«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Урлап уҡыйбыҙ



09.04.2013 Урлап уҡыйбыҙ

«Йәшлек» гәзитен йыл да яҙҙырабыҙ. Гәзиттә олоһонан кесеһенә тиклем үҙенә кәрәклеһен табып уҡый ала.
Ғаиләбеҙҙә булған бер ҡыҙыҡлы хәлде яҙып ебәрергә булдыҡ.
Өйҙә – ҡәйнәм (яңыраҡ мәрхүмә булып ҡалды), ҡайным, уларҙың кесе улы (иптәшем), мин һәм өс улыбыҙ. Почта килһә, гәзиткә талаш − һәр кемдең уны иң беренселәрҙән булып уҡып сыҡҡыһы килә. Иң олоһо булараҡ, ҡайным уҡый башлай. Шулай, бөтә баҫмаларҙы янына ғына һалып, райондың «Һаҡмар» гәзитен уҡып ята. Ҡәйнәм сыҙамай, ипләп кенә бер гәзитте «сәлдерә». Һәр гәзитте ҡарап ята торғас, «Йәшлек»тең юҡлығын һиҙеп ҡала һәм бар өйгә:
− Әй, Ғәлиә, һин минең «Йәшлегем»де урланың.
− Эйе, урланым, − ти тегеһе тиҙ-тиҙ уҡыу араһында.
Ә беҙ көләбеҙ, улар ниндәй диалог килеп сығыуын үҙҙәре лә аңламай.
Хәҙер өйҙә был һүҙҙәр лаҡап булып ҡалды. Иптәшем Илшат Мырҙағәлин: «Һин дә минең «Йәшлегем»де урлама инде», – тип шаярта.

Һеҙгә уңыштар теләп ҡалыусы –
Мырҙағәлиндар ғаиләһе.
Баймаҡ районы,
Мерәҫ ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға