«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Почта аша… Ҡытайҙан наркотик



19.03.2013 Почта аша… Ҡытайҙан наркотик

Рәсәйҙә наркоманияға ҡаршы ҡаты көрәш бара. Хоҡуҡ һаҡсылары аңды томалаусы матдә һатыусыларҙы әленән-әле ҡулға ала, улары тейешле язаһын бирә. Әммә “сауҙагәр”ҙәр әмәлен табып ҡына тора.
Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһынан 23 йәшлек егет ҡытайҙан почта аша посылка ала. Посылка-посылка инде, был һәр кемдең шәхси эше, тиер­һегеҙ. Ә бына полиция хеҙмәткәрҙәре ҡолағына оператив мәғлүмәт еткерелгән булған. Улар почтанан сығып барған егетте туҡтатып, әйберҙәрен күрһәтеүен һорай. Егет: “Интернет аша ҡытайҙан стационар телефон һатып алдым, ниңә бәйләнәһегеҙ?” – тиһә лә, уны эске эштәр бүлегенә алып китәләр. Артабан шаһиттар алдында посылканы асалар: телефон түгел, ә бәләкәй генә ун ҡапсыҡҡа һалынған 480 грамм аҡ порошок килеп сыға. Эксперт-криминалистар асыҡлауынса, был – психикаға көслө тәьҫир итеүсе “JWH” тип атал­ған матдә. Уны тартыу ҡатнашмаһы әҙерләү һәм наркотик етештереү өсөн ҡулланалар.
Егет тәфтишселәргә, үҙем өсөн һатып алдым, ти. Әммә был сама наркотик бер кеше өсөн үтә күп. Тикшереү дауам итә, егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Әлеге партиянан биш мең доза cығыр ине. Был “ҡара баҙар” хаҡы буйынса биш миллион һумға тиң.

Г. БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға