12.03.2013 Аҡман-тоҡмандың тотош төбәктәрҙе солғағаны
Өс көндә Башҡортостанда 830 авария булған
Тәбиғәттең, ысынлап та, үҙенсәлекле, ҡайһы берҙә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ булыуын һеҙгә һөйләп тороу кәрәкмәй. Һуңғы йылдарҙа айырыуса көтөлмәгән сюрприздар күрһәтә бит ул. Быға ғүмерҙә лә ҡар яумаған илдәрҙә бурандар уйнауын, йылдан-йыл нығыраҡ ҡабатланған ҡоролоҡто, һыу баҫыуҙарҙы, ер тетрәүҙәрҙе индерергә була. Шуныһы бар: күп осраҡта кеше тәбиғәт алдында көсһөҙ. Ғөмүмән, алдынғы технологияларҙы ғалимдар көн һайын тиерлек уйлап сығарып ғәмәлгә индерһә лә, иртәгә ни булырын тулы ышаныс менән берәү ҙә фаразлай алмай.
Көн торошон әйтәм, март, һәр ваҡыттағыса, үҙенең бурандары менән килде. Яҙ айы, тигән булып, ҡар яуыуға артыҡ иғтибар итмәһәк тә, беҙҙең яҡта март әле ул ҡыштың дауамы. Был айҙың аҡман-тоҡманы булмаған йылы юҡ, тип ололар дөрөҫ әйтә. Үткән көндәрҙә быны күрҙек инде – байрам мәлендә юлға сығыусылар һәр дүрт тарафта ла көрт баҫҡан трассала ҡамалып тиерлек ултырған. Өфө – Ырымбур, Өфө – Екатеринбург, Өфө – Белорет, Сибай, Силәбе юлдарында авариялар байтаҡ булды. Әле бурандың һуңғыһы сыҡты, тип әйтә алмайбыҙ.
ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, 8, 9, 10 мартта республика юлдарында 830 авария булған. Был хәтле аварияның булғаны юҡ ине.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ҡар яуа икән, тимәк, буран булыуы ла ихтимал. Шуға ла юлдарҙа һаҡ булығыҙ, ашығыс булмаһа, оҙон юлға сыҡмай тороғоҙ.
Әйткәндәй
Рәсәйҙә генә түгел, Европа, хатта Төньяҡ Америкала ҡар-бурандар ҡотора. Беҙҙең Себерҙә, мәҫәлән, бер тәүлектә рекорд кимәлендә ҡар яуған, Новосибирскиҙа ғына ла йөҙәрләгән автомашина юлда буран тотҡоно булып ҡалған, ҡорбандар күп.
Башҡортостандың Дыуан районында ике бала көрт аҫтында ҡалып һәләк булған. Уларҙы сана шыуып йөрөгәндә тауҙан ишелгән ҡар баҫҡан. Төбәктә яуым-төшөм көслө булған. Синоптиктар был аҙнала ла, киләһе аҙнала ла ҡар яуасағын фаразлай.
Фажиғәләрҙе һанамайыҡ, бары тик бер-беребеҙҙе иҫкәртәйек, мөмкин тиклем һаҡ булайыҡ. Тәбиғәттең матур көндәре алда әле.
Ташҡын да етер…
Быйыл ташҡындың да үҙенсәлекле булыуын юрай ҡайһы берәүҙәр.
Нисек кенә булмаһын, йыл һайын етә торған күренешкә әҙер булырға кәрәклеген аңлайһығыҙҙыр. Ташҡын темаһы төрлө ведомстволар ултырышында күтәрелә. Өфө янында, мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһының тәрәнлеге 7 метрҙан да ашыуы мөмкин икән. Бигерәк тә Нижегородка менән Затон биҫтәһе тирәһендәге йорттарға хәүеф янауы ихтимал. Урамдарҙан тыш, бәләкәйерәк автомобиль юлдары, баҡсалар ҙа һыу аҫтында ҡалыуы бар. Фаразлауҙарынса, Нижегородкала Карьер урамы, Затонда Әхмәтов урамының бер өлөшө, шундағы баҡсалар, Фирғәнә, Дон, Ҙур Яр урамдары ла шул исемлектә.
Тышта ҡар яуыуына ҡарамаҫтан, ташҡынға әҙерлекте оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Яҡын көндәрҙә күҙәтеүсе органдар ташҡынға ҡаршы ҡоролмаларҙы, дамбаларҙы тикшереп сығасаҡ, халыҡҡа ла әҙерләнергә кәңәш ителә. Был, әлбиттә, Өфөгә генә ҡағылмай. Халыҡ әйтемендәгесә, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай.