«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡурҡыныс статистика



15.03.2013 Ҡурҡыныс статистика

Ҡурҡыныс статистика
Рәсәй балалар суициды буйынса – Европала беренсе урында. Һуңғы йылдарҙа илдә балалар һәм үҫмер­ҙәр­ҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары 35 – 37 процент­ҡа артҡан.
Белгестәр әйтеүенсә, 2009 йылда 15 – 19 йәшлек 1379 үҫмер-егет һәм 369 ҡыҙ суицид ҡылған. Күрһәт­кестәрҙең арта барыуын иҫәпкә алғанда, артабанғы һандарҙы күрһәтеүе лә ҡурҡыныс. Балаларҙың үҙ ғүмерен ҡыйыу сәбәптәре лә киңерәк планға сыға. Эксперттар шул иҫәпкә интернетты ла индерә. Виртуаль донъяла үҫмер­ҙең сәләмәтлегенә, ҡылы­ғына кире йоғонто яһаусы сығанаҡтар күп.
Беҙҙәге хәл-торош донъя статистикаһы күрһәткесенән өс тапҡырға юғарыраҡ.

“Труд” гәзитенән Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға