05.04.2013 «Һыңар ҡуллы бандиттар» һаман талай
Өфөлә уйын бизнесына ҡаршы эре операция уҙҙы. Оперативниктар баш ҡаланың Дим, Октябрь, Совет, Орджоникидзе райондарында туғыҙ уйын залын юҡҡа сығарҙы.
ҡайһы бер подвалдарҙа урынлашҡан ауыр тимер ишекле клубтарҙы махсус отряд хеҙмәткәрҙәренә штурм менән алырға тура килде. Уйын аппараттарын залдарҙан сығарыу дауам итә. Сөнки ойоштороусылар «һыңар ҡуллы бандиттар»ҙы бер-береһенә һәм стенаға ҡуша иретеп йәбештергән. Полицейскийҙар иҫәпләүенсә, барлыҡ клубтар берҙәм селтәрҙә эшләгән. Бынан тыш, тәртип һаҡсылары келәттәрен дә асыҡлай. Тыйылған бизнес хужалары, ғәҙәттә, полиция тикшереүҙәренән һәм автоматтарҙы тартып алыуҙан һуң, келәттәренән кәрәк-яраҡты килтереп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бизнесын тергеҙгән. Ике келәттә 150 аппарат, 16 покер өҫтәле, 1 рулетка табыла, рейд ваҡытында барлығы 334 уйын ҡорамалы тартып алына. Әлегә енәйәт эшен ҡуҙғатыу өсөн материалдар йыйыла.