«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәштәр ауылда ҡаламы?



29.03.2013 Йәштәр ауылда ҡаламы?

Йәштәр ауылда ҡаламы?
ҡасандыр йырҙарҙа «ауыл ма­тур Таһир-Зөһрәләр менән» тип йырлана ине. Гар­мун­лы, аулаҡ өйҙәрҙең булыуы, егеттәр­ҙе музыка аҫтында әрмегә оҙатыу, йәш ғаиләләр өсөн өмә менән бура күтәреү күренештәрен хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды. Бөгөн ауылдар ҡартайыуға, бәләкәйҙәре әкренләп бөтөүгә табан бара. Был нимәнән шулай килеп сыға? Демография тиер инең, киреһенсә, республика буйынса алғанда тыуымдың артыуы күҙәтелә. Күпселек ауылдарҙа яҡшы көнкүреш шарттары булдырыл­ған. Элегерәк уларҙа мәҙәниәт усаҡтарының, элемтә линияларының, юлдарҙың булмауына, мәктәп биналарының иҫкереүенә зарланалар ине.
Ә бөгөн күпселек ауылдарҙың йорттарында табиғи газ яна, крандан һыу аға, хатта канализацияһы ла бар. Уныһы шулай. Ә иң мөһим проблема – ауыл ерендә лә, шул уҡ район үҙәгендә лә эшһеҙлек мәсьәләһе. Эш биреүселәрҙең күбеһен стажы булған кадрҙар ҡыҙыҡһындыра. Ә кисә генә колледж, институт тамамлаған белгестә ул ҡайҙан булһын инде? Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер белгестәр һайлаған һөнәре буйынса эшләргә теләмәй. Йәиһә тәүҙә эшсе булып түгел, ә шунда уҡ аҡ күлдәк кейеп кенә йомшаҡ креслола ултырғыһы килә. Ә бит ҡасандыр институт бөткән белгестәр ҙә хеҙмәт юлын эшсе булып башлаған. Хәҙер заманалар үҙгәр­ҙе: ғөмүмән, эш проблемаһы ҡа­быр­ғаһы менән килеп баҫты. Бигерәк тә ауыл ерендә.
Район үҙәге Йәрмәкәй эргәһендәге бер ауылда булырға тура килде. Шаҡтай ғына зар-моң шаһиты булдым (үҙҙәренең ысын исемдәрен әйтергә ҡушманылар).
– Беҙ өс ул үҫтерҙек, – тине Гөлшат апай. – Рәмис – өс һөнәр эйәһе: шофер, иретеп йәбештереүсе, быраулаусы ярҙамсыһы. Чечняла хеҙмәт итте. Ауылда эш булмағас, Октябрьский ҡалаһында шәхси предприятиела эшләй. Икенсе улым – Камил 27 йәштә, шофер, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында механик һөнәрен алып сыҡты. Әлеге ваҡытта Йәрмәкәйҙә шәхси предприятиела эш­ләй. Кесеһе Рәмил – шәхси эшҡыуарҙа слесарь-ре­монтсы. Шулай инде, ауылда эш булмағас, ситтә аҡса эшләп йөрөйҙәр. Элекке кеүек гөрләп торған хужалыҡ бул­һа, йорт төҙөп, ауылда ла ҡалырҙар ине...
Ә бына сауҙа техникумын тамамлаған Гөлназ Себерҙә вахта ысулы менән эшләргә мәжбүр. Өс ай эшләй, бер ай ял итә. Ә өс балаһын өләсәһе тәрбиәләй.
Йәштәр ауылда ҡаламы?
Ауылда эш булмағас, Зилиә менән Дамир ҙа шулай уҡ вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Ә балалары атай, әсәй наҙы күрмәй, өләсәләре эргәһендә көн итә. Тәрбиә, уҡыуҙарына контроллек итеү, ашатыу-эсереү менән өлкән кешегә шөғөлләнергә тура килә.
Шул уҡ ваҡытта фанатиктар ҙа, үҙенең яҙмышын ер менән бәйләгән патриоттар ҙа бар. Мәҫәлән, Иҫке Турай ауылынан Айһылыу Вәлиева. Уны ла яҙмыш төрлөсә һынаны. Аксен ауыл хужалығы техникумында бухгалтер, агроном һөнәрҙәренә эйә була. Хужалыҡта бухгалтер, һуңынан почтальон, социаль хеҙмәткәр булып эшләргә тура килә. Әлбиттә, тормош һуҡмағынан атлағанда төрлө кәртәләр осрап тора.
Шулай ҙа Айһылыу һығылып төшмәй, тормош иптәше Венер менән 2011 йылда крәҫтиән-фермер хужалығы ойошторорға ҡарар итә. Бер нисә баш һыйырҙары була. Тәүҙә хужалыҡ йәшелсәселеккә тотона: 2 гектар майҙанда – кәбеҫтә, 1 гектарҙа – кишер, шулай уҡ 1 гектар ергә ҡыҙыл сөгөлдөр сәсәләр. Был культураларҙы эшкәртеүҙә, әлбиттә, мәктәптә уҡыған балалары ла ярҙам итә. Эште башлап ебәреү өсөн район бюджетынан 100 мең һум аҡса бүлеп бирелә. Уға насос, минераль ашлама, һыйыр һауыу аппараттары һатып алалар.
Әлбиттә, йәш фермерҙарға ҡыйынлыҡтар ҙа осрай. Иң ҡатмарлыһы – үҫтерелгән продукцияны һата алмау.
Йәшелсәселек көтөлгән һөҙөмтәне бирмәгәс, улар үҫемлекселеккә тотона. Әйткәндәй, арпа сәсеү фермерҙар өсөн сағыштырмаса отошло булып сыға. Гектарынан 23 центнер уңыш алалар. Ә арыштың гектар ҡеүәте 20 центнер тәшкил итә.
Фермерҙар 2012 йылда ныҡлап малсылыҡты үҫтереүгә йүнәлеш алды. «Россельхоз­банк» уларға 150 мең һум кредит бирә. Һөҙөмтәлә ихатала тағы ла бер нисә баш эре мал өҫтәлә. Бөгөн Вәлиевтарҙың һыйырҙары ун биш баштан артып китте. Өҫтәүенә, утыҙлап һарыҡ та аҫрайҙар. Уларҙы ашатыу өсөн күпме бесән, ҡатнаш аҙыҡ, һалам кәрәк. Бөтәһен дә бизмәнгә һалһаң, ай-һай, ауыр бит ул фермер йөгө. Етештергән продукцияны һатырға кәрәк бит әле. Продукция тигәндән, Айһылыу Вәлиева үҙе һауған һөттө шәхси еңел автомашиналарында Октябрьский ҡалаһы баҙарына ҡышын аҙнаһына ике тапҡыр, йәйен көн һайын алып барып һата.
– Йәйен йоҡо бик эләкмәй инде ул, – тип һөйләй Айһылыу Вәлиева. – Тырышһаң, эш тә ҡарышмай.
Айһылыу ҡул ҡаушырып ултыр­ғандарҙан түгел. Ул үҙенең алдына изге маҡсат ҡуя белә һәм уға ирешеү өсөн сәмләнеп эшләй. Уның эшһөйәр булыуына һоҡланырға ғына ҡала. Йәрмәкәй муниципаль районы хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары ла ошо хаҡта һөйләй.
Дөрөҫ, Айһылыу бындай оло хужалыҡты бер үҙе генә алып бармай. Әйтеүемсә, балалар ҙа, әлбиттә, тормош иптәше Венер Бәҙертдин улы ҙур көс һала, ул МТЗ – 80 тракторы менән үҙе ер һөрә, уны эшкәртә, күп йыллыҡ бесәнде саба, йыйып, ихатаға килтерә. Хәйер, хужалыҡ эштәре бының менән генә бөтмәй. Уларҙы һанап сығыу кәрәкмәй ҙә. Өҫтәүенә, ул «Водоканал» предприятиеһында ла эшләй.
Бына шулай уңған йәштәр ваҡыттың үксәһенә баҫып, гөрләтеп донъя көтә. Ә бит ҡайһы берәүҙәр: «Ауылда эш юҡ, шуға ла ҡалаға китеп бөтәләр», – тип зарлана. Улай түгел икән ул. Ә мин аяҡһыҙ инвалидтарҙың коляскаға ултырған килеш иретеп йәбештереү эше менән шөғөлләнгәнен дә күргәнем бар. Эш бар ул, тик елкә генә кәрәк. Хатта беҙҙең яҡтағы ауылдарға һис таныш булмаған кешеләр күрше республикаларҙан, өлкәләрҙән дә килеп төпләнә.
Мәҫәлән, Семен-Маҡар ауылына Ырымбур өлкәһенән бынан ете йыл элек килеп төпләнгән йәш ғаилә – Валентина һәм Виктор Прохоровтар ана шундайҙарҙың береһе. Викторҙың әсәһе сығышы менән Һыуыҡҡул ауылынан икән. Йәштәр тәүҙә барлыҡ уңайлыҡтары булған уртаса ҙурлыҡтағы йорт төҙөп инә. Һуңынан шәхси хужалыҡтарын тергеҙеп ебәрәләр. Иң мөһиме – Валентинаға был яҡтағы гүзәл тәбиғәт бик оҡшай.
Сағыштырмаса йәш ғаилә ҡарамағында бөгөн 53 гектар ер, тейәгесе, тағылма инвентарҙары, пресс-йыйғысы булған яңы МТЗ – 82 тракторы бар. Фермерҙар 34 баш һауын һыйыр һәм нәҫел үгеҙе тота.
Бөгөн Валентина Прохоро­ва бер үҙе һәр һыйырҙан 12 – 13 литр һөт һауып ала. Һәм һәр көндө иртә менән һөт тулы феләктәрен тейәп, йәш, ҡыйыу ҡатын ВАЗ – 2120 автомашинаһына ултыра ла Бәләбәй һөт комбинатына йүнәлә. Экологик яҡтан таҙа һөттө төрлө хаҡҡа тапшырырға тура килә. Литрын 25 һумдан тапшырған саҡтары ла була. Әйткәндәй, тамсынан күл йыйыла, ә тиндәр һумға әүерелә.
Һуңыраҡ фермерҙар эре мал аҫрау өсөн элекке хужалыҡтың малсылыҡ бинаһын һатып ала. Бының өсөн улар район хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдиновҡа рәхмәтле. Улар шулай уҡ яҙғы-йәйге осорҙа көтөүсе, һауынсы хеҙмәте өсөн аҡса түләргә риза. Мәҫәлән, көтөүсенең айлыҡ хеҙмәт хаҡы 8 мең һум тәшкил итә. Үкенескә күрә, был эш менән шөғөлләнергә бик теләп бармайҙар. Ә үҙ сиратында күптәр бер тауыштан: «Ауылда эш юҡ», – ти. Эш бар ул, тик йыбанмаҫҡа, эйелергә, хәрәкәтләнергә генә кәрәк...

Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Йәрмәкәй районы.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға