«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Еребеҙ биҙәге юғалмаһын!



19.04.2013 Еребеҙ биҙәге юғалмаһын!

Ниндәй матур минең тыуған ауылым Манышты! Беҙҙең ауыл тауҙар менән уратып алынған.
Маныштыны икегә бүлеп, ауыл халҡының йәшәү сығанағы булған тау йылғаһы Манышты аға. Ул әле лә бурысын үтәүен дауам итеп, эргәбеҙҙән генә аҡҡан Инйәр йылғаһына ҡоя. Саф шишмәнең һыуы бик тәмле. Беҙгә килеп еткәнсе лә (10 саҡрымдан оҙонораҡ юл үтә ул) һалҡын көйөнсә ҡала, ә Инйәр йылғаһы, күп һыулы булғас (ике Инйәр бергә ҡушыла, бәләкәй йылғалар ҙа өҫтәлә), бик үк шаян түгел, үҙ дәрәжәһен белгәндәй, тынысыраҡ аға. Йәй көнө һыуы бик яҡшы йылына һәм Инйәр буйында ултырған бөтә ауыл халҡы һыу инергә йөрөй. Бигерәк тә бындай ҡойоноу − эштән һуң (бесән һ.б. ) бик яҡшы. Кем машинала, кем йәйәүләп барып, таҙарынып ҡайта. Ҡайһы берәүҙәр рәхәтләнеп һыу инә, балыҡ та ҡармаҡлай. Һыу буйында төрлө үләндәр, сәскәләр үҫә. Улар беҙҙең ҡайғы-шатлыҡтарыбыҙҙың эскерһеҙ юлдашы. Һуңғы йылдарҙа аллы-гөллө сәскәләребеҙ юҡҡа сыға башланы. Ялан сәскәләрен сабынлыҡтарҙа ғына күрергә була. Уларҙың да ғүмере оҙаҡ түгел − бесән сапҡанға тиклем генә. Элегерәк сәскәләр тау битләүҙәрендә күкрәп үҫә торғайны. Күмәкләп еләк йыйырға сыға инек, ә хәҙер улар бик әҙ, еләклектәрҙең күбеһе ҡап-ҡара таҡыр ергә әйләнгән.
Ағастарыбыҙҙың хәле нисек һуң? Улар ҙа кәмей, һирәгәйә. Йәй көнө ямғырҙар әҙ яуғас, байтағы ҡороно, йәш үҫентеләрҙе мал тапай, ә ҡарт ағастар сереп йығыл­һа, тауҙарыбыҙ яланғас ҡалырмы?
Йылға буйындағы ҡайһы бер урындарҙа, туристар ялға туҡтаған ерҙәрҙә һәм шулай уҡ ауылдаштарыбыҙҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәренең өйҙәрендәге сүп-сарҙы, кә­рәк­мәгән иҫке әйберҙәрен ташлаған ерҙәр һыу буйҙарының бәҫен, матурлығын ебәрә. Ауылда йыл һайын тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу өмәләре үткәрәбеҙ. Ауыл урамдары таҙарып ҡала, ләкин йылға буйҙарына барып етмәйбеҙ. Һыу буйы, тау битләүҙәре беҙҙең ял итеү урынына әйләнергә тейеш. Быны шулай итеү өсөн иң элек үҙебеҙ ял итергә сыҡҡас, шул урынды таҙартып, тәртипкә килтереп ҡалдырырға бурыслыбыҙ. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән һәм туристарҙың тәртипте һаҡлауынан тора. Һәр урында һаҡсыл, тәртипле булайыҡ!

Нурулла МИҺРАНОВ,
ветеран уҡытыусы.

Белорет районы,
Манышты ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға