«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Эске бер йылылыҡ менән иҫләйем һине, өләсәйем!



19.03.2013 Эске бер йылылыҡ менән иҫләйем һине, өләсәйем!

Үҙем әле 80 йәшкә етеп барған әбей булһам да, заманында минең дә 1887 йылғы Йомабикә өләсәйем бар ине. Беҙ Ишембай районының Тирмә-йылға ауылында йәшәнек. Уның йәшәү дәүеренең күп өлөшө Бөйөк Ватан һуғышына тура килде.
ҡәһәрле һуғыш йылдары… Миңә ни бары 8 йәш. Өләсәйем бер саҡ шулай мейескә ниҙер ашарға бешерергә ултыртып маташа, ул янған мейес яғына ҡарап ауыҙ эсенән генә һөйләнә. Әллә кемдәрҙе йәлләй, әллә кемдәрҙе ҡар­ғай һәм һүҙ араһында Ал­лаға ялбара. Шунан миңә табан әйләнә лә: «Балам, еләк тумалған, төшкә, та­маҡ ялғағас, еләккә барырбыҙ», − ти. Төшкө аш тигәне һөт менән ағартылған тоҙло һыуға һалған бал­тыр­ған үләненән бешерелгән аш ине.
Ашаныҡ та, еләккә сыҡтыҡ. Яр ҡойоһонан ағып сыҡҡан бәләкәй йылға янына килеп еткәс, башым әйләнеп китте лә, иҫерек кеүек быуынһыҙланып ергә яттым.
Төҫөм үҙгәргәнде күреп, өләсәй: «Ни булды, балам?» − тип ҡурҡып китте. Баш ныҡ ауырта, тел әйләнмәй, ауыҙҙан тәмһеҙ йәшел һыу килде, ҡоҫоп ебәрҙем.
Был хәлдән һуң, иҫте йыйып алһам да, атлай алманым, ниндәйҙер сепрәккә һалып алып ҡайтты өләсәй мине.
Баҡтиһәң, беҙҙең ҡаҙандағы ашҡа мейес буйында ятҡан тәмәкеле кисет төшкән икән, шунан ағыуланғанмын. Бер көн шулай ныҡ асыҡтыҡ, илашып та алдыҡ. Шул саҡ өләсәйем бер нисә йыл ишектә сөйләнеп, өйҙө йылытып торған быҙау тиреһен ысҡындырып алды ла, өтөп, ебетеп, аш бешерҙе. Беҙгә йән инеп китте, ризыҡ тәмле булды.
Өләсәйем балаҫ та һуҡты, туҙған кейемдәрҙе буй-буй йыртып йомғаҡлап ҡуя ине. Олатайымдан 33 йәшендә генә ҡалған, барлыҡ донъя мәшә­ҡәттәре уның иңенә төшкән. Өгөт-нәсихәттәренән дә мәхрүм итмәне. Беҙ ҡул араһына инә башлағас, уның үҙен дә ныҡ ҡараныҡ. Өләсәйем 82 йәшендә донъя ҡуйҙы. Йәнең йәннәттә булһын, ҡәҙерлебеҙ.

Рәйлә ҡОЛМЫРҘИНА.
Ишембай районы,
Этҡол ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға