«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Рәсәй юлдары 136-сы урында



29.03.2013 Рәсәй юлдары 136-сы урында

Рәсәй юлдары 136-сы урында
Илебеҙ юлдарының торошон барыбыҙ ҙа тоҫмаллай ала. Хатта Рәсәйҙәге бер нисә бәләнең тәүгеһе юлдар икәне хаҡында лаҡап та йөрөй.
Рәсәй автотрассаларының, донъяның 144 иленең юлы сифатын тикшергәс, 136-сы урында тороуы асыҡланған. Һуңғы өс йылда ғына 11 позицияға түбән төшкәнбеҙ. Ә яҡын йылдарҙа федераль һәм төбәк юл фонды бер триллион һумдан ашып китеүе күҙаллана. Быйыл ғына федераль фондтан 450 миллиард һум тотонолоуы мөмкин. Был йыһан программаларынан өс тапҡырға юғарыраҡ.
Генераль прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә төбәк һәм урындағы юлдарҙың 60 проценты дәүләт стандарттары талаптарына яуап бирмәй, насар торошта, реконструкция йә ремонт кәрәк.
Юлсылар трассаларҙың сифаты түбәнәйеү сәбәбен автомобилдәрҙең самаһыҙ һәм тиҙ күбәйеүенән күрә. Статистикаға күҙ һалһаҡ, 2000 – 2011 йылдарҙа Рәсәйҙә теркәлгән еңел автомобилдәр һаны 1,8 тапҡырға артҡан – 20,4 миллиондан 36,4 миллионғаса еткән.

auto.mail.ru сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға