16.04.2013 Юл һалыуҙы махсус лаборатория күҙәтә
Башҡортостан Президенты Өфөлә бер нисә көн элек кенә асылған юл-төҙөлөш лабораторияһының эшмәкәрлеге менән танышты. Ул юлдарҙы ремонтлағанда һәм төҙөгәндә файҙаланыласаҡ материалдарҙың сифатын тикшерәсәк.
Лаборатория Германия һәм Америкала етештерелгән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бетон сифатын тикшереү өсөн махсус анализаторҙар ҡуйылған. Ошоға оҡшаш лабораториялар Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына бар.
Лабораторияның ҡеүәте яҡында урынлашҡан райондарҙы хеҙмәтләндереү өсөн етәсәк. Ә республика кимәлендәге бындай лаборатория 2014 йылда булдырыласаҡ. Әлегә белгестәр Октябрь проспектында төҙөлә башлаған ер аҫты юлының сифатын тикшерә, Салауат Юлаев проспекты, Беренсе май һәм Жуков урамдары, Өфө – Аэропорт трассаһын тикшереү ҙә күҙаллана. Хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһына килгәндә, Өфө дәүләт нефть техник университетының төҙөлөш факультеты һәм Өфө автоюлдар техникумы менән хеҙмәттәшлек итеү планлаштырыла – махсус тикшереү эштәре өсөн студенттар әҙерләнәсәк.
– Юл төҙөүселәр өсөн мөһим мәл етте – йә улар яңыса һәм сифатлы эшләй башлаясаҡ, йә уларҙың урынына профессиональ эшләгән башҡа хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырасаҡбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Насар эшләгән өсөн ҙур аҡса алған замандар үтте. Хәҙер төҙөлөштөң барлыҡ этаптарында ҡаты һәм даими контроль буласаҡ. Был – Башҡортостанда юлдар сифатын яҡшыртыуҙа тәүге һәм мөһим аҙым.
Лаборатория, тәү сиратта, брак яһаусыларҙы асыҡларға тейеш һәм аҡсаны экономияларға ла мөмкинлек бирәсәк. Быйыл юл төҙөүгә республика бюджетынан – 9 млрд, федераль бюджеттан 7,5 миллиард һум аҡса бүленгән.