«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Эскән һыуға төкөрмәйек!



09.04.2013 Эскән һыуға төкөрмәйек!

Эскән һыуға төкөрмәйек!Мин бала саҡта Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа эсәр һыу оло проб­лема булып торҙо. Ҡоҙоҡтар, колонкалар юҡ, барса халыҡ һыуҙы Таңатар йылғаһының төбөн уйып яһалған кескәй генә мәкенән ала. Бәғзе берәүҙәргә унда 2 – 3 саҡрымды үтеп йөрөргә тура килә. Ә инде ҡоҙоҡҡа яҡыныраҡ урынлаш­ҡан Колхоз, Совет, Партизан урамдарында йәшәүселәр бәхетле. Айырыуса ҡыш көндәре ҡыйын була торғайны. Һыу яртышар сүмесләп кенә сыға һәм мәкегә егерме-утыҙлап кеше сиратҡа баҫа…
Тора-бара Асҡарҙа ҡаласа уңайлыҡтары, һәр хәлдә, һалҡын һыуы булған икешәр ҡатлы йорттар һалынды, урамдарға колонкалар ултыртылды. Һыу проблема булыу­ҙан туҡтаны. 30 – 35 йылға. Әммә һуңғы йылдарҙа баҫымы кәмей, тимәк, ер аҫтында һыу кимәле төшә, ошо сәбәпле йыш ҡына хатта колонкаларында ла һыу килеүҙән туҡтай. Быға һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ та, эргәлә генә ятҡан Магнитогорск ҡалаһында эсәр һыу дефициты ла үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай, әлбиттә.
Тағы бер миҫал килтергем килә. Әбйәлил районының Юлдаш ауылында халыҡ ҡасандыр ике ҡоҙоҡтан, Ҡарасман һәм Таштығойо ҡо­ҙоҡтарын файҙаланды. Бер «аҡыллы» баштың ҡарары менән Ҡа­расман ҡоҙоғона насос ҡуйып, һыуын малсылыҡ фермаһына һур­ҙыра башланылар. Үткән быуаттың 60-сы йылдары ине был. Көмөштәй саф һыу әллә ниндәй машина майы аңҡып торған бысраҡ, тәмһеҙ бер нәмәгә әйләнде. Хәҙер ҡороған шишмә-йылғаларҙың иҫәбе юҡ инде ул… Хатта йөҙөп сығыуы ла хәүефле булған тәрән, ярһыу Ҡыҙыл йылғаһын бөгөн тауыҡ та кисеп сыға ала.
Ауылдарҙа хәҙер һәр кем тиерлек үҙе скважина ҡаҙҙырырға тырыша. Ләкин 20 – 30 метр тәрәнлектә ҡаҙыған ҡойоноң да һыуы эсерлек түгел. Мәҫәлән, Таҡһыр ауылында. Ирекһеҙҙән, ҡайһы берәүҙәр Ҡойо башы тип йөрөтөлгән алыҫ шишмәгә һыуға йөрөй. Ысын булһа, Ҡойо башының һыуы иҫ китмәле саф, бер ниндәй ҡушылма-фәләнһеҙ икән. Айырыуса еңел машина хужалары әлеге һыуҙан кинәнә. Әммә беҙҙең үҙебеҙ эскән һыуға ҡарата хаяһыҙ мөнәсәбәтебеҙ артабан ни менән бөтөр икән? Матур итеп кәртәләп алынған Ҡойо башының тирә-йүне әкренләп сүплеккә әүерелә бара.
Эргәләге быуаға балыҡҡа килгән Магнитогорск кешеләре айырыуса һаҡһыҙ ҡылана, бөтә сүбен ошонда ҡалдыра.
Бөтә Ер шарында таҙа сөсө һыу етешмәй. Һәм был Африка илдәрендә генә түгел. Рәсәй буйлап ҡоҙоҡтарҙың һыуы кибә. Күп кенә өлкәләрҙә кешеләр бысраҡ күл, быуа һыуын эсергә мәжбүр. Әҙәм балаһы ризыҡһыҙ ай самаһы йәшәй ала, тиҙәр, ә бына һыуһыҙ ул бер-ике көнгә генә сыҙай. Беҙ иһә булған ғына һыуыбыҙҙы исраф итеүҙән, бысратыуҙан тартынмайбыҙ. Бер уйлаһаң, бәндә ҡайһылай ҙа ва­йым­һыҙ, мәғәнәһеҙ! Үҙенең иртәгәһе көнөн дә ҡайғыртырға һәләтһеҙ.
Бер аҙ донъя кимәлендәге күр­һәткестәргә күҙ һалайыҡ. Һиндос­тан, Бангладеш кеүек илдәрҙә һуң­ғы ун йыллыҡта ер аҫты һыуҙары кимәле 50 метрға төшкән. Мекси­каның баш ҡалаһында һыуы ҡоро­ған бушлыҡтар йорттарҙы йота башлаған. Беҙҙең республиканың ҡай­һылыр районында ҡапыл емерелеп төшөп, тәрән соҡор барлыҡҡа ки­леүе хаҡында гәзиттәребеҙҙең бере­һендә күреп ҡалғайным. Үкенескә күрә, бының сәбәпсеһе лә шул ер аҫты һыуҙарының кибеүелер.
Өс миллиардҡа яҡын кеше өсөн таҙа һыу ысын-ысынында ҙур проблема булып тороуын ғалимдар әүәл-әүәлдән иҫкәртә килә. Көн һайын һыуһауҙан дүрт меңдән ашыу бала һәләк була! Йәнә бер ун йылдан донъя халҡының өстән ике өлөшө һыуһыҙ интегәсәк! Яҡын киләсәктә эсәр һыуҙың хатта алтын, нефть кеүек байлыҡтарға ҡарағанда ла бәхәслерәк «талаш алмаһы»на әүерелере көн кеүек асыҡ. Ил менән ил, ҡитға менән ҡитға араһында эсәр һыу өсөн яуҙар ҡупмаҫ, тип кемебеҙ әйтә ала? Алтын, алмас­һыҙ, хатта газ-нефтһеҙ ҙә әҙәм әле йәшәй ала, ә бына һыуһыҙ бер генә тереклек тә көн итә алмай.
Тверь өлкәһе, Мәскәү, Брянск, Бөйөк Новгород тирәһе ауылдарының ҡайһы берҙәрендә эсеү өсөн ямғыр, ҡар һыуын йыялар, һаҙлыҡтарҙы ҡаҙып, быуа яһап, шунан эсәләр, ә бының ниндәй сирҙәргә килтергәнен бер Хоҙай белә. Был – һуңғы тиҫтә йылдың үҙгәрештәре. Асылда бөтә Рәсәй буйлап ер аҫты һыуының кимәле аҫҡа төшә, беҙ быны Башҡортостан миҫалында ла асыҡ күрәбеҙ.
Ошоғаса сөсө һыуы иң мул булған Байкал күле менән маһайҙыҡ. Йәнәһе, ундағы һыу әллә күпме ваҡытҡа бөтә Ер шары халҡын эсерергә етәсәк, имеш. Етмәйәсәк. Бөгөн үк Байкалдың хәле мөшкөлләнгәндән-мөшкөлләнә. Үҙен иң аҡыллы йән эйәһе тип иҫәпләгән бәндә күлдең ян-яғын сүп-сар ояһына әйләндергән, ярында целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты төҙөгән, ә комбинат ҡалдығы тотош күлде бысрата. Һуңғы осорҙа бөтәбеҙҙең ғорурлығы булған Байкал ныҡ һайыға. Ҡыҫҡаһы, таҙа һыу, ғөмүмән, һыу мәсьәләһе бөгөн сөсө һыуға иң бай булған Рәсәй тигән илдә лә бик киҫкен тора. Әгәр ҡайҙалыр, әйтәйек, Һиндостанда, Африкала был киҫкенлек күберәк климатҡа, тәбиғәт шарттарына бәйле булһа, беҙҙә эсәр һыуҙың кәмеүе, етешмәүе күберәк кеше факторына, анығыраҡ әйтһәк, рә­сәйҙәрҙең вайымһыҙлығына, би­тарафлығына, йүнһеҙлегенә бәй­ле. Совет осоронда сәнәғәт предприятиелары, малсылыҡ фермалары һыу сығынаҡтарын бысратһа, бөгөн йылға һәм күл буйҙарында йорт күтәреүсе байҙарыбыҙ рәхәтләнеп үҙҙәре эскән һыуға төкөрә. Унан, сереп бөткән таҙартҡыс ҡорамалдар ҡалаларҙың бөтә булған әшәкеһен һыу ятҡылыҡтарына илтеп түгә. Нефть продукттары, һәр төрлө зарарлы химик элементтар, хатта терегөмөш – нимә генә юҡ бөгөн беҙ эскән һыуҙа! Шуны ла иҫтә тотайыҡ: ҡатнашҡандан һуң микробтар (бөтәһе лә түгел) үлһә лә, химик элементтар тарҡалмай.
Донъяның байтаҡ илендә һыу бик ҡиммәт тора, уны һатып алалар. Өфө халҡына ла был хәл таныш. Үҙ сәләмәтлеген ҡайғыртҡан кешеләр бөгөн эсеү өсөн һыуҙы ситтән алдыра. Республикабыҙҙа башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда хәл саҡ-саҡ ҡына арыуыраҡ әле. Әммә тағы биш-алты йылдан беҙ ҙә Ижевск, Омск, бүтән төбәктәр көнөнә төшмәҫбеҙ, тип әйтеп булмай.
Әлбиттә, был мәҡәләне сәнәғәт предприятиеһы етәксеһе лә, йә булмаһа, һарайҙай йортон Ағиҙел, Дим буйына төҙөгән байғура ла уҡымаясаҡ. Беҙ, ябай халыҡ, хәлебеҙҙән килгән тиклем һыуға, ергә ҡарата һаҡсылыраҡ булһаҡсы, яҙмаларым да ошоно күҙ уңында тота. Ата-бабаларыбыҙ һыу сығанаҡтарына ҡарата бик һаҡсыл булған, инеш, шишмә буйҙарын һәр саҡ таҙартып, ҡойоларҙың тирә-яғын кәртәләп торған, йылға-күлдәр тирәһенә бысраҡ түкмәгән, таҙа һыуҙы юҡ-барға сарыф итмәгән. Бәндәнең ғилем кимәле күтәрелгән һайын мәҙәниәте төшә, тәрбиәлелеге кәмей барамы икән әллә? Һәр төрлө мелиорация эштәре, һаҙлыҡтарҙы киптереү, йылға йүнәлешен үҙгәртеү, яр буйҙарындағы таллыҡтарҙы, башҡа төр ағас­тарҙы аяуһыҙ киҫеү кеүек ҡоротҡослоҡҡа хәҙер урман янғындары, һыуға яҡын урындарҙа бейек-бейек йорттар һалыу кеүек кире күренештәр өҫтәлде. Былар бөтәһе бергә беҙҙән һыуҙы алып китә, кешелек донъяһын яңы ҡот осҡос һәләкәт алдына ҡуя. Моғайын, гәзит-журнал аша ғына бер ни ҡыйратып булмай­ҙыр. Һыу мәсьәләһе дәүләт, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы кимәлендә хәл ителергә тейеш. Ләкин беҙҙең бит эскән һыуыбыҙға төкөрмәҫкә генә хәлебеҙҙән килә, йәмәғәт!..

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.
Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға