29.03.2013 Һаман картуф уңышы өсөн көрәштә интегәһеңме?
“Йәшлек” гәзитен уҡыусы хөрмәтле дуҫтарым! Һеҙгә файҙаһы булһын тип, икенсе икмәгебеҙ – картуф тураһында һөйләргә теләйем. Буш ятҡан колхоз-совхоз ерҙәрен генә түгел, ауылдарҙа ташландыҡ картуф баҡсаларын да күргәнегеҙ барҙыр. Унда күкрәккә тиклем етеп үҫкән сүп үләндәрен күреү бик аяныс. Моғайын, ер хужалары: “Барыбер бер нәмә лә үҫмәй был урында!” − тип ташлап ҡуйғандыр инде әлеге баҡсаларҙы. Ысынлап та, картуф бына дүртенсе йыл инде йүнләп кенә уңыш бирмәй аптырата. Былтырғы ҡоро йылда күптәр баҡсаһына нисә биҙрә картуф сәсһә, шунса биҙрәне кире ҡаҙып алды. Уныһы ла ваҡ ҡына бит әле. Был картуфтың ҡайһыһын ашарға ла, ҡайһыһын орлоҡҡа ҡалдырырға инде? ҡыш сыҡҡансы етерме икән инде, юҡмы?
2010 йылда баҙарҙарға, магазиндарға картуфты Мысырҙан килтереп һаттылар. Ә быйыл кәштәләргә Үзбәкстан картуфы килеп тулды. Шул көньяҡ кешеләре эҫе ҡомда картуф үҫтереп, сит илгә алып барып һата булып сыға. Ә беҙҙә бынамын тигән ҡара тупраҡ, әммә дүртенсе йыл инде йүнле уңыш күргән юҡ. Халыҡ араһында, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡтоң эҙемтәһе 2016 йылға тиклем дауам итәсәк, тип һөйләйҙәр.
Уйлап ҡараһаң, баҡса эштәрен дөрөҫ башҡарабыҙ һымаҡ: картуфты ваҡытында шыттырырға һалабыҙ, баҡса дымлы сағында һөрҙөрөлә, сүбен утап торабыҙ, рәт араларын күмеп тә ҡуябыҙ. Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы саралар күрелеп кенә тора. Ә уңыш ҡыуандырмай. Бөтә эш юҡҡа сыҡҡан һымаҡ.
Ә бит, белгестәр фекеренсә, артыҡ тырышмаған хәлдә лә бер сутый ерҙән 200 – 250 килограмм картуф алынырға тейеш.
Үҙем күптән картуф үҫтереүҙең төрлө технологиялары, ысулдары менән ҡыҙыҡһынып барам. Теоретик яҡтан ғына түгел. Хаталаныуҙарым, үкенеүҙәрем, хатта күҙ йәштәрем дә булды был шөғөлөм арҡаһында. Шулай ҙа әкренләп тәжрибә һәм оҫталыҡ тупланым. Үҙемә яраҡлы бер нисә ысул да табып алдым. Алдан уҡ сағыштырып ҡарағыҙ әле, бына һуңғы дүрт йылда 14 сутый баҡсамдан алынған картуф уңышының күрһәткесе:
2009 йылда – 600 биҙрәнән ашыу,
2010 йылғы ҡоролоҡта − 300 биҙрәнән ашыу,
2011 йылда − 700 биҙрә,
2012 йылда – 230 биҙрә. Быларҙың барыһы ла картуфтың эреләре генә. Шуға ла яҡшы уңыш алыу өсөн үҙем ҡабул иткән бер нисә ысулды һеҙгә лә тәҡдим итмәксемен.
Беренсе ысул
Ғәҙәти булмаған ысул менән шыттырыу. Уның ярҙамында картуф бер ниндәй аномаль күренештәргә лә бирешмәйәсәк, ҡырау төшөү, ямғырлы йәй, ҡоролоҡ кеүек тәбиғәт күренештәре бөтөнләй ҡурҡыныс булмаясаҡ.
Икенсе ысул
картуфты бер нисә ҡатлы өйөмдәрҙә үҫтереү. Был ысул ере бәләкәй булғандарға, һәр ҡарыш ерҙең дә ҡәҙерен белгәндәргә ҡулай. Ошо ысулды ҡулланһаң, бер төп үҫентенән ун биҙрә картуф алып була.
Өсөнсө ысул
йыртма календарға ҡарап, Айҙың ритмын билдәләп барыу. Ошо уҡ ысулды башҡа йәшелсәләр, ағастар һәм сәскәләр үҫтергәндә лә файҙаланырға мөмкин.
Дүртенсе ысул
Ерҙе һөрмәйенсә генә сәсеү. Бик шәп, һөрҙөрәм тип, тракторсы эҙләп йөрөргә, аҡса түгергә лә кәрәкмәй. Баҡсаға техника инмәгәс, ер тығыҙланмай, тапалмай, сүп үләндәре лә әҙерәк сыға.
Хәҙер, был ниндәй ысулдар икән һуң, тип уйлайһығыҙҙыр инде. Уларҙы мин ентекләп аңлатып яҙыр инем дә ул – гәзиттә башҡа мәҡәләләргә урын ҡалмаҫ, тип ҡурҡам. Үҙемдең баштан үткән, үҙ ҡулдарым, үҙ башым менән килтереп сығарған ысулдарҙы ҡулланма итеп яҙҙым. Теләгән һәр кемгә тапшырырға әҙермен, адресым редакцияла. Почта аша ебәрергә мөмкин. Башҡалар теләһә нимә эшләһен, минең баҡсамда картуф уңа, үҙемдең ысулдарым бар бит, тип тыныс ҡына ята торған кеше түгелмен. Халыҡтың йәй буйы интегеп баҡсала эшләгәндән һуң йүнле уңыш ала алмауын күреү йәнде әсетә.
һигеҙ төрлө картуф үҫтерәм. Баҡсам һаҙлыҡлы урында. Ләкин йыл һайын бик шәп уңыш алам.
Ай календары хаҡында тағы ла айырым яҙып үткем килә − был, ысынлап та, иғтибарға алырлыҡ нәмә. Уның буйынса баҡса эштәрен генә түгел, башҡа шөғөлдәремде лә көйләйем. Мәҫәлән, айға ҡарап балыҡҡа йөрөйөм. Йәй көнө иртән сығып китеп, тиҙ арала 8 – 9 кило балыҡ эләктереп тә ҡайтам. Ай календары буйынса туҡланыу тураһында ҡулланма яҙырға йөрөйөм әле, халыҡ диета тип йонсомаһын.
Тағы ла бер әйтер һүҙем бар: баҡсама һибеп сығырға тип, янған эзбиз ташы һәм мамығын әҙерләп ҡуйҙым. Картуфты тишеп йонсотҡан ҡаты ҡорт (проволочник) эзбиздән ҡурҡа, сүп үләндәре лә уны үҙһенмәй. Бигерәк тә эт эсәге, билсән, аҡтамыр, алабута кеүек үҫентеләр эзбизде дошман күрә. Полиэтилен тоҡсайға һалып, зэбизде баҙға ла төшөрөп ҡуям, ул унда бәшмәк ауырыуҙарының ҡотороуын туҡтата.
Валерик ШӘРӘФЕТДИНОВ.
Салауат районы,
Малаяҙ ауылы.