«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәш белгестәрҙең 60 проценты һөнәре буйынса эшләмәй



19.04.2013 Йәш белгестәрҙең 60 проценты һөнәре буйынса эшләмәй

Йәш белгестәрҙең 60 проценты һөнәре буйынса эшләмәйРәсәй медицина юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың 60 проценты үҙ һөнәре буйынса эшләмәй. Һөҙөмтәлә квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ. Был хаҡта А. Вишневский исемендәге Хирургия институты директоры Валерий Кубышкин РФ Йәмәғәт палатаһы ултырышында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, йәш белгестәрҙең күбеһе диплом алыу менән үк һайлаған һөнәренә “хыянат итә”. Етмәһә, кадрҙарҙың әҙерлек кимәленә дәғүә белдереүселәр артҡандан-арта. Хатаны төҙәтеү өсөн һәр медицина вузына инеүҙә өҫтәмә һынауҙар булдырылырға тейеш, тигән фекер яңғырай. Шулай уҡ буласаҡ белгестәргә яҡшы практика алырға вуздың үҙ клиникаһы эшләһә лә бик шәп. Был революцияға тиклемге Рәсәйҙә булған, ә сит илдәрҙә әлегәсә шулай.

REGNUM мәғлүмәт агентлығы сайтынан
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға