«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Әсәлек капиталы”н аҡсалата биреүгә ҡарашығыҙ?



12.04.2013 “Әсәлек капиталы”н аҡсалата биреүгә ҡарашығыҙ?

Дилә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА, ике бала әсәһе:
– Мин быға тик ыңғай ҡараштамын. Дәүләт ярҙамын маҡсатлы тотонорға уйламаған ғаилә, йә яңғыҙ әсә, юлын табып, капиталды аҡсаға әйләндерә һәм үҙе теләгәнсә тотона. Туғанынан өй һатып алдым тип, ҡулға төшөргән аҡсаны эсәм тигән кеше барыбер эсеп бөтөрә. “Әсәлек капиталы”н торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонорға теләгән күптәр уны аҡсаға әйләндергәнсе дөйөм сумманың ниндәйҙер өлөшөн юғалта.
Был дәүләт ярҙамы аҡсалата бирелһә, йәш ғаиләләрҙең күбеһе торлаҡ мәсьәләһен тиҙерәк хәл итер ине, тип уйлайым. Үҙемә килгәндә, икенсе балама 1 йәш тә 4 ай. Былтыр ноябрҙә “әсәлек капиталы” ярҙамы менән ике бүлмәле фатир алдыҡ. Күп инстанцияға йүгерергә, килешеүҙәр төҙөргә кәрәк тип, риэл­тор­ға мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Һөҙөмтәлә уға 20 мең һум аҡса түләнек, ә 10 мең һумды банк “ашаны”. Ярай уныһы, иң мөһиме, үҙ мөйөшөбөҙ булды, тип ҡыуандыҡ. Ә уйлап ҡараһаң, “әсәлек капиталы”н аҡсалата алһаҡ, 30 мең һум аҡсабыҙ яныбыҙҙа ҡалыр ине.

Раушания КЕЙЕКБАЕВА, Баймаҡ ҡалаһы, өс бала әсәһе, игеҙәк ҡыҙҙар үҫтерә:
– Бер яҡлы ғына яуап бирә алмайым. Күберәк ҡаршымындыр, сөнки “әсәлек капиталы”н маҡсатлы рәүештә биргән саҡта уҡ мутлашыусылар бар. Улар ниндәйҙер риэлтор­ҙар аша аҡсаны алып, ашау-эсеүгә, “типтереп” йәшәүгә йүнәлтә. Ә аҡсалата бирһәләр, шундай ата-әсәләр һаны, минеңсә, артасаҡ ҡына, шуға артабан да маҡсатлы бирелеүе яҡшыраҡ.
Ә ни өсөн игеҙәк балаларҙың һәр ҡайһыһы өсөн дә сертификат бирелмәй икән? Һәр береһенә айырым түләнһә, ғәҙел булыр ине.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА, өс бала әсәһе:
– Төрлө мәлдәр була, бала ауырып та китә, кәрәк-ярағы өсөн дә аҡса кәрәк. Сертификаттың суммаһы аҡсалата бирелһә, яҡшыраҡ булыр ине. Ҡайһы берәүҙәрҙең был аҡсаны төрлө ысулдар менән алып, башҡа маҡсатҡа ҡулланыуы тураһында ишеткәнем бар. Беҙ “әсәлек капиталы”н баланың уҡыуына йүнәлтергә ҡарар иттек. Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, шул аҡсаны банкыға һалһаң, күпкә отошлораҡ була түгелме?

Гөлназ ХӘБИРОВА, Өфө ҡалаһы, ике бала әсәһе:
— Бик яҡшы тәҡдим. Программа буйынса уны билдәле маҡсатҡа ғына тотонорға була, ә кемгәлер был оҡшамай. Әгәр ҙә был тәҡдим законлы көсөнә инһә, йәш ғаиләләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге тыуасаҡ.

Азалия БАЙРАМҒОЛОВА, бер ул үҫтерә:
– Ҡаршымын, аҡсалата бирелһә, ул кәрәккән-кәрәкмәгән ваҡ-төйәккә сарыф ителәсәк. Төрлө ғаиләләр бар бит, шул аҡса өсөн бала табыусылар мотлаҡ буласаҡ. Шунан улары урам гиҙәсәк, ә ата-әсәһе сертификаттың һуңғы тине бөткәнсе эскелек ойошторасаҡ. “Әсәлек капиталы”н былай ҙа иң кәрәкле нәмәгә тотоноп була: ипотекаға, балаға белем биреүгә, пенсияға.

Светлана ИБРАҺИМОВА, Күгәрсен районының Мораҡ ауылы:
– Аҡсалата бирһәләр ҙә бик уңайлы. Ҡайһыларҙың өйө бар, ә сертификат аҡсаһына машина, ер бүлеме, баҡса һ.б. һатып алыр­ға мөмкин. Иң мөһиме, был программа 2016 йылдан һуң да эшләһен.

Динә МОРАТШИНА, Өфө ҡалаһы, ике ҡыҙ үҫтерә:
– Бик шәп булыр ине! Әле беҙгә аҡса кәрәк, әммә сертификат ярҙамында тере аҡса алып булмай шул. Уны пенсияға ҡалдырғым килмәй, сөнки дәүләткә ышанмайым. Белем алыуға тиһәң, балаларҙың уҡыуына түләй алырбыҙ, тип уйлайым. Иптәшемдең ата-әсәһе ипотекаға фатир һатып алды, бергә йәшәйбеҙ. “Әсәлек капиталы”н ошо бурысҡа йүнәлтергә бик теләйем, әммә фатир минең исемдә булмағас, быға хоҡуғым юҡ. Әгәр ҙә дәүләт ярҙамын аҡсалата бирә башлаһалар, ипотеканы ҡаплар инек.
Гүзәл ЙОСОПОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға