«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Рита, Фәрих – бәхет тауында



05.04.2013 Рита, Фәрих – бәхет тауында

Рита, Фәрих – бәхет тауында
Баянан бирле көҙгө алдында бөтөрөләм, тегеләй ҙә ҡарайым үҙемә, былай ҙа – үҙемә үҙем инде лә оҡшайым, сағылышыма ҡарап туя алмайым. Балалар кеүек ҡыланыуымдың сәбәбе – ҡашмауҙа һәм түшелдеректә. Улар миңә шундай килешә, әйтерһең дә, ғүмер буйы ҡашмау-селтәрҙә генә йөрөгәнмен! Һәр кемде лә гүзәлдәр рәтенә баҫтырған матур милли кейем өлгөләрен тыуҙырыусы –Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында йәшәүсе Рита Шәйҙуллина.
Әхирәтем Ғәлиә Малыбаева, ауылыбыҙҙа алтын ҡуллы кешеләребеҙ күп, шуларҙың береһе Рита Рәхмәтулла ҡыҙы, бик ҡупшы әйберҙәр эшләй, килеп күр, тип күптән әйтһә лә, саҡырылған ергә оҙаҡ ваҡыт бара алмай йөрөнөм. Ә инде Рита Рәхмәтулла ҡыҙының эштәрен күргәйнем, был тиклем гүзәллеккә нисек битараф ҡалғанмын, тип терһәгемде тешләрҙәй булдым. Һөнәрле кешеләрҙе тап итһәм, «аһ» итәм инде ул шулай. Уларҙан өйрәнергә ҡулым ҡысырға тотона. Ләкин тиҙ генә отоп эшләй башларға оҫталыҡ етмәй ҙә ҡуя. Ваҡ мәрйендән гөл-сәскәләр «үҫтергән», милли кейем өлгөләрен яңынан тергеҙгән Рита апай менән шулай танышып, бер-беребеҙҙе күптән белгәндәй һөйләшеп киттек. Ул – Райхана Ситдиҡова менән Рәхмәтулла Шәйҙуллиндың бер бөртөк балаһы. Рәхмәтулла Башҡор­тостандың Йәрмәкәй районында тыуып, Татарстанда үҫә (атаһы Шәйҙулла граждандар һуғышында үлгәс, әсәһе өс бала менән тыуған еренә – Баулы районының Исергәп ауылына ҡайта). Егет ҡорона еткәс, Рәхмәтулла Өфөгә, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килә. География факультетын уңышлы тамамлағас, уны Әбйәлил районының Асҡар ауылына эшкә ебәрәләр. Бер йылдан Учалы урта мәктәбенә директор итеп күсерәләр.
Ә Рита апайҙың әсәһе, Райхана Һарун ҡыҙы Ситдиҡова – Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан. Һарун Ситдиҡов та рус теле буйынса уҡытыусылар семинарияһын бөтөргән белемле кеше була. Уны ла, өлкән улы Рөстәмде лә, “халыҡ дошманы” мөһөрө тағып, ҡулға алғас, Райхана Асҡар мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә урынлаша. Әсәһенә Рауза, Ришат, Дилә туғандарын, Рөстәм ағаһының дүрт ҡыҙын ҡараша. Тик көнсөл, яуыз әҙәмдәр оҙаҡ эшләргә ирек бирмәй, халыҡ дошманының ғаиләһен ҡарай, тип уны эштән ҡыуҙырталар. Атаһы, ағаһы артынан репрессия тирмәненә эләкмәҫ өсөн Райхана Үзбәкстанға сығып китергә мәжбүр була. Нисек тә булһа яҡлауһыҙ ҡалған әсәһенә ярҙам итешер өсөн тырыш ҡыҙ Үзбәкстанда етештерелгән ситсаны юрған итеп күбеп, күлдәктәр тегеп алып ҡайта. Үзбәкстанға кире китергә йыйынғас, Учалы мәктәбендә эшләп йөрөгән элекке танышы Рәхмәтулла үҙенең һөйөүен белдерә һәм Райхананы сит ергә ебәрмәй, Мейәс станцияһында алып ҡала. Шулай итеп, йәштәр 1939 йылда өйләнешә. 1940 йылдың ғинуарында Рита тыуа. Шул саҡта Рәхмәтулланы бер айға хеҙмәт лагерына алалар. Инде ҡайттым тигәндә фин һуғышы тоҡанып китә. Шунда ҡатнашып, ҡайтырға йөрөгәнендә фашистар илебеҙгә һөжүм итә, Бөйөк Ватан һуғышы башлана...
– Мине атайым бер тапҡыр ғына, бала табыу йортонан алып ҡайтҡанда ғына күргән, бесәй балаһы саҡлы ғына минең ҡыҙсығым, тип һөйгән, хайран ҡалған, – Рита апай һағышлы хәтирәләргә сума. – Аҙаҡ хат аша әсәйемә, ҡыҙыбыҙға Риорита исемен ҡушығыҙ, тип яҙған (“Рио-Рита” – Энрике Сантеухини исемле композиторҙың әҫәре – авт). 1943 йылда, хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡағыҙы килгән... Аслыҡтан ғажиз булғас, атайымдың әсәһе Ғәйнисафа өләсәйем, Татарстанға күсәйек, унда икмәк етеш, тип әсәйемде Баулы районына күсергә күндергән. Әсәйем, бахырҡайым, һыйырҙы Учалы ауылынан Мейәскә тиклем етәкләп барып һатып килгәс (йөҙ саҡрымдан ашыу!), ярты тоҡ аҡса менән юлға сыҡтыҡ. Аҙаҡ Исергәптә шул аҡсаға бер тоҡ он алғас, тамаҡ туйып ҡалды.
Әйткәндәй, әсәйемде уҡыусылар мәктәптә «морфология апай» тип йөрөткән (бәлки, берәйһе һаман да иҫләйҙер)... Һуғыш тамамланғас, ҡырҡ алтынсы йылда, Ташбулатҡа күсеп ҡайттыҡ. Әсәйем бик яҡшы кешегә, Фәтих Заһретдиновҡа, кейәүгә сыҡты. Ул һуғышта осоусы булған. Осоп барабыҙ ҙа, арып китһәк, болоттарға ултырып, ял итеп алабыҙ, тип шаяртып, әсәйемде көлдөргән. Улар туй табыны үткәргәндә ҡыуанып сәпәкәй иткәнмен, йәнәһе лә, хәҙер мин дә атайлы кеше! Йәлембәт ауылында эшләнеләр (үгәй атайым Магнитогорск пединститутында тарих факультетын тамамлаған). Аҙаҡ үгәй атайымды Салауат мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнеләр. Унда ете йыл йәшәнек. Унан һуң Таштимерҙә директор булып эшләне. Шунан Асҡар МТС-на партком секретары итеп ҡуйҙылар. Мин Асҡарҙа урта мәктәпте тамамланым. Үгәй атайымды Байымға директор итеп күсергәйнеләр, ул мине немец теле уҡытыусыһы итеп эшкә алды (Асҡарҙа сит тел­дәр­ҙе яҡшы уҡыттылар, шуға немецса апаруҡ һупалай торғайным). Бер йыл эшләнем дә, Белорет педучилищеһына уҡырға индем. Башҡорт төркөмөндә өс йыл уҡығас, Байымға башҡорт теле уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрҙеләр. Юғары белемле уҡытыусылар дәрес планын да яҙа белмәй торғайны, ә миндә педучилищенан алған белем көслө ине, шуға башҡаларҙы ла уҡытыу методикаһына өйрәттем. Шулай ҙа артабан уҡығым килде, юғары уҡыу йортона барырға атлыҡтым. Һәм атай-әсәйемдең фатихаһы менән Магнитогорски­ға сығып киттем. Ә минең урынға БДУ-ны тамамлаған Ейәнсура районының Байдәүләт ауылы егете Фәрих Бикйәновты ебәргәндәр.
Фәрих ят ауылға килеп ултырғанда, эсе бошоуҙан, исмаһам, ауылығыҙҙа ҡыҙҙар бармы, тип бер егеттән һораған. Эй, беҙҙә ҡыҙҙар юҡ та ул, тигән уныһы: «Тик бер Рита исемлеһе йөрөй ҙә бит, әммә уның егете бар». «Мин уны ҡаратып алам!» – тип күрмәгән-белмәгән ҡыҙҙы уйлап, тоҡанып киткән Фәрих. Йәш белгесте директор үҙҙәренә йәшәргә алып ҡайта. Фәрих, егет һүҙе бер була, тип Миҙхәт Мәғәсүмов менән Магнитҡа барып, Ританы ике тапҡыр эҙләп ҡарай, ләкин тап итә алмай. Ә инде Рита имтихандар биреп өйөнә ҡайтҡас, егет һылыу ҡыҙ алдында баҙап, ҡойолоп төшә һәм шул уҡ көндө икенсе йортҡа йәшәргә күсә. Шулай ҙа бөтә батырлығын йыйып, ҡыҙ менән таныша, улай ғына ла түгел – үҙенә ҡарата.
– Танышып киткәс, ул мине уҡырға оҙатыр­ға станцияға алып барҙы, юл буйына башҡорт теле һәм әҙәбиәте тураһында һөйләшкән булдыҡ, – тип көлә Рита апай. – ҡыҙып бәхәсләшеп тә китәбеҙ, уртаҡ фекергә лә киләбеҙ. Уның төплө фекерле, тәрән аҡыллы булыуы ныҡ оҡшаны. Аҙаҡ каникулда өйләнештек тә, мин ситтән тороп уҡыуға күстем.
Фәрих ағай БДУ-ла уҡығанында бейеү түңәрәгенә яҙылған була, тик һикергән һайын асыҡтыра, тип, фототүңәрәккә күсә. Шул һөнәре мәктәптә һәләк ярап ҡала – балалар ҡыҙығып ул ойошторған фототүңәрәккә йөрөй. Уҡытыусы эше уғата ла оҡшай ине, тип мәктәптә гөрләтеп эшләп йөрөгән саҡтарын иҫләй Фәрих Сөләймән улы. Рита Рәхмәтулла ҡыҙы ла иренең һүҙен йөпләй: «Мәктәптә үткән һәр көн һағындыра». Улар Зилә, Зөлфиә һәм Азамат исемле өс бала үҫтергән. Балалар беҙҙең ыңғайға кескәйҙән мәктәпкә барып, уҡыусылар араһында үҫте, тип ул-ҡыҙҙарын йәлләп тә ҡуялар, әммә заманаһы шундай ине, декрет ялы ҡыҫҡа, балалар баҡсаһы юҡ, мәктәптә эш күп, тип тағы үҙҙәрен-үҙҙәре йыуата. Балалары ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәре лә бик тәртипле, аҡыллы, эшһөйәр. Ә исемдәре ниндәй матур: Айым, Ләйсән, Айгүзәл, Заһир, Айгиз, Салауат... Азаматтың улы Салауат – егерме беренсе быуатта Мегионда беренсе булып донъяға килгән бала, ҡала хакимиәте ошо ваҡиға айҡанлы йәш уҡытыусылар ғаиләһенә фатир бүләк иткән!
ҡәҙерле атай-әсәй, һөйөклө олатай-өләсәй булып ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгән Рита Рәхмәтулла ҡыҙы менән Фәрих Сөләймән улы быйыл февралдә алтын туйҙарын билдәләне.
Рита, Фәрих – бәхет тауында,
Аҡ теләктәр – табында!
Фәрештәләр мәңге торһон
Шул бәхеттең һағында, – тип балалары, яҡындары теләгән теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Яҡшы кешеләр бит улар, изге теләктәр ҡанатландырһын!
... Барыһын да хайран итерлек иҫ киткес матур ҡашмау-һаҡалдар тыуҙырған кешенең күңеле шау ғына нурҙан тора, ахыры. Үҙеңдә булмаһа ул матурлыҡ, нисек итеп гүзәл әйбер­ҙәр ижад итмәк кәрәк?!

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға