«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Яңылышлыҡтан туҡылған яңғыҙлыҡ



12.03.2013 Яңылышлыҡтан туҡылған яңғыҙлыҡ

 Яңылышлыҡтан туҡылған яңғыҙлыҡ
йәки Ғәйбәттең ир яҙмышын ҡыйратҡаны
Салауат ҡалаһында дөйөм ятаҡта йәшәүсе таныштарыма йыш ҡына барып йөрөйөм. Барған һайын коридорҙа сыр-сыу килеп уйнап йөрөүсе ике малай иғтибарҙы йәлеп итә. Бер ишерәк кейенеүҙәренә, туғандарса ихлас арала­шыу­ҙарына ҡарағанда бер туғандарҙыр, тип тоҫмаллағайным, раҫ булды. Асыҡ сырайлы, ҡаҡса йөҙлө, зәңгәр күҙле был һөймәлекле балаларҙы башта нишләп­тер рустарҙыр, тип уйлағайным, яңы­лыш­ҡанмын икән, башҡорт малайҙары булып сыҡты. Танышымдан ата-әсәләре хаҡында һорашҡас: ”Аталары бар ҙа ул, эштәлер”, – тип кенә ҡуйҙы. “Ә әсәләре юҡмы ни?”– тип төпсөнәм. “Барлыҡҡа, бар ҙа, балаларын ҡарамағас, ул кешене ”әсәй” тип буламы ни?” – тип һорауға һорау менән яуап бирҙе танышым. Яңғыҙы ике ир бала тәрбиәләгән атай кешене күреп һөйләшеү теләге тыуҙы. Шул теләк йәш атайҙың эштән ҡайтыуын көтөргә этәрҙе лә инде.
Ике ҡулына ла төйөнсөкләп аҙыҡ-түлек йөкмәгән, малайҙарына күстәнәс тотҡан атай кеше ашҡынып ҡайтып инде. Малайҙары ике яҡлап уның ҡосағына сумды. Аталары уларҙы арҡаларынан тупылдатып һөйөп, маңлайҙарынан, биттәренән үпте лә, алып ҡайт­ҡан күстәнәстәрен тоттороп, ашарға бешергәнсе уйнай тороғоҙ, тип кори­дор­ға сығарып ебәрҙе. Шунан һуң ғына уға минең менән аралашырға форсат сыҡты. Танышып киттек, үҙемдең ниндәй маҡсаттан йөрөүемде, үҙенең генә ике бала тәрбиәләүе хаҡында гәзиткә яҙырға теләүемде әйткәс, башта ҡаршы төштө. Һуңынан иһә, үҙ яҙмышы башҡаларға ғибрәт булһын типтер инде, ризалығын биреп, асылып китте.
Яңы танышым райондашым булып сыҡты. 35 йәштәр самаһындағы, мыҡты кәүҙәле, атлеттарҙыҡы кеүек мускулдары уйнап торған, йөҙ-ҡиәфәте менән артистарға тартым был сибәр егет бынан тиҫтә йыл элек барлыҡ ҡыҙҙарҙы үҙенең артынан ҡаратып йөрөткәндер, тип тоҫмалларға була. Эйе, йәш булыуына ҡарамаҫтан, Иректең (исемдәр үҙгәртеп алынды) маңлайына ике-өс бураҙна һалынған, һирәгәйә төшкән ҡара бөҙрә сәстәренә сал ҡуна башлаған, көндәлек ауыр физик эш тә (заводта) ҡасандыр төп-төҙ кәүҙәһен бер аҙ бөгә төшкән. Тик уның йөҙ-ҡиәфәтендә күңел төшөнкөлөгө һиҙелмәне лә. Рухы ныҡтыр был егеттең, тип уйлап ҡуйҙым эстән. Ысынлап та, шулай булып сыҡты. Үҙе тураһында бер аҙ һорашҡас, һүҙ тәртәһен әкрен генә балаларының әсәләре яғына табан борам. Уның тураһында бик һөйләгеһе килмәһә лә, үтенесемде кире ҡағырға ла баҙнат итмәне булһа кәрәк. Нисәмә йыл йыйыл­ған күңел юшҡынын йыуҙырғыһы ла килгәндер.
– Барлыҡ тиҫтерҙәрем кеүек ауылда бәләкәйҙән эшләп үҫтек инде, мәле еткәс ҡыҙ-ҡырҡынға ла ҡарай башланыҡ, – тип һүҙ башланы ул. Егет ҡорона ингәс, күрше ауылдың алма кеүек сибәр ҡыҙына күҙе төшә уның. ҡыҙ ҙа егеткә ҡарата битараф булмағандыр, тип һығымта яһайым үҙемсә. Эйе, тап шулай булғандыр. Ни өсөн тигәндә, оҙон буйлы, көс-ғәйрәте ташып торған, ерҙе һығылдыра баҫып йөрөгән һөйкөмлө ҡарашлы егетте яратмау мөмкин булмағандыр. Йәштәр, ысынлап та, барлыҡ тиҫтерҙәрен көнләштерерлек мөхәббәтле пар була. Уларҙың ата-әсәләре лә, яҡын туғандары ла, бына-бына өйләнешерҙәр ҙә, туй үткәрербеҙ, тип план ҡороп ҡуя. Йәштәр ташлашмаҫҡа ант, вәғәҙә бирешеп бөтә. Тик ошондай һоҡланғыс парҙың араһынан ҡара бесәй үтә. Әллә дошман һүҙенә бирешәләр, әллә, ысынлап та, күҙ тейә уларҙың мөхәббәтенә. Көнсөллөк тойғоһо ла көслө булғандырмы, хәҙер әйтеүе ҡыйын.
– Бер көндө шулай район үҙәгенә йомош менән барырға тура килгәйне. Автобуста ҡайтҡанда мәктәп йылдарында артынан йөрөгән ҡыҙ менән күрше ауылға тиклем йәнәш ултырып ҡайтырға тура килде. Һуңынан бер нисә юлдаш менән ауылға тиклем бергә тәпәйләнек. Ошо ваҡиғаны һөйгән йәрем Гөлиәгә бишкә түкмәстереп килтереп еткергәндәр. Иртәгәһенә үк уның өйөнә барып элекке йөрөгән ҡыҙ менән беҙҙең арала бер нәмә лә булмауын, мин тик уны ғына яратыуымды Гөлиәгә аңлатырға тырышып ҡараным, әммә ул мине ишетергә лә теләмәне, хыянатсылыҡта ғәйепләп, ҡыуып тигәндәй сығарҙы. Күп тә үтмәй, Өфөгә китте һәм оҙаҡламай уның кейәүгә сығыу хәбәре ишетелде. Мин, ауылдағы эшемде ташлап, уның артынан Өфөгә юлланырмын, ҡалала берәй нисек аңлашырбыҙ әле, тип өмөтләнгәйнем, килеп сыҡманы, барлыҡ хыялдарым селпәрәмә килде. Минең өсөн тормош һүнгәндәй булды. Иптәш егеттәр менән бер нисә көн “ҡайғыны йыуып” йөрөргә лә тура килде. Шундай мәлдә әсәй мәрхүмә хәбәр иткәнме, башҡа берәйһе еткергәндерме, Салауат ҡалаһында йәшәүсе апайым менән еҙнәм ҡайтып төштө. Улар мине, ауылда эскегә һабышасаҡһың, тип үҙҙәре эргәһенә ҡалаға китергә димләй башланы. Еҙнә кеше үҙ эргәһендә эш барлығын белдерҙе, дөйөм ятаҡтан бүлмә лә буласаҡ, тип өмөтләндерҙе. Минең өсөн ауылда ҡалыуҙың ҡыҙығы ҡалмағайны инде, уларҙың өгөтөнә күндем, әсәйем йортта яңғыҙы ҡалһа ла, ауылда яңғыҙы түгел әле, күҙ-ҡолаҡ булырға бер туған ағайым бар, тип апайымдар артынан ҡалаға юлландым. Эшкә урынлашып, дөйөм ятаҡта һәүетемсә генә йәшәп алып киттем. Тәүге эш хаҡы алған көндө иһә бергә эшләгән егеттәр менән кафеға инеп, бер аҙ тамаҡ сылатып алдыҡ. Трамвайҙа ҡайтып барһам, минең тарафҡа ҡарап шырҡ-шырҡ көлөшкән ике башҡорт ҡыҙын шәйләп ҡалдым. Уларҙың береһе бигерәк тә сибәр күренә ине, минең кеүек бер аҙ ҡыҙмаса ла булып алғанға оҡшағандар. Йәш йөрәккә күп кәрәкме ни инде, һөйләшеп, танышып киттек. Беҙгә күрше генә райондағы бер ауылдан Римма менән Азалия исемле ҡыҙҙар булып сыҡты. Әхирәттәренең тыуған көнөн билдәләп ҡайтып баралар икән. Трамвайҙан төшкәс, Римма, минең Азалияға ҡарата битараф түгеллегемде һиҙепме, әллә уға, ысынлап та, ағаларына барырға кәрәк инеме, беҙҙе икебеҙҙе ҡалдырып, яҡындағы бер йортҡа инеп юғалды. Икәүҙән-икәү генә ҡалып, бер аҙ һөйләшеп барғас, әллә Гөлиәгә үс итеү тойғоһонанмы, әллә эскән араҡы шауҡымынанмы, башҡа шундай бер дыуамал уй килде. Тоттом да Азалияға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаным. Ә ул шуны ғына көтөп торған тиер­һең, бер һүҙһеҙ риза булды ла ҡуйҙы. Бындай яуапты үҙем дә көтмәгәйнем шикелле, бер аҙ баҙап ҡалдым. Әммә һуң ине инде, егет кеше ауыҙынан сыҡҡан һүҙ турғай түгел, уны ҡабат тотоп алып булмай, Азалия менән өйләнешергә тура килде. Ул саҡта хәл-ваҡиғаның ошолай боролош алыуына үҙем дә һөйөнә инем, буғай. Ни өсөн тигәндә, Гөлиәнең кейәүгә сығыу хәбәрен ишеткәндән һуң, беренсе осраған ҡыҙға өйләнәсәкмен, тигән ниәтем дә бар ине бит. Әммә әсәй мәрхүмә генә минең ҡапыл өйләнеүемде өнәп еткермәне. Әсә күңеле бик һиҙгер була, тиҙәр бит, әллә Азалияның боҙоҡ күңелле булыуын үтә күргән, әллә бәләкәйҙән күҙ алдында үҫкән Гөлиәне килене итеп күргеһе килгән, Азалияға һис асылып китмәне. Шулай ҙа барлыҡ шартына килтереп туй уҙғарҙыҡ. Туйҙа уҡ ҡәйнәмдең эске яратыуына шаһит булдым, ул лаяҡыл иҫер­ҙе. Әлбиттә, эскене ене һөймәгән әсәйгә был оҡшаманы, шуға ла ике ҡоҙағый­ҙың туйҙа ла, туйҙан һуң да һүҙҙәре берекмәне. Туйҙан һуң беҙ Азалия менән һәүетемсә генә йәшәп алып киттек. Бер йылдан һуң улыбыҙ Илгиз тыуҙы. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең шатлыҡты әсәй генә күрә алманы. Туйҙан һуң ярты йыл да уҙманы, ҡапыл ғына мәрхүмә булып ҡуйҙы, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын инде. Әсәй мәрхүмә булғас, йәш бала менән булһа ла беҙ ҡәйнәмдәр яғына йышыраҡ ҡайтып йөрөй башланыҡ. Беҙҙең ҡунаҡҡа ҡайтыу һәр ваҡыт мәжлес, эске менән тамамлана ине. Миңә сменалы эшкә булғас, улар ыңғайына эсергә ярамай, шуға ла эстән үҙемде гел тыя киләм. Азалияны йәш бала менән бер нисә тапҡыр әсәһе эргәһендә ҡалдырып, үҙем эшкә китә инем. Һуңынан белеүемсә, улар шул ваҡытта уҡ әсәле-ҡыҙлы бергә эсә башлаған булған икән, ә мин, “һуҡыр”, шуны ла күрмәгәнмен, белмәгәнмен. Бер йылдан һуң икенсе улыбыҙ Илшат тыуҙы. Азалия ике бала менән өйҙә, ә мин күберәк ваҡытымды эштә уҙғарҙым. Кесе улыбыҙға өс йәш тулып, Азалияның декрет ялы тамамланғанда ул эскегә апаруҡ әүәҫләнеп алғайны инде. Элекке эшенә сығып, бер-ике аҙ­на ғына эшләне лә, һылтау табып, унан китте. Еңелерәк эш табып, шунда урынлаштырышҡайным, унда ла оҙаҡ тотҡарланманы. Ярай, өйҙә бала ҡарап ҡына ятһын, эш хаҡым мул, ғаиләне ҡарарға етерлек тип, уны башҡа эшкә димләмәнем дә. Шул саҡта үҙемә ҡатыраҡ торорға, аҡсаны уға услап тоттормаҫҡа кәрәк булған да бит, хәҙер һуң инде. Эштән арып, йонсоп ҡайтҡан һайын уны ҡыҙмаса килеш тап итә инем. Әрләшә башлаһаң, бер генә шешә һыра эстем, тип аҡлана торғайны. Әммә бындай хәл йышайғандан-йышайҙы. Эсеүе генә етмәгән, балаларҙы ла ҡарамай башланы. Эштән ҡайтыуға малайҙарҙың өҫ-башы бысраҡ, тамаҡтары ас. Уны төрлөсә өгөтләп тә, ҡурҡытып та, туҡмап та ҡараным, әммә фәтүә булманы. Дауа­ланырға алып барыуҙан да файҙа сыҡманы, ике-өс көндән йәнә эсә башланы. Түҙҙем-түҙҙем дә бер көндө ҡыуып сығарҙым. Шунан бирле үҙе лә килеп күренгәне юҡ, беҙ ҙә бармайбыҙ, ауылда әсәһе менән бергә эсеп ятыуын ғына ишетеп беләм. Бына хәҙер өс йыл инде малайҙарҙы яңғыҙым тәрбиәләйем, – тип тамамланы һүҙен әңгәмәсем.
Ирек Азалияны судҡа биреп, уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иттереүгә өлгәшкән. Шуныһы ғәжәп: судта Азалия балаларын үҙендә ҡалдырыу өсөн даулашыу түгел, уларҙан тиҙерәк ҡотолорға теләүен белдергән. Судҡа ла ярым иҫерек, айнып та бөтмәгән килеш килгән кәкүк әсәйҙең башҡа төрлө яуап биререн, әлбиттә, Ирек көтмәгән дә.
Бөгөн ул малайҙарын яңғыҙ тәрбиәләй. Үҙе төнгө сменала эшләгән сағында бер туған апаһы, еҙнәһе, уларҙың ҡыҙҙары балаларын килеп ҡараша, улар эргәһендә ҡуна ҡала. Әммә улар ғына әсәй наҙын, әсә һөйөүен алмаштыра аламы һуң инде.
– Малайҙар әсәләрен таптырып йонсотмаймы һуң? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Шуныһына үҙем дә аптырайым, бәләкәй саҡтарында ла, әле лә әсәләрен һорағандары ла юҡ. Күп эсеүе менән балаларҙы үҙе үк биҙҙереп бөткәндер инде, бала кәрәкһә, судта шулай ҡыланмаҫ ине, – ти Ирек.
Яңғыҙ атай иһә бар булмышын ғәзиз балаларына – малайҙарына бирергә тырыша. Үҙенсә уларға уйнар, йәшәр өсөн шарттар булдырған. Уйынсыҡ­тарҙың ниндәй генә төрө юҡ. Икеһенә лә велосипед, коньки, саңғы алып биргән. Ял көндәрендә малай­ҙарын саф һауаға алып сыға. Оло улы быйыл 1-се класҡа уҡырға барған. Уның дәрестәрен ҡарашырға ла ваҡыт кәрәк. Киләһе йыл Илшаты ла мәктәпкә барасаҡ. Мәшәҡәттәр тағы ла артасаҡ. Ошоно уйлап, Иреккә тағы ла бер һорау бирмәйенсә түҙә алманым.
– Ике малайҙы яңғыҙ тәрбиәләүе бик ауырға төшә бит, ниңә икенсегә өйләнмәйһең? – тим.
– Ул хаҡта уйлаған бар ҙа ул, тик, бер ауыҙың бешкәс һыуыҡты ла өрөп ҡабаһың, тигәндәй, ипле генә ҡатын-ҡыҙҙы ҡайҙан осратаһың? Унан, ике балалы иргә кем килер тиһең? – тип һорауға һорау менән яуап бирҙе яңы танышым.
Эйе, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Тик балаларҙың әсәле көйө етем үҫеүҙәре генә йәл. Ирек үҙ малайҙарын лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерер, уларға белем дә, тейешле тәрбиә лә бирер, быға шигем юҡ. Балаларын кеше итер өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер ул. Уның бөтмөр, уңған булыуы, донъя көтөргә тырышыуы ла күҙгә бәрелеп тора. Бүлмәһендәге кәрәкле йорт-йыһаздар, һауыт-һаба, барыһы ла заман зауығына тап килә. Яңыраҡ еңел автомобиль һатып алған. Бүлмәһен дә хосусилаштырып өлгөргән. Ошо бүлмәһен һатып, ипотекаға фатир һатып алырға ла йыйына. Әле ошо маҡсатҡа аҡса туплай башлаған. Ошондай булдыҡлы, типһә – тимер өҙөрҙәй егеттең бер яңылышлыҡ арҡаһында яңғыҙлыҡта тилмереүе генә күңелде өйкәй, йөрәкте һыҡрата. Ә бит Гөлиә менән ҡауышҡан булһалар, уның яҙмышы бөтөнләй башҡаса булыр ине. Шуныһы йәл дә, ҡыҙғаныс та.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға