«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Өфөлә ҡар ниңә бысраҡ?



19.04.2013 Өфөлә ҡар ниңә бысраҡ?

Ҡар ирей башлау менән белгестәр төрлө урында уның составын тикшереп ҡараған. Башҡортостан Респуб­ли­каһының Тәбиғәттән фай­ҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итеүенсә, ҡар составы Өфөнөң бөтә урындарында ла контроль үткән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белгестәр асыҡлаған факттар ҡыуандырырлыҡ түгел. Күп кенә урында ҡар составында зарарлы матдәләрҙең норманан бер нисә тапҡырға юғары булыуы билдәләнгән. Мәҫәлән, баш ҡаланың Октябрь районындағы Сипайловская урамында зарарлы матдәләрҙең әллә нисәмә тапҡыр артып киткәнлеге асыҡланған. Белгестәр әйтеүенсә, ҡарҙың шул тиклем ныҡ бысраныуында транспорттың күп булыуы ғәйепле. Шулай уҡ юлдарҙа боҙлауыҡты бөтөрөү өсөн ҡулланылған реагенттар ҙа насар йоғонто яһай. Ҡар составында нефть продукттары артыҡ күп булған урындар ҙа байтаҡ. Дим биҫтәһендә ҡарҙың бысраныуына тимер юлы сәбәпсе. Шулай – насар күренештәрҙең сәбәптәре билдәле, әммә уларҙың эҙемтәһен нисек бөтөрөргә икәнлеге генә аңлашылмай. Ҡар составында булған зарарлы матдәләр һыу менән бергә тупраҡҡа ла, халыҡ ҡулланған һыу ятҡылыҡтарына ла эләгеүе бар бит.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға