«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » ХОККЕЙ МИНЕ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР БАЙРАМЫНДА СӘСКӘҺЕҘ ҠАЛДЫРҘЫ



19.03.2013 ХОККЕЙ МИНЕ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР БАЙРАМЫНДА СӘСКӘҺЕҘ ҠАЛДЫРҘЫ

ХОККЕЙ МИНЕ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР  БАЙРАМЫНДА СӘСКӘҺЕҘ ҠАЛДЫРҘЫ
Мине был тормошта ҡыҙыҡһындырған нәмәләр бик күп булһа ла, улар араһында спорт юҡ. Юғары кимәлдәге, профессиональ спорт тураһында һүҙем. Ләкин был тормошта көтөлмәгән сюрприздар күп шул – хоккей тураһында уйланырға тура килә башланы. Эш шунда: быға тиклем хоккейҙы телевизорҙан ғына ҡараған яҡын кешем ҡапыл ысын көйәрмәнгә әүерелеп китте. Йәй айҙарында уҡ ниндәйҙер “йәшел йөрәк” тураһында һөйләй башлағайны ул башлауын. Бөтөнләй бер нәмә лә аңламағанымды белгәс, туҡтаны.
Ләкин хоккейҙың иң ҡыҙыу осоро ҡышын башлана икән. Улай ҙа түгел, яҙын, тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр. Был ҡыҙыу осор минең өсөн йән көйҙөргөс бер нәмә булды – ни өсөн икәнлеген артабанғы яҙмаларҙан белерһегеҙ.

Классика менән танышыу

Хоккейҙың тормошома зыян килтергәнен үткән Яңы йыл байрамында һиҙеп ҡалдым. Дуҫтарым, һөйгәнем менән байрамды бергә үткәрергә ниәтләнек. ҡыҙҙар менән төш ваҡытындараҡ дәртләнеп салаттар эшләйбеҙ, егеттәр кискәрәк килергә тейеш, шуға ла сәсте-йөҙҙө ҡарау юҡ, ҡулда йә бысаҡ та, йә ҡалаҡ.
Көтмәгәндә ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Барып асһам, егетем. Үҙе шат та кеүек, әммә ғәйеплерәк төҫ менән йылмая. Бүләктәрен күреү менән күңелгә шик төштө: был мине алдан “майлап” ҡуйырға йыйына шикелле – улар бик шәп. Артабан беҙҙең арала ошондай һөйләшеү булды:
− Миндә хоккейға билет бар. Бөгөн бит бик шәп матч – Өфөлә Рәсәй менән Канада командалары уйнай.
− Ниндәй хоккей булыуы мөмкин? Бөгөн бит Яңы йыл!
− Иң шәп матчты Яңы йыл көнөнә тура килтергәндәр инде. Рәсәй – Канада – был бит классика.
− Ниндәй классика, ниндәй хоккей, бөгөн бит Яңы йыл! “Өфө-Арена”ла бер кем дә булмаясаҡ, һинән башҡа. Бар, интернеттан ҡара әле – моғайын, уйын икенсе көнгә күсерелгән. Яңы йылда кем хоккей ҡарап ултырһын?
− Уйын киске сәғәт 11 тирәһендә тамамланасаҡ. Еңмәһәләр, шундуҡ ҡайтып китәбеҙ, ә еңһәләр, ҡыуаныстан бөтә хоккей яратыусылар бергә Яңы йыл ҡаршылай.
− Нимә? Юҡ, ошо минутта аңланым, һин мине яратмайһың. Яратһаң, ниндәйҙер Канада хоккейсылары тип һөйләп тормаҫ инең. Хоккей минән ҡәҙерлерәк, тимәк. Ярай, бар һуң хоккейыңа, мине башҡаса күрмәҫһең! “Классика”, имеш. Классика ул – Яңы йыл көнөндә “Ирония судьбы” фильмын ҡарау.
− Яңы йылға тиклем ҡайтып өлгөрәм. Зинһар, аңла инде, еңһәләр ҙә ҡалмаясаҡмын. Һүҙ бирәм, һүҙ. Сәғәт төнгө 12-лә мотлаҡ яныңда буласаҡмын.
Яңы йыл көнөндә хоккей ҡарайым тип сығып киткән егетем артынан шаҡ ҡатып ҡарап тороп ҡалдым. ҡыҙҙар мине йыуата, һин уның был хоббийын ҡабул итергә тейешһең, ти. Тынысланып, байрамға әҙерләндем. Ә Рәсәй командаһы еңелде. Осрашыуға “шәп булды!” тип әйтә алмайым инде. Шулай ҙа Яңы йыл табыны “түңәрәк” булды − быныһы шәп.

Этикет ҡайғыһы юҡ

Бөгөн бик тулҡынланам. Һөйгәнемдең ата-әсәһе, туғандары менән танышырға барасаҡбыҙ. Мин тәүге тапҡыр осрашыуға барғанда үҙемде нисек тоторға кәрәклеген өйрәнәм. ҡағиҙәләр күп − ҡашығаяҡ-фәлән йыумаҫҡа, гел йылмайыбыраҡ торорға һәм башҡалар… Таңғы сәғәт һигеҙҙә телефоным шылтыраны – танышырға ҡәҙимге әҙәмдәр кеүек киске сәғәт алтылар тирәһендә түгел, ә киске 11-ҙә барабыҙ икән. “Ни өсөн шулай һуң?” − тип уйлап та мәшәҡәтләнмәгеҙ – бөгөн “Салауат Юлаев” менән “Аҡ Барc” командалары уйнай. Уны нисек телевизорҙан тыныс ҡына ҡарап ултырырға мөмкин – мотлаҡ “Өфө-Арена”ға барырға кәрәк. “Салауат Юлаев” менән “Аҡ Барс” та – классика. Уларҙың икеһе лә “Йәшелдәр” икән. Эйе, йәшел классика, йәғни. Мин шулайыраҡ аңланым.
Һәр хәлдә, кемдең дә булһа өйөнә тәүге тапҡыр төнгө сәғәт 11-ҙә килеп инеүҙе этикетҡа тура килмәй тип ҡабул итәм. Бигерәк тә әлеге осраҡта. Етмәһә, ҡышын. Ләкин этикет нимә лә, хоккей нимә? Сағыштырып буламы ни уларҙы! Барҙыҡ инде сәғәт 11-ҙә. Ул көндө беҙҙең команда еңгәйне. Бер ниндәй милләтселек тойғоларына бирелмәй генә: “Ярай әле татар түгелмен”, − тип ҡыуандым. Сөнки өҫтәл артындағы һөйләшеүҙәрҙән шуны аңланым – “башҡорттар” “татарҙарҙы” тар-мар иткән. Дөрөҫөн генә әйткәндә, йортта минән башҡа бер генә башҡорт та юҡ – урыҫ ғаиләһендә ҡунаҡтамын. Ләкин улар хоккей тураһында: “Мы, башкиры, взяли Казань”, − тип һөйләй. Был һөйләшеү миңә бик ҡыҙыҡ тойолдо, эстән генә ҡыуанып та ҡуйҙым.
Шулай ҙа был йортта үҙемә бер йәндәш таптым – егетемдең әсәһе. Ул да хас минең кеүек хоккейға битараф, иренең, улының, ҡыҙҙарының, кейәүҙәренең хоккей менән мауығыуын хуп күрмәй икән. “Әсәйемә оҡшағанһың, шуға яратам һине”, − ти ине шул. Хоккей яратмауҙан ғына сығып әйтәме икән әллә? Ярай, быныһы ваҡ мәсьәлә − иң шәбе – егетемдең әсәһе мине оҡшатты, арҡамдан һөйөп кенә тора. Башҡалар хоккей тураһында һөйләшкән арала оҫта итеп ҡыяр тоҙларға, бәшмәк маринадларға өйрәтте. Салауат Юлаев тоҡомонан булғас, ундай тоҙло-боросло нәмәләрҙе белмәйҙер, тип уйлайҙыр инде, моғайын.

Гагаринмы, әллә Радуловмы?

Хоккейҙың ниндәйҙер этабы тамамланып, плей-офф тигән өлөшө башланды. Нишләптер Гагарин кубогына уйнайҙар. Тәүге йыһангирҙың ни ҡыҫылышы бар икән һуң бында, ул да хоккей яраттымы икән әллә? Мин ике хоккейсыны беләм – Третьяков һәм Радулов. Һуңғыһы тураһында бер миллионер егеттән интервью алғанда белеп ҡалғайным. Икеһе бер йортта йәшәй һәм теге миллионер бының менән эй ғорурлана ине. Әллә инде, минеңсә, Радулов үҙе миллионер менән бер йортта йәшәгәнлегенә шатланырға тейештер. Шуларҙың икеһенең береһенең исемендәге кубокка уйнап булмаймы икән ни? Әйткәндәй, Радулов ЦСКА-ға киткән ти шул, йәл. Сибәр ине. Ә тегеһе Третьяков түгел, ә Третьяк булып сыҡты.

Шайба мәсьәләһе

Хоккей ҡыҙған һайын беҙҙең мөхәббәт һүнгәндәй тойола. Егетемдең күңеле миндә түгел, боҙҙа шыуып йөрөгән шайбала. Ниндәйҙер бер бәләкәй генә йомро нәмә миңә көндәш булып алды. Юҡ, быға сыҙарлыҡ түгел, әрләшеп ҡараным. Ләкин һөҙөмтәһе булманы, үҙемде генә ғәйепләнеләр: мин уның тормошон хөрмәт итмәйем, бер нәмә лә аңламайым, бөтә халыҡ хоккей менән ҡыҙыҡһына, ә минең уйымда − Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенә килгән дельфинарий… Ә бит дельфиндар шул тиклем матур, шайба түгел инде. Әйткәндәй, ул шайба, мин аңлағанса, юҡ ҡына нәмә түгел, ауыр һәм ҡиммәтле икән – яңыраҡ шул турала тотош лекция тыңланым.

Хоккей – ирҙәр уйыны ғына түгел

“Салауат Юлаев” командаһының фан-клубындағы ҡыҙҙар менән ҡыҙыҡһына башланым. Матурҙармы икән? Зыу ҡуптарып тегеләрҙе интернеттан эҙләйем. Төрлөһө бар, ҡәһәрең. Бер нисәһе социаль сайтта минең мөхәббәтемә лә дуҫ булып тағылып алған. Хоккей ҡараған булып, Радулов кеүек шәп егеттәр менән танышырға йөрөйҙәр бит инде. Аңлашылып тора. Төнгө клубҡа барып, бейергә уйлап та ҡарамай, бер бокал шарапты алты сәғәт эсеп, егет күҙләгән гүзәл заттар кеүек. Ниндәй ҡыҙға боҙҙа шыуып йөрөгән шайбаның ҡыҙыҡ булыуы мөмкин? Телевизорҙары юҡмы икән ни, ҡараһындар өйҙә!
Хоккей яратыусылар шул тиклем күп икән. Әллә мин бер үҙем генә был уйынға битараф инде… Спорт тураһында яҙыусы журналистарҙан һаҡ ҡына һораштырам, уларҙың барыһы ла “Салауат Юлаев”тың көйәрмәндәрен хөрмәт итә, үҙҙәре лә шулар рәтендә булып сыҡты.

Хәйерле юл!

Иҫтән яҙып ҡолай яҙҙым: егетем “Салауат Юлаев” хоккей командаһының башҡа фанаттары менән Магнитогорск ҡалаһына китәсәк. Эшенән көн һорап алған, етәксеһе рөхсәт иткән, әлбиттә − үҙе лә фанат бит. Өфөнән 80 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылдан булғаным өсөн минең туғандарымды йәһәннәмдең аръяғында йәшәй тип күҙ алдына килтерә, ә әллә ҡайҙа ятҡан Магнитогорскиға китергә әҙер. Быны нисек аңларға?
Аҡылдан шашҡан, тип уйлар инем – ике автобус тулы кешенең барыһы ла аҡылдан шашмағандыр бит инде. Өшөп бөткән теге – тауышы юҡ тиерлек. Ләкин йәлләмәнем. Эшләп йөрөмәй әле. Һағындым үҙен шулай ҙа. Йүнләп кенә күргән дә юҡ. Эшләй ҙә, хоккей ҙа ҡарай.

Барыһына ла “Металлург” ғәйепле

Йә, Хоҙай, еңделәр бит былар “Металлург”ты. Тимәк, уйындар артабан да дауам итәсәк. Нишләп кенә теләктәремде ҡабул итмәнең инде, Аллам? Хәҙер ҡасан ҡырына инде ул… Дельфинарийға ла барманыҡ…
Ярай, артабан ҡасан уйнай икән беҙҙекеләр, ҡарайым әле. Нимә??? Бының булыуы мөмкин түгел. Киләһе уйын 8 мартта. Етмәһә, Өфөлә түгел, ҡазан ҡалаһында. Юҡ-юҡ, бының булыуы мөмкин түгел! Матчтарҙың расписаниеһын төҙөүсе бәндә кем икән? Күрергә ине шуны. Нормаль кешеме икән ул?
Эштәге күмәкләшеп сәй эсә торған бүлмәнән “Өфө-Арена” күренеп кенә тора. Башҡортостандың Рәсәйгә инеүенә 450 йыл тулыу айҡанлы төҙөгәйнеләр бит әле уны.

Сәскәһеҙ 8 Март…

Бөгөн 8 Март байрамы. Миңә сәскә бүләк итергә тейешле кеше ҡазан ҡалаһында. Хоккей ҡарай. Бөгөн таңғы сәғәт алтыла китергә тейеш ине, киткәндер, моғайын. Үс итеп телефонымды һүндереп ҡуйҙым. Мине телефондан ҡотлай алмағанлығына ҡайғырып, кире боролоп ҡайтыр, бәлки, тип хыялланам инде. Үпкәм шул тиклем ҙур, илағым килә. Тюльпан юҡ.
Дуҫ ҡыҙҙар менән саунаға киттек. Ятам саунала рәхәтләнеп, онотолоп та киткәндәймен. Ләкин ашҡа төшкән тараҡан табылды – ике ҡыҙ саунала ултырған көйө: “Хоккей матчын ҡарайыҡ!” − ти башланы. Классика бит инде – белеп тораһығыҙ. “Йәшел”дәр уйнай. ҡараны тегеләр. Мин залда ултырманым, саунаның үҙенә индем дә, рәхәтләнеп яттым да яттым. Беҙҙекеләр еңде. Минең өсөн барыбер инде хәҙер. Хоккей минән көслөрәк.

Иң матуры – Филатов

Ярай, еңелдем – бөгөн мин дә хоккей ҡараясаҡмын. Телефоным­ды тоҡандырҙым. Шундуҡ егетемдең әсәһе шылтырата: “Әйҙә хоккей ҡарарға беҙгә кил, улымды телевизорҙан күрәйек”, – ти. Тегеһе лә шылтырата: “Бар инде беҙгә, әсәйем дә яңғыҙ ултыра, һин дә − миңә ҡыйын бит”. ҡалған барса халыҡ хоккейҙы барҙа ҡарай, имеш. Еҙнәһе шылтырата башланы, йыйын тиҙ генә, ҡәйнәм һине көтә, илтеп ҡуям, ти. Оҙағыраҡ ҡыланһам, илтеп ҡуймаясаҡ – сөнки хоккей башлана. Бына шулай. Ер шарында хоккей менән ҡыҙыҡһынмаған бер мин ҡалғанмын кеүегерәк тойолдо. Киттем ҡунаҡҡа.
Ултырабыҙ икәү хоккей ҡарап. Ләкин беҙҙең күҙҙәр шайбала ла, уйынсыларҙа ла түгел, ә көйәрмәндәрҙә. Уларын һирәк күрһәтәләр, белмәйҙәрме икән ни минең зарыҡҡанды. О, бер матур ғына хоккейсы күренә − Филатов икән. Тик уны туҡманылар. Пильстрем тигәне һәйбәт уйнай, тип аңлайым, әммә ул матур түгел. Эй, шәп һуғышалар, ҡыҙыҡ. О, ана тора мин көткән кеше. Тыныс ҡына тора, янында ҡыҙҙар ҙа күренмәй. Ярай, быныһы шәп. Бер аҙ күңелем тынысланды.
Әсәһе һикереп тороп ҡоймаҡ ҡоя башланы, еңеп ҡайтасаҡ улына инде. Әйтерһең, команда түгел, уйынды көйәрмәндәр алып бара инде. Шундай икән ул хоккей – минең йәндәш дуҫымды ла үҙенә ҡаратып алды. Үәт, әй. ҡоймаҡты мин дә ҡойоштом инде – нишләйһең.
Һуңлаңҡырап булһа ла сәскә лә алдым.

Һеҙ был мәҡәләмде ҡасан яҙған тип уйлайһығыҙ? “Салауат Юлаев” командаһы менән “Аҡ Барс” Өфөлә уйнаған беренсе кистә яҙҙым. Эшемдә ултырып ҡалдым да яҙҙым. Ни тиклем генә хоккей менән ҡыҙыҡһынмаҫҡа тырышһам да, уйынды интернет аша күҙәтеп барҙым. Беҙҙекеләр еңелеп бара ине. Ләкин мин беләм – еңелһәләр ҙә, еңһәләр ҙә, уйын берәүһенең өҫтөнлөгөн асыҡлағансы дауам итәсәк. Яҙып ултырам, уйлап ултырам – был хоккейҙың бер аҙағы барҙыр бит инде ул. Һ-м. Гагарин кубогына уйнағас, бәлки, 12 апрелдә тамамланыр, ә? Еңһен ине беҙҙекеләр шулай ҙа.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға