«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡарҙар ирей, һыу таша…



19.03.2013 Ҡарҙар ирей, һыу таша…

Ҡарҙар ирей, һыу таша…
ҡыш уҫаллашып, китмәй маташһа ла, Яҙһылыу уны барыбер ҡыуып ебәрәсәк. Донъя аллы-гөллө сәскәләргә күмелер алдынан беҙҙе тағы ла бер ваҡиға көтөп тора – яҙғы ташҡындар тураһында әйтмәксебеҙ. Башҡор­тостанда быйыл ерҙең дымлылығы, ҡар составындағы һыуҙың күләме норманан артмаған. Барыһы ла бер нисә йыл буйы күҙәтеүҙәрҙән һуң яһалған дөйөм күрһәткестәр кимәлендә.
Тик көндәр ҡапыл йылытып киткән осраҡта ҡарҙың бик тиҙ ирей башлау ихтималлығы ҡурҡыта. Был осраҡта һыуҙың ҡапыл ташыуы һәм көслө булыуы бар. Ташҡынды фаразлағанда тупраҡтың көҙҙән ни тиклем дымланып ҡалыуын, йылғаларҙың ҡышын ни тиклем һыуға туйыныуын, ҡар составын баһалайҙар. Әйткәндәй, дөйөм алғанда, был күрһәткестәр нормала булһа ла, Ағиҙел йылғаһының башланған еренән алып Стәрлетамаҡ ҡалаһына тиклемге арауығында көҙҙән билдәләнгән дым кимәле күпкә юғары.
Тағы ла ниндәй хәүеф бар һуң? Март айында һауа температураһы уртаса күрһәткестәрҙән бер градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Боҙ ҙа башҡа йылдарҙағынан бер-ике көнгә алдараҡ ҡуҙғалыр, тип көтөлә. Стәрле, Ашҡаҙар, Сәрмәсән кеүек әллә ни ҙур булмаған йылғалар, Әй, Инйәр кеүек тау йылғалары бөтәһе бер юлы таша башлаһа, боҙҙарҙың тотҡарланыуы бар. Был инде йылғаларҙы ҡапыл таштырып, ярҙарынан сығарасаҡ.
Быйыл белгестәр, Бөрө ҡалаһын һыу баҫасаҡ, тип фараз итә, шулай уҡ Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының түбәнге урындары ла һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал.
Ташҡындың нисек буласағын тағы ла анығыраҡ күҙаллау өсөн 25 мартты көтәләр, бынан һуң Башҡортостандың һыу һаҡлағыстарындағы артыҡ һыуҙы ла ағыҙасаҡтар.
Халыҡ яҙғы ташҡынға ҡаршы үҙе генә көрәшмәйәсәк. Республикала ҙур һыу­ҙы контролдә тотоу менән алты меңдән ашыу кеше шөғөлләнәсәк, меңдән ашыу техника берәмеге әҙер тора. Яҙғы ташҡынды имен-аман үткәреп ебәрергә булышлыҡ итеү өсөн 2 миллион 168 мең һум аҡса бүленгән.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға