29.03.2013 Һәйеттәр – дәртле халыҡ
Федоровка районының Һәйет ауыл мәҙәниәт йортонда урындағы үҙешмәкәр артистар тарафынан ойошторолған төрлө саралар үткәрелеп тора. Бигерәк тә байрамдар мәлендә беҙҙең мәҙәни усаҡта күңелле.
Күптән түгел “Нисек түҙә был йөрәк” исемле трагикомедия ҡуйҙыҡ. Спектаклдә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та күренештәр күп булды, сөнки бында һүҙ ғүмер буйы һорау тыуҙырған ҡәйнәләр һәм килендәр мөнәсәбәте тураһында барҙы. Шуныһы ҡыҙыҡ: сәхнәлә уйнаусы килен һәм ҡәйнә ролдәрен тормошта ла ҡәйнә-килен булған Асия һәм Гөлнур ҡәҙерғоловалар башҡарҙы. Ябай ғына ауылдаштарының шундай килештереп матур образдар тыуҙырғанын тамашасылар әленән-әле ҡул сабып хайран ҡалып ҡарап ултырҙы. Спектакль барыһына ла бик оҡшаған. Һуңынан сәхнә түренә менеп, барыбыҙҙы ла ҡотлап, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүебеҙҙе теләнеләр. Бына шулай, урамда буран уйнаны, клубта халыҡ гөрләне. Һуңынан йәштәр өсөн дискотека ойошторолдо.
Ир-егеттәребеҙҙең байрамы айҡанлы уҙған сара хәтерҙә ҡалды. Иғлан эленһә лә, ирҙәребеҙҙең барыһына ла саҡырыу ҡағыҙы таратып сыҡтым. Клубты матур итеп биҙәп, мейескә яғып йылытып, оҙон итеп өҫтәлдәр һуҙҙыҡ. Ауылыбыҙҙың хөрмәтле эшҡыуарҙары – Айгөл һәм Флүр Йосоповтар, Рөстәм Ханнанов һәм Рәйсә Ильясова ярҙамында иҫтәлекле бүләктәр алынды. Байрам ойошторған һайын ауылдаштарыбыҙ Мәбүрә апай һәм Нәзирә еңгә Ғәйетҡоловалар, Вәсилә апай Мәүлетова һәм башҡалар тәмле ризыҡтар әҙерләп килтерә. Был көндә ир-егеттәргә һый-хөрмәт күрһәтеп үткәрелде. Унда Һәйет ауылы мәктәбе уҡыусылары ла спектаклдән өҙөк күрһәтте.
Бына шулай, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйсә, гөрләтеп йәшәп ята беҙҙең ауыл халҡы.
Рәйсә ИЛЬЯСОВА,
Һәйет ауыл клубы мөдире.
Федоровка районы.