«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Матурлыҡ тыуҙырыусы



05.04.2013 Матурлыҡ тыуҙырыусы

Матурлыҡ тыуҙырыусы
Көйөргәҙе районында йәшәүсе Нина Нурмедова пластик шешәләрҙән күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр эшләй
Бәғзе берәүҙәр үҙ тормошонда тәғәйен генә эш менән булһа, икенселәре өҫтәмә шөғөлдәрҙе лә яҡын күрә. Кемдәрҙер бәйләргә, тегергә, һүрәт төшөрөргә, бешеренергә ярата. Ә бына Көйөргәҙе райо­нының Ермолаев ауылында йәшәүсе Нина Нурмедова пластик шешәләрҙән бик тә үҙенсәлекле әйберҙәр эшләргә әүәҫ. Район үҙәгендәге Беренсе май урамының башында урынлашҡан ыҡсым ғына күркәм өй башҡаларҙан тышҡы яҡтан әллә ни айырылып та тормай. Ләкин таҙа итеп йыйыштырылған ихата эсенә килеп инһәң, үҙеңде әкиәт, мөғжизәләр донъяһындағы кеүек хис итәһең. Шунда уҡ Нина Яковлевнаның оҫта ҡулдары, фантазияһы ярҙамында пластик шешәләрҙе ҡырҡып эшләгән сәскә гөлләмәләре, лиана ағас­тарын хәтерләткән матур фигуралар, шул һауыттарҙың ҡапҡастарын ҡулланып биҙәлгән йорт стеналары иғтибарҙы йәлеп итә, һоҡланыу тойғолары уята. Шешә бөкөләренән яһалған калла сәскәләре, ишек, тәҙрә пәрҙәләре хужабикәнең ҡул эштәренә маһир икәнлеген күрһәтә. Йорт эсен биҙәгән бәйләнгән, тегелгән әйберҙәр, тылсымлы ҡурсаҡтар ҙа − Нина Нурмедованың ижад емештәре.
Бирһә – бирә бит Хоҙай кешегә талантты. Оҫтабикә һөйләүенсә, уның төп һөнәре − тегенсе. Ваҡытында Нина Яковлевна күмертау ҡалаһында бер йыллыҡ курсҡа йөрөп, ошо һөнәрҙе үҙләштерә. Билдәле, әгәр үҙең һайлаған һөнәргә талантың, маһирлығың булмаһа, ошо өлкәлә уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Әңгәмәсем әйтеүенсә, уның әсәһе бәйләм эше оҫтаһы булған, ә олатаһы тирә-яҡта шәп сабата үреүсе тип танылған. ҡан тартыуы – бер, шуға өҫтәп тырышлыҡ, маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ныҡыш булырға ла кәрәк. Бөтә ошо сифаттарға ла эйә Нина Нурмедова. Ул 17 йәштә генә кейәүгә сы­ғып, өс балаға ғүмер би­рә. Оло быуын иҫләйҙер, СССР заманында күп әйбергә ҡытлыҡ булды. Ошо шарттарҙа йәш ҡатын ғаилә ағзаларына кәрәк булған күп нәмәне үҙ ҡулы менән бәйләй, тегә, сигә. Әйткәндәй, Нина Яков­левнаның хеҙмәт стажының байтаҡ йылы кейем тегеү, балалар­ҙы ҡул эштәренә өйрәтеүгә арналған. Һәр саҡ үҙ ҡулдары менән нимәлер яһар­ға ынтылған ҡатын уларҙы дуҫтарына, таныштарына бүләк итә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала. 2001 йылда Нурмедовтарҙың ғаиләһе Төрк­мәнстан­дан Ермолаевҡа күсеп ҡайта. Һатып алған шәхси йортта йәшәй башлағас, Нина Яковлевна­ның күңеленә, ә ниңә пластик шешәләрҙе файҙаланып, өйҙө, ихатаны матурламаҫҡа, тигән уй килә. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, уларҙың көн күргән урыны ял паркына яҡын ғына урынлашҡан. Ә унда, беҙҙең халыҡтың бер өлөшөнөң «юғары мәҙәнилеген» күрһәтеп, аҙым һайын төрлө пластик шешәләр тулып ята. Оҫтабикә шаярыбыраҡ әйткәнсә, уны материал менән ошо урын һәм урамдар тәьмин итә. Был шөғөл икеләтә файҙа килтерә: беренсенән, йәмәғәт биләмәләре сүптән таҙартыла, икенсенән, улар оҫта ҡулдар менән кәрәкле әйбер­ҙәргә әйләндерелә. Оҫта ҡуллы ханым киләсәккә яңы пландар, уйҙар менән йәшәй. Мәҫәлән, әле ул пальма ағасы макетын эшләү менән мәшғүл. Иманым камил, ысын ижадсы был маҡсатына ла ирешер. Нина Яковлевнаның башланғыс синыфта уҡыған Карина исемле ейәнсәре лә ошо шөғөл менән ҡыҙыҡһына, уға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. «Бик отҡор ҡыҙыҡай», − ти уның тураһында өләсәһе. ҡул эштәре оҫтаһына уның тормош юлдашы Камил Сабур улы ла һәр саҡ ярҙам күрһәтергә әҙер. Кешелекте матурлыҡ ҡотҡарыр, тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. Матурлыҡ утрауына әйләнгән өйҙән, ихатанан илһам алып сыҡҡас, ошо фекерҙең дөрөҫлөгөнә тағы бер тапҡыр инандым. Бына бит оҫта ҡуллы ханым ябай ғына әйбер­ҙәрҙән дә матурлыҡ тыуҙыра, кешеләрҙе йәшәүгә илһамландыра.

Урал ҡӘЙҮПОВ.
Көйөргәҙе районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға