«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » ҺЫЙЫРҘЫ КӘЗӘГӘ АЛМАШТЫРМАЙҘАР, ИМЕШ



15.03.2013 ҺЫЙЫРҘЫ КӘЗӘГӘ АЛМАШТЫРМАЙҘАР, ИМЕШ

Аҙашҡан йәндәр
ҺЫЙЫРҘЫ КӘЗӘГӘ АЛМАШТЫРМАЙҘАР, ИМЕШ
...1 июль, 2012 йыл. Прага аэропортында, Өфөгә самолет көтөп, гәзит ҡараштырғылап ултырам. Йәнәшәмдәге эскәмйәнән урыҫса әңгәмәләшкән бер төркөм йәһүд урын алған. Һүҙ артынан һүҙ сығып, һөйләшеп киттек. Донъяла киң билдәле "Карловы Вары" шифаханаһында дауаланып, Израилгә ҡайтып барыштары икән.
− Ай-һа-ай, Израиль хәтле ерҙән Чехияға килеп ял итеп йөрөгәс, бик мул йәшәйһегеҙҙер, − тим.
− Уф-ф, йөрәк яраһына ҡағылмағыҙсы. Һәйбәт, имеш. Тыуған илеңдә, туған телеңдә аралашып йәшәмәгәс, күңел толҡа табамы ла, матди байлыҡты күрәме? − ти күҙенән һағыш һирпелеп торған сал сәсле оло йәштәге ханым. Һүҙҙе икенсеһе эләктереп ала:
− Өйрәнмәгән климат шартында, сит тарафта, ят лөғәттә тел көрмәлтеүҙең ни тиклем ғазап килтергәнен үҙебеҙ генә беләбеҙ. Бына бит, ҡасандыр СССР-ҙа һин дә мин донъя көткән күпме әҙәм ауырыуға һабышты?! Чехияға килеүебеҙ ҙә "Карловы Вары"ның данына бәйле түгел. Ундайҙар Үле диңгеҙ тирәһендә лә бихисап. Рәсәйҙәрҙең бында байтаҡлығын белеп, йәғни йәнтөйәк мөхитенә яҡыныраҡ булыу ниәтенән килдек.
− Аһ-аһ, һеҙҙең ғәзиз ватанығыҙ Йәрүсәлим (Иерусалим) түгелме ни? − тим, аптырап.
− Юҡ шул. Беҙ унда килмешәк кенә. Тыуған ил − тәүләп тәпәй баҫҡан, телең асылған ер. Беҙ, Волгоградта тыуып үҫкән кешеләр, боронғо бабаларыбыҙ еренә юлланып, хаталандыҡ. Израиль беҙҙең өсөн ете-ят ҡитға. Шуға совет йәһүдтәре, күңел тыныслығын юғалтып, төшөнкөлөккә бирелә, сиргә һабыша.
Лыпын ултыра төштөм. Ә "ватандаштарым"дың минең менән рәхәтләнеп "туған телдә" – урыҫса һөйләшкеһе килә. Һорау артынан һорау яуҙыралар, Сион климатының түҙеп торғоһоҙ эҫелегенә, "наҙан, ялҡау ғәрәптәр" менән йәнәш йәшәргә мәжбүр булыуҙарына зарланалар.
Ярты сәғәттәй сөкөрләшкәс, мин теркәлеү пунктына йүнәлдем. Тик бер уй тынғылыҡ бирмәй: йәһүдтәр һәр саҡ бер-береһен ҡурсалап, юғары вазифа биләп, СССР-ҙы үҙһенмәй йәшәне. Улар бар булмышы менән боронғо төйәгенә − Йәрүсәлимгә тартылды, уның яҙмышы өсөн һөйөндө-көйөндө. Йөҙәр, меңәр йыл дауам иткән хыялдары тормошҡа ашҡас, катехизистарында яҙылғанса, Сион тауында йыйыл­ғас, башҡорт халыҡ йыры "ҡаҙ ҡанаты"нда йырланғанса,
ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була,
Ир ҡанаты ат була.
Сит илдәрҙә күп йөрөһәң,
Тыуған илең ят була, –
икәненә төшөнгәндәр ҙә баһа былар.
"Балаларыбыҙ Израилдә буй еткерһә лә, ниңәлер ерекмәне, Рәсәйгә ҡайтып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүҙе хуп күрҙе", – тиҙәр.
Күңелемдән генә әңгәмәселәремде СССР-ға кире ҡайтарып йәшәтеп ҡарайым... Юҡ-юҡ, барыбер ерһенеп китә алмаҫтар ине, сөнки Рәсәй йәһүд ере түгел. Тимәк, улар тегендә лә, бында ла − ят бауыр, һиллек тапмай аҙашып йөрөүсе төркөм.
Икенсе яҡтан ҡараһаң, был бисараларҙың тәржемәи хәлен күҙал­лар­ға ла мөмкин. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: ҡаланан тыуған ауылыңа ҡайтҡас, иңдән ауыр йөк төшкәндәй, тән еңеләйеп, рәхә-әт булып китә. Ни өсөн? Бер уйлаһаң, ҡаф тауы артынан түгел, ата-баба төйәк иткән Уралдың бер битенән икенсе төшөнә генә күсәһең дә баһа. Күрәһең, кендек ҡаның тамған, тәпәй баҫҡан ер, эскән һыу, һулаған һауа менән уртаҡ бәйләнеш барҙыр, шулар менән һәр күҙәнәгең берләшеп, гармонияға инеп, дауа, сихәт атмосфераһы тыуҙыралыр. Ә тыуған мөхиттән айырылыу гармонияны тарҡаталыр...
Аҙашҡан йәндәр иҫәбенә борон төрлө сәбәп менән Һиндостанды ташлап китергә мәжбүр булып, меңәр йыл дауамында ултыраҡ тормошҡа күсә алмай, Ер шарын ҡыҙыр­ған сиғандарҙы ла индерергә мөмкиндер.
...Һуңғы йылдарҙа, демографик хәлде яҡшыртыу маҡсатында, Рәсәйҙең уҡыу алдынғыларын интернет аша сит ил вуздары саҡырып алып, бушлай (!) уҡыта һәм эш менән тәьмин итә башлаған. Тимәк, иңенә ил хәстәрен һалыр йәштәребеҙ, АҡШ-та, Европала һәйбәт эш хаҡына, уңайлы йәшәү шартына ымһынып, шул илдең гражданы булып китәсәк, шунда оя ҡорасаҡ. Июль башында Прагала белем эстәүсе бер төркөм егет һәм ҡыҙ Башҡортостанға каникулға ҡайтты.
− Уҡыуҙы тамамлағас, республикабыҙға ҡайтып эшләрһегеҙме һуң? − тип һорайым самолет салонында йәнәшәмдә ултырған ҡыҙҙарҙан.
− Юҡсы. Беҙҙе иҫәр тип уйлай­һығыҙмы әллә?
Бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, ауыҙ һыуы ҡороғансы маҡтаны Чехияны юлдаштарым. Уларҙың шатлыҡлы йөҙө, осҡон сәсеп торған күҙе күңелемә һағыш һалды.
Париж Диснейлендында сабыйҙары менән вата-емерә французса һөйләшкән йәш ғаилә менән танышҡайныҡ.
Мәскәүгә ҡайтып йәшәргә теләктәре бармы-юҡмы икәнен һорағас, улар эре генә былай тине:
− Унда ни ҡалған? Һыйырҙы кәзәгә алмаштырмайҙар!
Аңлағанһығыҙҙыр, "һыйыр" тигәне – Франция, кәзәһе – беҙҙең ил…

"Кейәүгә сығам…"

Өфө аэропортында багаж алырға торғанда, баш ҡалала башҡорт мәктәбен тамамлап, Германияның юғары уҡыу йортонда белем алып йөрөүсе ҡыҙ менән һөйләшеп киттек.
− Уҡыуҙы тамамлағас, Башҡор­тос­танда эшләйәсәкһеңме? − тип һорайым.
− Абау! Һеҙ нимә? Берлинымды әле үк юҡһынып торам.
− Ә тыуған илде һағыныу хисе?
− Әлләсе. Ата-әсә ошонда йәшәгәс, ҡайтмай сара юҡ.
− Немец мәҙәниәте, көнитмеше менән яҡшы танышһыңмы?
− Университетта төрлө илдән йыйылған йәштәр уҡый, һәр кем үҙенсә көн күрә. Немец ғаиләләре менән аралашмағас, ул мөхитте беләм, тип әйтә алмайым. Ләкин шунда төпләнермен, тим. Егетем − Мюнхендыҡы.
Был һөйләшеү әленән-әле иҫкә төшөп, күңелде ҡырып тора ине. Ни тиһәң дә, йәштәрҙең илһөйәрлек тойғоһон юғалтыу күрһәткесе бит. Ә ғинуар башында ошоға оҡшаш ваҡиға, йәғни үҙен Наилә тип таныштырған ҡыҙҙың телефон аша эс-серен сисеүе эске донъямдың аҫтын-өҫкә килтерҙе.
− "Йәшлек" гәзитендәге мәҡәләгеҙгә ҡарағанда, Францияла, Италияла күп сәйәхәт иткәнһегеҙ. Беҙ Алина менән Парижға йә Римгә китергә әҙерләнәбеҙ. ҡунаҡханала йәшәү ҡиммәт булыр. Берәй фатир­ға төшһәк, тигәйнек. Танышта­рығыҙҙың адресын бирмәҫһегеҙме? Күп тигәндә, ике аҙна торорбоҙ. Артабан үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрербеҙ. Беҙҙең хәлде аңлайһығыҙҙыр. Юғары белемлебеҙ, эш хаҡы бәләкәй. Тормош ҡорорға йүнле егет юҡ, шуға француз йә итальянға кейәүгә сығырға ҡарар ҡылдыҡ. Үҙ мөйөшөбөҙ ҙә булмағас, сараһыҙҙың көнөнән... (илай). Беҙ төҫ-башҡа сибәр. Бай кейәү табыу ауырлыҡ тыуҙыр­маҫ. Телде яйлап өйрәнербеҙ әле.
... Их-х, ҡыҙҙар, ҡыҙҙар! Хәлегеҙ­ҙе аңлайым да һуң, сит илдә лә ҡолас йәйеп ҡаршы алмаҫтар шул. ҡырға сығып китерҙән алда телде өйрәнеү, матбуғаттағы, интернет селтәрендәге ят ҡитғаға, халыҡҡа ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе күҙҙән үткәреү, шул илдең закон системаһы, көнитмеше менән танышыу зарур. Сит ил кешеһе менән ҡоролған ғаиләләрҙең күбеһе тарҡалыуы, айырылышҡан хәлдә әсәнең балаһын Рәсәйгә алып ҡайтырға хоҡуҡһыҙлығы тураһында белеү генә лә был мәсьәләгә етдиерәк ҡарарға мәжбүр итер ине. Европала тормош кимәле байтаҡҡа юғары, йәшәү күпкә еңел булһа ла, мигрант өсөн унда ла ҡаршылыҡ − тубыҡтан. Тәүгеһе − тел һәм Рәсәй дипломының яраҡһыҙлығы. Икенсеһе − ярлы, сәйәси яҡтан тотороҡһоҙ, ватанының хәләл байлығын аяуһыҙ талаусы олигархтар иленән килгән шәхескә шикле, ышанысһыҙ ҡараш. Быны асығыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн республикабыҙҙа егерме йылдан ашыу сауҙа менән шөғөлләнгән Вьетнам граждандары яҙмышына иғтибарҙы йүнәлтеү ҙә етә. Араларында университет тамамлаған юғары мәҙәниәтлеләр ҙә бар. Ләкин беҙҙең дәүләт телен насар үҙләштереү, йәмәғәт тормошонда ҡатнашмау, һуғыш арҡаһында бөлгөнлөккә төшкән ил вәкиле булыу, йәмғиәттә абруй ҡаҙанып, карьера баҫҡысы буйынса күтәрелергә ҡамасаулай. Беҙ ҙә, Башҡортос­танда күпме генә йәшәмәһендәр, уларҙы барыбер үҙ кеше тип ҡабул итә алмаясаҡбыҙ.
Зиһенле бәндәгә Благовар райо­нының Алексеевка ауылы немецтарының яҙмышы ла байтаҡ һабаҡ бирер. СССР башлығы М. Горбачев 1985 йылда ил сиген асып ебәреү менән улар нисәмә йөҙ йыл төйәк иткән ерҙән ҡуптарылып, Германияға юлландылар. Ни үкенес, үҙ ҡәүеме менән берегеү яҙмағандыр, күрәһең, бәғзеләре Рәсәйгә кире ҡайтты, өйөн һатып киткәндәр иһә ауыр хәлдән сығыу юлын эҙләй.
Сит ҡитғаны "яулау" маҡсатын танышыу агентлығы аша атҡарырға ла була. Тик ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ: танышыу агентлығы һеҙҙе башлы-күҙле, бәхетле итеү уйы менән янмай, үҙ кеҫәһен хәстәрләй. Шулай ҙа ни өсөн сит ил ирҙәре, кәләш эҙләп, бер нисә мең километр алыҫлыҡта ятҡан Украина, Рәсәй, Грузияға килә? Гүзәл заттарыбыҙҙың һылыулығы, ирҙе баһалай белеүе арбаймы? Һис юҡ. Беренсенән, ярлы ил ҡатыны, түбән статусын аңлап, телен ҡыҫҡа тотор, буйһонор, баш баҫып эшләр, хеҙмәтсегә аҡса түләүҙән ҡотҡарыр, тигән уй йөрөтә уларҙы. Тағы бер мөһим деталь: танышыу агентлығы аша илдән-илгә йөрөп, хәләл ефет эҙләүсенең күбеһе ярлы, белемһеҙ, психик сирле.

Бәхетлеменме?

ҡолаҡ ишеткәне − аҡ, күҙ күргәне − хаҡ, тигәндәй, грузин ҡыҙы Софияның көндәлегенән өҙөк килтерәйек.
12 май, 2012 йыл.
Альдо менән өйләнешкәнгә биш йыл. Был йортта минең бер генә нәмәм дә юҡ, шуғалырмы, үҙемде өйҙәш кеүек хис итәм. Торлаҡ − ҡәйнәмдеке. Уның вафатынан һуң дүрт балаһы өйҙө бүлешәсәк. Беҙ икенсе фатир табып, ҡуртымға алып йәшәрбеҙ, ахыры. Уға нисек түләрбеҙ? Хәләлем эшләп тапҡан 40 мең һум (яҡынса бер мең евро − авт.) айҙыҡы-айға тотонола. Бығаса дүрт бүлмәле фатир өсөн коммуналь хеҙмәткә айына 12 мең һум аҡса түләй инек. Быйыл премьер-министр Марио Монтиҙың күсемһеҙ милеккә индергән яңы һалымы айына 3 мең һум тәшкил итә. Шуға 15 мең һумыбыҙ хөкүмәт ҡаҙнаһына китә. Ашауға йәнә 15 − 16 мең һум. Балаға кәрәк-яраҡты ла иҫәпләй башлаһаң, осона сығырлыҡ түгел. Бәхетлеме мин? Әллә. Ас ултырмайбыҙ. Ирем эсмәй. Күңелгә һиллек етмәй, һиллек...
1 июнь, 2012 йыл.
Кейәүгә сыҡҡандың тәүге йылын хәтерләһәм, ҡыйын да, оят та. Күп нәмәне аңламағанмын. Мәҫәлән, душта көндөҙ ҡойонорға ғәҙәтләнгәнмен. Ирем − кис, иртән. Керҙе төштән һуң йыуам. Альдо асыулана, ниҙер төшөндөрөргә тырыша, итальянса икмәк-тоҙлоҡ та һупаламағас, үҙемсә эшләп тик йөрөйөм. Һуңыраҡ белдем: киске 8-ҙән иртәнге 8-гәсә һәм шәмбе, йәкшәмбе һыу ҡулланыу 50 процентҡа арзан. Тимәк, йыуыныу-сайыныуҙы шул ваҡытҡа тура килтерергә кәрәк.
Ә ашау-эсеү мәсьәләһе күпме нервыны бөтөрҙө? Иртәнсәк май яғылған икмәк менән бутҡа ҡапҡылап, артынан сәй эсеп ҡуйырға күнеккәнмен. Ирем, йоҡонан торғас, тамаҡ ялғамай, баш бармағынан саҡ ҡына ҙурыраҡ сынаяҡ менән ҡәһеүә эсә лә, шуның менән вәссәләм. Төшкөлөккә, кискелеккә миңә − йә итле аш, йә картуф, былау, манты, уға − йәшелсә ашы, балыҡ, бешкән йәшел борсаҡ, шпинат ише үлән, макарон. "Шул хәтле ризыҡ ҡайһы ереңә һыя? Күп һоғоноу сәләмәтлекте ҡаҡшатҡанын аңламайһыңмы ни?" − тип аптырай миңә.
Иң тәүге ыҙғыш та хәтерҙә. Салбарымды ҡыҫҡартайым тиһәм, Альдо алдыма 1940 йылда өләсәһенә олатаһы бүләк иткән "Зингер" тегеү машинаһын килтереп ултыртты. "Оялмайынса, Мамай заманындағы аламаңды тәҡдим итәһең. Әйҙә, яңыны һатып алайыҡ," − тим. Билдәле, ул − ҡаршы. Мин өйҙә, ғөмүмән, иҫке-моҫҡо торғанын мөрхәтһенмәйем. Теге "Зингер"ҙы сығарҙым да бәрҙем сүплеккә. Үәт, талашты-ы-ыҡ! Баҡһаң, Италияла һәр өйҙә тиерлек иҫке "Зингер", патефон, боронғо китап, Нух быуатынан ҡалған йорт йыһазы, сәғәт, ҡәләм... Һирпелеп ҡараның − бөтөн тарих күҙ алдыңа килеп баҫа. Йәшәй-йәшәй йәмәғәтемдең был ҡылығы ла асылды: Римдә әйберҙе ташламайҙар − һаҡлайҙар! Беҙ, ярлылар, тапҡан малды ҡәҙерләргә өйрәнмәгәнбеҙ. Рәсәй, Грузия гәзиттәрендә, Италияла Яңы йыл төнөндә бөтә иҫке йыһазды тәҙрәнән тышҡа бәрәләр, тип яҙалар. Был хата тәржемә һөҙөмтәһелер, моғайын, Яңы йылға үҙең дә, торлағың да таҙа килеш инеү зарур, тигән йола ғына бар.

Ғалимдар нимә ти?

Ғәҙәттә, төрлө милләтле ата-әсәнән тыуған бала һәләтле була, тиҙәр. И. Сеченов исемендәге Мәс­кәү медицина академияһының пе­диатрия кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы О. Бот­виньев, немец ғалимы Эгон фон Эйкштедт, урыҫ яҙыусыһы В. Авдеев, Франция антропологы Поль Топинарҙың фәнни-тикшеренеү эше һөҙөмтәһенә ҡарағанда, ысынлап та, ике ят ҡанлы ата-әсәнең һөйөү емешенең интеллекты са­ғыш­тыр­маса юғары. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күренеш тәүге быуында ғына сағылыш таба. Артабан баланың балаһы түбән "сифатлы", икенсе төрлө әйткәндә, аҡыл кимәле быуындан-быуынға һайыға бара, шулай уҡ диабет, эпилепсия, яман шеш, зәғифлек, Альцгеймер сирҙәре йыш осрай.
В. Авдеевтың "Расология" (2005 йыл), Эгон фон Эйкштедттың "Расология и расовая история человечества" (1937 йыл) тигән хеҙмәттәрендә, Япония, Филиппин, ҡытай эмигранттарының американдар менән ҡушылған быуынының фажиғәле яҙмышы һүрәтләнә.
Поль Топинарҙың "Антрополо­гия" (1879 йыл) тип аталған монографияһында шундай юлдар бар: " Мысырға килтерелгән грузин ҡатындары менән йәрәшкән мәмлүктәр тармағы түлһеҙлектән, аҡыл зәғифлегенән, ҡаты ауырыуҙан тулыһынса юҡҡа сыҡҡан" (56-сы бит).
Фән эшмәкәрҙәре билдәләүенсә, Ява утрауына күсеп килгән Малайзия менән Голландия вәкилдәренең өйләнешеү һөҙөмтәһе лә һөйөндөрмәй: тыуым бөтөнләй юҡ! Медицина улар алдында көсһөҙ.
АҡШ-та ҡара һәм аҡ тәнлеләрҙең никахы ла аяныслы икән: күп ғаилә йә бала һөйөү шатлығынан мәхрүм, йә сабый ауыр сиргә дусар. Улай ғына тиһеңме, ят ҡан ҡушылғандан тыуғандар, ғәҙәттә, ауыр холоҡло, араларында енәйәтселәр, психик сирлеләр күп.
Берәүгә лә сер түгел, ҡан таҙалығы яғынан япондарға еткән өммәт юҡ. Фәнни ҡаҙаныш, йәшәү, белем кимәле юҫығынан ҡарағанда ла, алдынғылар рәтендәләр. Был өлкәгә йәһүдтәр ҙә айырыуса ҙур иғтибар бирә. Хатта генетик контроль бүлеге асып ебәргәндәр. Уларҙың ҡәтғи ҡануны: йәһүд егете йәһүд ҡыҙына өйләнергә тейеш!

Һүҙ һуңында

Ата-әсәләр, уҡытыусылар! Юғарыла бәйән ителгән ғалимдар­ҙың фекерен ата-бабаларыбыҙ әүәл-әүәлдән белгән. Беҙҙең башҡорт яҡын туғаның менән ғаилә ҡороуҙы ла, ете-ят менән яҙмышты бәйләүҙе лә тыйған. Шулай булғас, ошо белемде йәштәргә һеңдермәү, үҙ илеңә, халҡыңа һөйөү тәрбиәләмәү, туған телдән яҙҙырыу, эскелектән, боҙоҡлоҡтан араламау, беҙҙең − ололарҙың − йәненә, гонаһ булып ятмаҫмы? Аллаһ хозурына барып баҫҡас, ни тип яуап бирербеҙ?
Йәштәр! Һеҙгә өндәшәм: сит илдә матди хәлеңде яйға һалыу, белем алыу, тәжрибә туплау маҡсатында ваҡытлыса йәшәргә мөмкиндер. Ләкин тамыр ебәреү, ят өммәт менән нәҫелләшеү − яҙыҡ! Тыуған төйәктән йөҙ сөйөрөп, милләтте тарҡатыуға, шәжәрә ағасын ҡоро­тоу­ға үҙ өлөшөгөҙҙө индереү ҡасан да булһа йән ғазабына әүерелмәҫме? Үкенмәҫһегеҙме?

Рәмилә ВАХИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға