«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Күп көс һәм тырышлыҡ һалалар”



16.04.2013 “Күп көс һәм тырышлыҡ һалалар”

 “Күп көс һәм тырышлыҡ һалалар”“Рәсәй 24” журналистары юлдарҙың сифаты менән танышты
Билдәле журналист, “Рәсәй юлдары” тапшырыуының алып барыусыһы Александр Лукьянов етәкселегендә “Рәсәй 24” телеканалының ижади төркөмө беҙ­ҙең төбәккә лә килде. Улар автомобиль магистралдәре тураһында сираттағы фильм әҙерләй.
Мәскәү ҡунаҡтары Һамар − Өфө − Силәбе автомобиль магистрале идаралығы эшмәкәрлеге менән танышты, уларҙың ҡарамағындағы федераль трассаны һынаны.
Журналистар М – 5 автомобиль юлы­ның “Урал” участкаһындағы (1466 − 1480 саҡрымдар) реконструкция – Ағиҙел йылғаһы аша һалынасаҡ ике күпер төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһынды. Идаралыҡтың капиталь төҙөлөш бүлеге белгесе Илгиз Йәншин был объект тураһында ентекләп һөйләне, хәбәрселәр­ҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Күперҙәрҙең һәр береһенең оҙонлоғо 390 метр буласаҡ. Бөгөнгә бөтә таяуҙары урынлаштырылған, шыуҙырыла торған металл тороғо һәм күпер полотноһының гидроизоляция ҡоролмаһы әҙерләнгән, “Маурер” деформация йөйҙәре монтажланған, күпер яндауыры ҡуйылған. Әле конустарҙы һәм Ағиҙел ярҙарын нығытыу, баҫҡыс­тар урынлаштырыу, һыу ағыҙыу һәм һыу таҙартыу ҡорамалдарын урынлаштырыу эштәре бара. Көндәр йылынғас, күпергә ике ҡат 110 мм ҡалынлығындағы асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалынасаҡ, бетон терәүҙәр буяласаҡ. Бөтә төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланғас, күпер тәүге һынауҙы үтәсәк. Ә августа ул файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Артабан ижади төркөм күперҙән арыраҡ СУ – 80 ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре эшләп йөрөгән ерҙә туҡтаны. Улар юл ремонтлау менән мәшғүл ине.
– грунттың ныҡлығын ниндәй критерийға ҡарап билдәләйҙәр? – тип һораны А. Лукьянов ниндәйҙер прибор ярҙамында үлсәүҙәр үткәргән инженер-лаборант Елизавета Дудукинанан.
– Уның тығыҙлығына ҡарап, – тип яуап бирҙе ул. – Күреүегеҙсә, әлеге мәлдә техника тупраҡты тапай, йәғни тығыҙлай. Ә мин был эштең сифатлы башҡарыламы-юҡмы икән­леген күҙәтәм. Тупраҡ өйөмө ни тиклем тығыҙ булһа, юлдың өҫкө өлөшө һәм юл “кейеме” нығыраҡ буласаҡ, автомобиль юлы тиҙ генә эшлектән сыҡмаясаҡ.
Ә был – ВИМС−2 приборы, ул дымлылыҡты үлсәй. Тупраҡ өйөмө һалында дымлылыҡ норманан юғары булырға тейеш түгел. Әгәр ҙә ул юғары икән, грунтты киптереү сараһын күрергә кәрәк. Ә киреһенсә булһа, уларҙы тығыҙлатыу буйынса махсус сара күреләсәк.
Бөтә күргәндәрен йомғаҡлап, Александр Лукьянов: “Һамар − Өфө − Силәбе автомобиль магистрале идаралығы белгестәренең федераль трассаны яҡшыртыуға күп көс һәм тырышлыҡ һалыуына инандым”, – тине. Артабан Мәскәү ҡунаҡтары М − 5 трассаһы буйлап Силәбе яғына юлланды.

Илдар ӘХМӘҘИЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға