22.03.2013 Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарыу түгелме?
Февраль айы Башҡортостан ришүәтселәре өсөн “күңелһеҙ” башланып китте. Рәсәй Юғары суды БР Ауыл хужалығы министрлығының элекке хеҙмәткәре Рәлиф Шәйбәковҡа элек бирелгән язаны үҙ көсөндә ҡалдырҙы. Ул былтыр 500 мең һум ришүәт алыуҙа тотолоп, 120 миллион һум штраф түләргә тейеш ине. Ә 2011 йылдың көҙөндә 200 мең һум ришүәт алған өсөн 8 миллион 200 мең һум күләмендәге штрафҡа тарттырылған Учалы районының Миндәк ауыл советы хакимиәте етәксеһен суд ике йылға колонияға ебәрергә ҡарар итте. Элекке башлыҡ, был тиклем ҙур штрафты түләү мөмкинлеге булмағас, уны өс йылға тиклем һуҙып түләргә рөхсәт һорап, судҡа мөрәжәғәт иткән булған (айына 220 мең һум). Әммә суд бының менән ризалашмаған. Рәлиф Шәйбәковтың да был тиклем штрафты түләү мөмкинлеге бик икеле.
Билдәле булыуынса, 2011 йылда ул саҡтағы ил башлығы Дмитрий Медведев инициативаһы менән ришүәт өсөн уның суммаһынан бер нисә тапҡыр (25 – 90) арттырып штраф һалыу тураһында закон ҡабул ителгәйне. Был норманың коррупцияға ҡаршы бик һөҙөмтәле буласаҡ икәненә ҙур ышаныс бағлағайнылар. Күреүебеҙсә, өмөттәр аҡланмай әле. Бынан алдараҡ Д. Медведев тарафынан ришүәтселекте кәметеү сараһы итеп чиновниктарҙың эш хаҡын ҡырҡа күтәреү ҡаралғайны. Әммә коррупция, киреһенсә, тағы ла көсәйә бирҙе.
Закондарҙа ҡаралған төрлө штрафтар күләме тәрбиәүи һәм киҫәтеү ролен үтәп етмәй. Мәҫәлән, яңыраҡ Дмитрий Медведев эскән килеш руль артына ултырған водителдәргә 500 мең һум штраф һалырға тәҡдим иткәйне. Эскән килеш машинаға ултырған алйот арҡаһында уның ғаиләһен бөлгөнлөккә төшөрөү дөрөҫ түгелдер. Ошо көндәрҙә ЮХХДИ алып барған рейд һөҙөмтәһендә берәүҙең 83 мең һум штраф түләгәне асыҡланды. Икенсе яҡтан, 100 – 500 һумлыҡ штрафтарҙы түләтеү дәүләткә ике мең һумдан артыҡ сығым талап итә (полиция, суд хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы, ҡағыҙ, компьютер һ.б. өсөн). Был ситуация штрафтарҙың әһәмиәтен юҡҡа сығара.
РФ Енәйәт кодексына Дәүләт Думаһы тарафынан аҙна һайын тиерлек яңы өҫтәмәләр индерелеп тора. Һуңғы ун йылда ғына илебеҙҙең Енәйәт кодексына меңләп өҫтәмә индерелгән. Былтыр ғына уның 68-се статьяһына үҙгәреш индерҙеләр, 13 яңы енәйәт төрө “таптылар”. Самолетта спиртлы эсемлектәр ҡулланыу тыйыла, электричкаға һүрәт төшөргән өсөн 1500 һум штраф, балаларын насар тәрбиәләгән ата-әсәләргә, насар бензин һатҡан өсөн яза… Бындай әүҙемлек хатта яңы лаҡаптың килеп сығыуына булышлыҡ итте: “Дума – шашҡан принтер”. Депутаттар тарафынан был кодексҡа индергән яңы язаны – мәжбүри эште – бойомға ашырыуҙы Владимир Путин ике йылға кисектереп торҙо: бюджетта аҡса ҡарарға “онотҡандар”. Депутат Илья Костуновтың: “Иң башһыҙ (тупой) депутат уртаса Рәсәй гражданынан аҡыллыраҡ”, − тип әйтеүе дөрөҫлөккә тап килмәй түгелме? Йәмәғәтселектең иғтибарын ҡуҙғытҡан берәй ҡурҡыныс енәйәт тураһында мәғлүмәт сығып та өлгөрмәй, депутаттарҙың бәғзеләре яза тураһындағы инициатива менән сыға һала.
Ғөмүмән, енәйәтте булдырмау тураһында уйлаған сәйәсмәндәр етешмәй. Бөтәһе лә нисегерәк яңы яза уйлап сығарыу эше менән мәшғүл. Декабрҙә Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисади университеты студенттары РФ Мәғариф министрлығы талаптарын үтәмәй, баррикадалар төҙөй башлағас, студенттар хоҡуҡтарын яҡлаусы яңы орган төҙөргә кәрәк, тигән фекер яңғырағайны. Хоҡуҡ яҡлаусы органдарҙың артыуы ла һәйбәттән түгелдер. Беренсе булып кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы омбудсмен булдырылғайны. Шунан һуң балалар омбудсмены, эшҡыуарҙарҙы яҡлаусы орган булдырылды. Хәҙер уларҙың һәр төбәктә вәкиллектәрен булдырыу ҡарала. Йәмғиәттә булған ғәҙелһеҙлекте был саралар менән генә юҡҡа сығарыу бик икеле. Аптыраған өйрәк арты менән күлгә сума, тигәндәй, ҡайһы бер депутаттар хәҙерге цивилизация талаптарына тап килмәгән язаларҙы индерергә тәҡдим итә. Маньяктарҙы химик кастрациялау, уғрыларҙың ҡулдарын ҡырҡыу кеүек сараларҙың уларҙы енәйәт ҡылыуҙан туҡтата алыуын иҫбатлауы еңелдән түгел. РФ Енәйәт кодексына туҡтауһыҙ индерелеп торған үҙгәрештәр енәйәтселектең кәмеүенә һис тә булышлыҡ итмәй. Мәҫәлән, Енәйәт кодексынан 62 санкция буйынса язаның түбәнге сиге алып ташланды. Был ҡарар судья ҡарамағында ҡалдырылды. Мәҫәлән, закон буйынса ҡайһы бер енәйәт өсөн ике айҙан 12 йылға тиклем төрмәгә ултыртыу язаһы ҡаралған. Был осраҡта ғәҙел яза биреүе бик тә ауырлаша. Кемдең адвокаттарға түләргә аҡсаһы бар, уның алған язаһының шартлы ғына булыуына аптырарға түгел. Бындай “иркенлек ” судьяларҙы хата юлға, коррупцияға этәреүгә булышлыҡ итә. Нишләптер енәйәтте иҫкәртеү урынына яза биреүҙе хуп күрәләр. Халыҡ, миллиард һумлап бюджет аҡсаһын урлаған әҙәмдең язанан ҡотолоуын, ә бер һарыҡ урлаған кешене төрмәгә бикләп ҡуйыуҙарын күреп, был донъяла ғәҙеллек булмаясағына нығыраҡ ышана.
2003 йылдың декабрендә закондарҙы гуманлаштырыу һылтауы менән РФ Енәйәт кодексынан мөлкәтте конфискациялау тураһындағы статья алып ташланды. Рәсәй дәүләте БМО-ның коррупцияға ҡаршы конвенцияһын тик ошо 20-се статьяһыҙ ғына ҡабул итте. Нисә йыл инде законһыҙ юл менән байыған өсөн бөтә мөлкәтте конфискациялау кәрәк тип тапмай беҙҙең етәкселәр. Был йәһәттән депутаттарыбыҙҙың башы бик шәп эшләй. Был статьяһыҙ конвенцияның ҡабул ителеүе тик исем өсөн генә булып сыға. Тик 2008 йылда ғына “конфискация” һүҙен ныҡ “бестертелгән” көйө законға кире ҡайтарҙылар: тик енәйәт юлы менән алынған табышты ғына дәүләт тартып алырға хоҡуҡлы. Мәҫәлән, наркотик һатып тотолған кешенең кеҫәһендәге дозаларын ғына тартып алалар, ә булған аҡсаһы, машинаһына теймәйҙәр. Ошо сәбәптән конфискация аша ришүәтселек һәм уғрылыҡ арҡаһында килтерелгән триллионлаған һум зыяндың тик 0,36 проценты ғына кире ҡайтарыла. Ришүәтсегә миллион һумлап ул түләй алмаҫлыҡ штраф һалғансы, мөлкәтен генә конфискациялаһаң, арыуыраҡ булыр ине, минеңсә.
Илдар ҒӘБИТОВ.