуп ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға