«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Уҫманғәлеләрҙең зарын кем ишетер?



19.04.2013 Уҫманғәлеләрҙең зарын кем ишетер?

Инйәр йылғаһында боҙ тығылыу һөҙөмтәһендә Белорет районының Уҫманғәле ауылында өйҙәргә һыу инеп, халыҡтың мал-мөлкәтенә зыян килде. 2005 йылдағы ташҡын тағы ла ҡабатланды, тип әйтергә була. Боҙҙар йорт ҡапҡаларын емереп, хатта соланға тиклем килеп инде. Улар юлдарҙы ла быуҙы, машина түгел, хатта йәйәүле лә үтә алманы. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янағас, өйҙәребеҙҙе, йорт ҡаралтыларыбыҙҙы, малыбыҙҙы страховкалағайныҡ. Иртәнсәк страховкалаусыларға хәбәр итттек, килеп тә ҡараманылар. Ташҡындан зыян күреүселәргә урындағы хакимиәттән, район хакимиәтенән дә бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ.
8 апрелдә Инйәр йылғаһы көндөҙгө сәғәт 4–5-тәр тирәһендә таша башланы. Таңғы сәғәт биштә аҫмалы күпер аҫтындағы утрауға боҙ килеп тығылып, яр буйындағы өйҙәргә һыу тулды. Был урындың бер ҙә кәрәге юҡ. Унда унлаған тирәк һәм ерек ағасы ғына үҫеп ултыра. Йәй буйы ташҡындан ҡалған ләм, бысраҡ, батҡаҡ ята. Утрауҙы трактор менән һөрҙөрөп, ярҙы бейегерәк итеп күтәреп тә булыр ине бит. Үҙәнде киңәйтеп, дамба ла эшләтеп булмаймы икән ни? Уҫманғәле ауылы халҡы ошо мәсьәләне инде 15 йыллап күтәрә. Әммә проблема хәл ителмәй. Ә күрше Берештамаҡ ауылында 2006 йылда йылғаны тәрәнәйтеп, ярҙы күтәрткәс, хәҙер унда йәшәүселәрҙе һыу баҫмай.
Етәкселәрҙең вәғәҙәләренән туйҙыҡ. Бер кемгә лә бер нәмә лә кәрәкмәй. Киләһе яҙ быйылғы кеүек ташҡын ҡабатланмаҫ, тип бер кем дә гарантия бирә алмай. Уҫманғәлеләрҙең зарҙарына һәм үтенестәренә ҡасан ҡолаҡ һалырҙар икән?!

Ауыл халҡы исеменән – З. МЫРҘАҒӘЛИНА.
Бөтәһе 53 ҡултамға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға