«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ер-Әсәнекем яҡлар?!



19.04.2013 Ер-Әсәнекем яҡлар?!

Ер-Әсәнекем яҡлар?!йәки Кешелек килтергән зыян өсөн тәбиғәт беҙҙән ҡон ҡайтара
2012 йылдың 21 декабрендә ахырызаманды көткән күп кенә кеше зыян күрҙе. Психикаһы тотороҡло булмағандар араһында хатта яҡындарының, үҙенең ғүмеренә ҡул һалыу осраҡтары ла булды. Бәғзеләр, һуңғы тиндәрен йыйып, аҙыҡ-түлек, шәм, шырпы туплап ҡалырға ашыҡты. Ысынлап та, заман ахыры етә ҡалһа, ошо ғына уны һаҡлап ҡалыр тип ышандылар, күрәһең. Байыраҡтар ер аҫты ҡыуыштары һатып алды. Сос, һәр нәмәне аҡсаға әйләндереп өйрәнгән әҙәмдәр, әлбиттә, бер ҡатлылар иҫәбенә кеҫәһен ҡалынайтты. Мәҫәлән, күршелә урынлашҡан Магнитогорск ҡалаһының баҙар, кибеттәрендә һатыуҙа май шәме лә бөткән, тиҙәр. Булғандыр. Беҙҙең халыҡ бөгөнгө һәм яҡын киләсәктәге бер нисә көн менән генә йәшәп өйрәнгән, өс-дүрт, хатта йөҙ май шәме лә һәләкәттән ҡотҡара алмаҫын ул башына ла килтермәй.
Шөкөр, 21 декабрҙе лә үткәреп ебәрҙек. Әйткәндәй, һуңғы тиҫтә йыл арауығында бәндә заман ахырын көтөп ала алмай йонсой. Йыл һайын бер әкәмәте сығып тора: йә бала-сағаһын йыйып, ер аҫтына төшөп йәшенәләр, йә үтә белемле булып, үҙен уратҡандар араһында өгөт-нәсихәт йәйелдерәләр, йә тотош донъянан ваз кисеп, секталарға ойошоп, баш етмәҫ ҡылыҡтар күрһәтәләр… Ә бына ахырызаманды, һис юғы, яҡынайтмау өсөн беребеҙ ҙә бер ни эшләмәй. Әҙәм балаһы аҙа, үҙендәге һуңғы кешелек сифаттарын юя. Күпселек ҡиммәттәр хәҙер баштүбән әйләнде: йәштәрҙе, балаларҙы араҡынан күҙҙәре томаланған ата-әсә һәм урам бандиттары тәрбиәләй, улар­ға көнө-төнө үлеш-үлтереш, көсләү һабаҡтары биргән телевидение, интернет ҡушыла. Мәктәп тә бөгөн тәрбиә дәрестәре бирмәй (күп осраҡта уҡытыусы үҙе тәрбиәгә мохтаж!), ә программа буйынса уҡыта ғына. Бәндә бығаса булмаған яһиллыҡ менән үҙен туйындырған Ер-әсәне ғазаплауын дауам итә…
Күңелебеҙҙе киң тотайыҡ: заман ахыры ҡасан да булһа киләсәк, тик ашыҡмағыҙ һәм уны ашыҡтырмағыҙ. Үлем кеүек ул да ҡотол­ғоһоҙ, хәйер, ул шул уҡ үлем инде − кешелек донъяһының үлеме. Һәм күпме йәшәргә ҡалған − беребеҙ ҙә әйтә алмай. Хатта күрәҙәселеккә оҫта майялар ҙа.
Радионан бик тә танылған бер яҙыусыбыҙҙың интервьюһын ишетеп ҡалдым. Уның раҫлауынса, былтыр декабрҙә бер яңы цивилизацияға аяҡ баҫҡанбыҙ икән. Йәнәһе лә, беҙ хәҙер өр-яңы донъя кешеләре. Күҙебеҙҙе асыбыраҡ ҡарайыҡ: ҡайҙа ул цивилизация?!
Киреһенсә, артҡа шыуышабыҙ түгелме һуң? Бәлки, әҙәм балаһының күңел күге яҡтырғандыр, йөрәге үҙе кеүектәргә йомшарғандыр? Әллә мохтажлыҡһыҙ, һәр яҡлап камил тормошта йәшәй башланыҡмы? Йә булмаһа, дәүләт етәкселәре үҙҙәре ошоғаса һарыҡҡа тиңләгән халыҡҡа, ниһайәт, йөҙө менән боролдомо? Бәлки, РФ Дәүләт Думаһында ултырыусылар, олигархтар, чиновниктар, халыҡ байлығын урлауҙан ваз кисеп, беҙҙең, ябай Рәсәй кешеләренең, мәнфәғәтен ҡайғырта башлағандыр? Әллә дәррәү ҡуҙғалып, тәбиғәтте, йәғни тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға-яҡлауға тотондоҡмо? Урамда хәйерселәр, йорт-ерһеҙҙәр, етемдәр кәменеме? Мең һорау тыуа «яңы цивилизация» вәкилдәренә. Юҡ ул яңы цивилизация, үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ, башҡаларҙың да күҙен бәйләмәгеҙ. Нисек кенә булмаһын, урамда ХVIII быуат түгел бит. Ҡайһы мәл гәзит-журналдар­ҙы ҡарайһың да, төрлө сихыр-михырға әүҙем бисә-сәсәне, хатта ир-атты күреп, хайран ҡалаһың: беҙ бит, ысынлап та, кирегә китеп барабыҙ! Ә бында яңы цивилизация, имеш. Етте, маһаймайыҡ, маҡтанмайыҡ, ысын кеше булырға, әҙәмсә йәшәргә тырышайыҡ, бәлки, заман ахырын шул рәүешле үҙебеҙҙән алыҫайта алырбыҙ. Ә Еребеҙ бик-бик хәүефле хәлдә, кешеләр. Беҙ бөгөн ағыулы һыу эсәбеҙ, ағыулы ризыҡ ейәбеҙ, тәнебеҙ генә түгел, йәнебеҙ ҙә һура ул ағыуҙы. Уйлап ҡарағыҙ, ыулы сирле тәндә ниндәй сәләмәт йән булһын?!
Эсәр һыу ғына түгел, ғөмүмән, һыу ҡаса бөгөн әҙәм балаһынан. Йылдың-йылы ҡаты ҡоролоҡ еләк-емеш, йәшелсә, картуф үҫтерергә мөмкинлек бирмәй. Иген баҫыу­ҙары сәселмәй ята, фермерҙарыбыҙ тырышып-тырмашып, һөрөргә, сәсергә, үҫтерергә маташып ҡарай, әммә ерҙең уңдырышлылығы йылдан-йыл кәмей. Төрлө ағыулы химикат, гербицидтар менән тотош баҫыуҙарыбыҙ ағыу­ланған. Совет осороноң йәнә бер ауыр мираҫы был: бына бында мотлаҡ быйыл ашлыҡ уңһа − еткән, иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан, ә киләсәк быуын суҡынып китмәйме шунда. Ә бит баҫыу һаман күберәк гербицид талап итә, ул хәҙер героинға ултырған наркоман кеүек.
Әллә ни алыҫ йөрөйһө түгел, бынан утыҙ-ҡырҡ йыл элек кенә әле ҡырҙарыбыҙҙа емеш-еләк емерелеп уңа, бәшмәккә ауыл осона йөрөй инек. Бөгөн баҡсаңда көнө-төнө бөксәнләп йөрөп тә ниҙер үҫтерә алһаң, бик шәп.
Ҡорт-ҡоротҡосҡа шул ағыуҙы ҡуллан, ағас-ҡыуаҡлығыңа шундай ашлама һип, тип өйрәтә йәнә белгестәр. Һәм беҙ баҡсаны ла наркотикка ултыртабыҙ. Ни өсөн элек бер ниндәй ашламаһыҙ (сығарһалар, шул бер тиреҫ сығар­ҙылар), ағыу-фәләнһеҙ бы­на тигән уңыш биргән баҡсалар бөгөн ағыуға мохтаж? Сөнки ер ағыулы. Ә ҡоротҡостар ишәйә, сөнки афәт килгәндә, юлбаҫар, енәйәтсе бәндәләр күбәйгән һымаҡ, бында ла шулай: ҡорт-күбәләк барлы-юҡлы сәскәнеңде тәләфләй. Әҙәм тәбиғәтте рәнйетә торғас, тәбиғәттең әҙәмдең үҙенә ҡаршы сығыуы был, тип тә аңларға мөмкин.
Ер йәнһеҙ бер нәмә түгел. Уның хәтере, беҙҙең һәр ҡылығыбыҙға ҡарата үҙ яуабы бар. Кеше уны йырт­ҡыслай-өҙгөсләй, бысрата, ә бахыр Ер-әсәбеҙ һаман беҙҙе туйындыра, беҙҙән мәрхәмәт көтә. Һәм бөгөн планетабыҙҙа, йыһан киңлегендә барған бер генә күренеш тә осраҡлы түгел. Йыһандан һәм кеше эшмәкәрлегенән килгән зыянды «ҡаплар» өсөн Ер йәшәү өсөн мөһим булған фактор­ҙарҙы һаҡлап ҡалырға тырыша, был йәһәттән уға «үҙ-үҙенән көйләнеүсе» тип әйтәйекме, махсус система ярҙам итә, тип раҫлай донъя ғалимдары. Әммә ерҙең әҙәм ҡулы ҡылған боҙоҡлоҡтарға ҡаршы, ер тетрәү, цунами, техноген һәм башҡа төр һәләкәттәргә ҡаршы торорлоҡ көсө йылдан-йыл кәмей бара икән. Асылда кешеләрҙе был хаҡта Бодраматов, Гумилев, Циол­ковский, Вер­надский кеүек бөйөк шәхестәр күптән иҫкәртә килгән. Айырыуса академик Вла­димир Вернадский заманында был мәсьә­лә менән күп шөғөлләнә.
Оҙаҡ йылдар дауамында Ер шарын ҡаты элмәле сүрәтендә күҙ алдына килтерҙек. Баҡтиһәң, ул арҡыры-буйға тәрән һәм яҫы бураҙналар менән сыбарланған, имеш. Ә бураҙналар аҫтында юғары энергетикалы субстанция урынлашҡан, ул әленән-әле юғарыға энергия ырғыта. Һөҙөмтәлә ер өҫтөндә әленән-әле техноген фажиғәләр була. Сөнки ғалимдар ҙа, төҙөүселәр ҙә атом, йылылыҡ электр станциялары төҙөгәндә урын һайлап, баш ватып тормаған. Рәсәй ғалимдары, мәҫәлән, Чернобыль атом электр станцияһының биш ҡеүәтле бураҙна, йәки ярыҡ өҫтөндә ултырыуын асыҡлаған. Тимәк, төҙөгән саҡта уҡ 1986 йылғы ауыр фажиғәгә нигеҙ һалынған.
Көнбайыштан радиоактив ҡалдыҡтарҙың Рәсәйгә алып килеп күмелеүе күптәргә сер түгел. Эйе, улар үҙ мөхитен, үҙ сәләмәтлеген нисек тә һаҡларға тырыша. Беҙгә, мейес башында ҡырын ятып үҫкән Ванькаларға, ҡайһылай ҙа ярай. Унан юғарылағы чиновниктар кеҫәһенә апаруҡ валюта тама. Үҙ хал­ҡына ҡаршы яһаған енәйәте өсөн. Ярай, әлеге радиоактив матдәләрҙең нимәгә килтереүен ҡарайыҡ. ХХ быуат аҙаҡтарында Бялко атлы ғалим йоратының (Рәсәй ғалимы!) проекты буйынса радиоактив ҡалдыҡтар «ҡайнар» ысул менән күмелә ине. Яңылышмаһам, бөгөн дә шулай. Нимә һуң ул «ҡайнар» ысул? Йәғни ҡалдыҡ матдә иретелә һәм эҫе көйөнсә ерҙең аҫҡы ҡатламына түгелә. Ә ер ҡатламы үҙе тәүге километрҙарынан уҡ энергия менән тулы. Хәҙер күҙ алдына килтерегеҙ: батырылған, түгелгән «утлы шар» менән төпкөлдән урғылған энергия бергә килеп ҡушыла, һөҙөмтәлә ер өҫтөнә беҙ күҙ алдына ла килтермәгән меңәрләгән Чернобыль атыла!
Тәбиғәткә, Ер-әсәгә, ахыр сиктә, кешелек донъяһына ҡаршы йүнәлтелгән вәхшилек дәүләт кимәлендә, юғары чиновниктар кабинеттарында, «бөйөк» ғалимдар лабораторияларында башлана. Унан, тик фарманға, өҫтән килгән ҡарарға буйһоноп өйрәнгән урта инстанцияларҙы үтеп, ябай эшсәндәр ҡулы менән тамамланып ҡуя. Бына ни өсөн беҙ бөтәбеҙ ҙә енәйәтсе. Әлбиттә, күпселегебеҙ ул енәйәтте ҡылған өсөн түгел, ә битараф ҡына күҙәтеүсе булған өсөн.
…ХХI быуат төрлө катак­лизм­дар­ға, сәйер һәм серле йыһан күренештәренә бай булмаҡсы. Февралдә Силәбе өлкәһенең Сыбаркүленә метеорит ҡоланы. Бәләкәй генә күк есеме әллә күпме зыян килтерҙе, 1200-ҙән ашыу кешене йәрәхәтләне. 16 февралгә ҡараған төндә Ерҙән 28 мең саҡрым ғына алыҫлыҡта астероид осоп үтте. Был бик яҡын. Әгәр әлеге фил ҙурлыҡ астероид, траекторияһын үҙгәртеп, йәнә бер нисә тиҫтә йылдан кире әйләнеп килһә, планетабыҙ өсөн яңы хәүеф тыуасаҡ. Күктә, Йыһан киңлегендә барған үҙгәрештәрҙе беҙ кире бора алмайбыҙ. Ерҙе, кешелек донъяһын киләсәктә ни көтә − бер Хоҙайға, йәғни абсолют Аҡылға, Юғары Көскә генә мәғлүм. Ә бына Ерҙә барған хәлдәр өсөн беҙ яуап­лы. Заман ахырын яҡынайтыусы алама эштәребеҙгә сик ҡуйһаҡ, бәлки, Йыһан фажиғәһе лә булмаҫ ине. Һәр хәлдә, мин астероидтар­ҙың Еребеҙгә яҡын килеп, яңы хафа тыуҙырыуын Хоҙайҙың бәндәне иҫкәртеүе кеүек ҡабул итәм.

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.
Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға