«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » 60 йыл иңгә-иң терәшеп…



05.03.2013 60 йыл иңгә-иң терәшеп…

60 йыл иңгә-иң терәшеп…
Традицион ғаилә әһәмиәтен юғалтҡан, ике енес кешеһенең килешеп йәшәүе өсөн ғаиләнең яңы төрөн уйлап табырға кәрәк, тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә хәҙер. ҡалала ғына түгел, хатта ауыл ерендә лә «ҡунаҡ ғаиләләр»ҙе осратырға мөмкин. Ир менән ҡатын икеһе ике фатирҙа йәшәй, айырым хужалыҡ алып бара, бер-береһенә бары тик ҡунаҡҡа ғына йөрөй. Рәхәт, бер-береһе алдында бурыстар ҙа юҡ, яуаплылыҡ та сикле… Уның ҡарауы, ыҙғыш аҙыраҡ, юҡ кимәлендә, тип маһая «ғаилә»нең әлеге төрөн һайлаусылар.
Мин – ғаилә (татыу йәшәгән ир менән ҡатынды күҙ уңында тотам) бәхете күрмәгән кеше, дөрөҫөрәге, яҙмышымды һынап ҡарап та, матур ғаилә ҡора алмаған ханым. Әммә бер ваҡытта ла күңелемә «Мөхәббәт юҡ», йә булмаһа, «Ғаилә төрөн үҙгәртергә кәрәк» тигән уй килгәне булманы. Сөнки беләм: һөйөү бар, Хоҙай ике енес кешеһен бер-береһенә терәк-таяныс булып, бергә-бергә йәшәү өсөн яралтҡан. Әйләнә-тирәмдә бихисап бәхетле ғаиләнең булыуы – быға асыҡ дәлил.
Әгәр ҙә инде Рәсәйҙә һәр икенсе никах тарҡала икән, был мөхәббәт, ғаилә бәхете юҡ тигәнде аңлатмай. Бәлки балаларҙа, йәштәрҙә икенсе енес кешеһенә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү кәрәклеге, кесе йәштән ғаилә тормошона әҙерләүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләй.
Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ғаилә бынан теүәл 60 йыл элек барлыҡҡа килгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, Сара апай менән Йәнбирҙе еҙнәй алдан таныш булмаған, димләү буйынса ғына ҡауышҡан. Ләкин уларҙың бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуын күрәһең дә, ҡайһылай тиң килгәндәр, тип уйлайһың.

– Һин ул егетте ҡайҙан беләһең? – тип һораны әсәһе Саранан, сәй эсергә ултырғас. Нисек һүҙ башларға ла белмәй аптыранған Хәйерниса инәй ҡыҙының күҙҙәренә ҡарамай ғына батмусҡа сынаяҡтарҙы теҙгәндә шулай уңайһыҙланып ҡына һүҙ ҡатты.
Бығаса берәү менән дә күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп тә ҡарамаған ҡыҙыҡай нимә тиергә лә белмәй:
– Ниндәй егетте? – тип һораны.
– Һуң, Таҡһырҙан Мәҙинәнең улын әйтәм… Шуға кейәүгә сығырға ризалыҡ биргәнһең бит.
– Әсәй, мин уны күргәнем дә, ризалыҡ биргәнем дә юҡ.
Хәйерниса инәй белә: ҡыҙы алдашмай. Тимәк, Миңйыһан, яусы булараҡ, хәйлә менән алдырмаҡсы. Яманға димләмәйҙер ҙә инде ул былай, шулай ҙа бигерәк ҡапыл ғына була бит әле.
«ҡыҙ баланың үҙ мәлендә хужалы булыуы һәйбәт тә ул, ярай, үҙе хәл итһен», – тип уйлап, Хәйерниса инәй башҡаса һүҙ ҡуҙғатманы.
Ә Сараның күңелендә ҡапма-ҡаршылыҡлы уй-хис ҡатнаша ине. Ситтән генә яҙа-йоҙа күреп ҡалды ул Йәнбирҙене. Сибәр генә үҙе. Етди күренә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Әсәһе биш бала менән тороп ҡалған. Быларын ҡыҙ кешенән ишетеп белә. Ә донъя көтөүгә нисек икән? Холоҡ-фиғеле? Уларын кем генә белһен инде. ҡыҙ башы менән сит ауыл егетенең ниндәйерәк кеше икәнлеген һорашып йөрөй алмай ҙа инде ул. Тырыш, эшһөйәр, татыу ғаиләлә үҫкән Сара үҙенең яҙмышын да шулайыраҡ күҙ алдына килтерә. Атаһы ҡаһарман Сәйетғәлин – 116-сы Башҡорт атлы дивизияһы составында фашистарға ҡаршы һуғышып, күкрәгенә миҙалдар тағып ҡайтҡан яугир. Баҫалҡы, диндар кеше. Ғаиләһе өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер. Әсәһе Хәйернисаның тилбер ҡулдарында эш уйнап тора: аш-һыуға ла оҫта, йорто ла тәрбиәле, бына тигән тегеүсе лә.
Күлдәк кенә түгел, костюм-салбарын да, хатта тунды ла «ялт» иттереп тегеп ҡуя. Телгә үткер, эшкә бөтмөр, тиҙәр уның хаҡында ауылда. Балаларын да уңған, эшлекле итеп тәрбиәләй алды улар.
Сара донъя көткәндә кәрәкле барса һөнәр­ҙе лә йәштән үҙләштерергә тырышты. Ә ауыл кешеһенә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға, кеше көнлө булмаҫ өсөн, ай-һай, күпте белергә кәрәк. Йорт хужабикәһенең мәшәҡәте тәү ҡарамаҡҡа ғына аш-һыу тирәһендә булышыу һәм өйҙө бөхтә тотоу менән сикләнә кеүек. Асылда иһә ул мейессе лә, кирбес һуғыусы ла, төҙөүсе һәм йөк ташыусы ла, баҡсасы һәм тегеүсе лә, йәнә әллә нисәмә оҫталыҡҡа эйә.
Сара кейәүгә сығырға ашҡынып та тормай, баш тартып ҡына ҡуйһа инде? ҡартайып ултырған ҡыҙ түгел бит әле. «Тәүге ҡоҙа – Хоҙайҙан», – тиҙәр, һуңынан берәй йүнһеҙенә тап булып ҡуйһаң… Әҙәмдән дә оят. Йә берәй әсе теллеһе кирегә бороп, егет ҡыҙҙы оҡшатмаған, тигән һүҙ таратыр. Ә ҡыҙ оҡшамаҫлыҡ түгел, Сара үҙ баһаһын яҡшы белә. Буй-һынға ла, төҫ-башҡа ла күптәрҙе һоҡландырыу өҫтөнә холҡо ла бына тигән: кәрәк урында өҙҙөрөп әйтә лә белә, тейешһеҙгә сыпраңдап та йөрөмәй. Ул арала атаһы ҡаһарман апа, яйын табып, ете саҡрымда ятҡан Таҡһыр ауылына барып сыҡты. Ипләп кенә кейәү булаһы егет хаҡында һораштырҙы.
– Һәйбәт урын, егет эшлекле, донъя көтөр­ҙәй, – әлбиттә, атай кешегә быны ишетеү ҡыуаныслы ине. Шулай ҙа ул да ҡыҙының үҙ яйына ҡуйырға булды.
… Был ваҡытта Йәнбирҙене: «Сараны ҡулыңдан ысҡындырма, үкенмәҫһең», – тип өгөтләйҙәр ине. Һөйләшеп йөрөгән ҡыҙы ла бар ине былай, ниңәлер әсәһе оҡшатманы бит. «Үҙең атайһыҙ үҫтең, атайлы ҡыҙға өйлән, – тип өҙмәне лә ҡуйманы. – ҡайның донъя көткәндә үҙеңә терәк булыр».
Буласаҡ килене Сараны ла үҙе эҙләп тапты Мәҙинә инәй. Әкрәбәһен ҡат-ҡат тикшерҙе. Ахырҙа, ҡәнәғәт ҡалды. Шунан ғына Юлдашта Сәйетғәлиндар менән бер ғаиләләй тығыҙ аралашып йәшәгән Миңйыһан ҡорҙашбикәһенә мөрәжәғәт итте: ул ҡыҙҙы мин килен итеп алырға тейеш! Йәшләй генә биш бала менән тол ҡалып, донъяның әсе-сөсөһөн етерлек татыған инәй тәүәккәл һәм бер һүҙле ине.
… Ана емереләм, бына ауам тип торған тупаҡ ҡына өйгә килен булып төштө Сара. Кәйефе бер аҙ һүрелде, әммә ғәйрәте ҡайтманы. Ул ошо донъяла йәшәргә һәм уны гөл итергә бурыслы! Ярай әле, һыйырҙары бар, бәғзе ғаилә мал да аҫрай алмай. Ошо уҡ ауыл­ға һуңғараҡ кейәүгә сыҡҡан «көндәше», ҡәйнәһе Мәҙинә оҡшатмаған ҡыҙ, Сара эргәһенә килеп, тамаҡ туйҙырып киткеләй. Сара уны ихлас ҡаршы ала, һөтлө сәйе, үҙе бешергән ҡаластары менән һыйлай.
… Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, Йәнбирҙегә туғыҙ ғына йәш була. Атаһы Сәйәх тәүгеләрҙән булып яуға китә. Бер генә хаты килеп өлгөрә уның. Унан хәбәрһеҙ юғала… Етемлектең әсе һурпаһын татыған малай бәләкәйҙән ҡара эшкә күнегеп үҫә. 1952 йылдың һыуыҡ декабрендә улы Йәнбирҙегә үҙе оҡшатҡан ҡыҙҙы алып биргәс, әсәһе Мәҙинә инәй иркен тын ала: хәҙер, әйҙә, үҙ йүндәрен үҙҙәре күрһен! Ә инде ул башҡа балаларына нығыраҡ кәрәк. Иҫәбе дөрөҫ була инәйҙең: кәләшенең ата-әсәһе йәш ғаиләгә аяҡҡа баҫырға бик ныҡ ярҙам итә.
– Хәтерҙә, ҡәйнәм беҙ өйләнешкәс тә миңә костюм-салбар тегеп бирҙе, ә ҡайным – фуражка һәм итек. Йәнә ҡайнымдың әйткәнен ғүмергә онотмайым. «Һис бер ҡасан балаларың менән сәкәштереп эсеп ултырма», – тине. Аҡыллы, сабыр кеше ине, мәрхүм, – Йәнбирҙе еҙнәй бөгөн дә Сара апай­ҙың ата-әсәһен оло ихтирам менән телгә ала.
– Ауыр башланыҡ тормошто. Юҡлыҡ заманы ине бит. Оло улыбыҙ Әүхәҙи тыуғас, Йәнбирҙене армияға алдылар. Өй емерелергә тора. Өрлөк шаптыр ҙа шоптор килә. Атайымдарға сығып йүгерҙем. Ете саҡрымды ҡайһылай үткәнде лә хәтерләмәйем. Атайым килеп, ике таяу ҡуйып ҡайтты, – бөгөнгө мул, етеш тормоштарына табан яһаған тәүге аҙымдарын хәтерләһә, Сара апай әле лә хайран ҡала. ҡайҙан көс килгәндер…
– Еҙнәң ҡайтҡас, өй эшләргә булып киттек.
Йәнбирҙе еҙнәй әллә ҡайҙа ятҡан Хәмит ауылынан таҡта барып ала. Ул саҡта ҡайҙа транспорты, ҡайҙа ул хәҙерге кеүек юлдар? Өйҙө икәүҙән-икәү төҙөй Намаҙбаевтар. ҡәйнеше Тимербулат ағас ҡырҡыша, бергәләп ташыйҙар.
– Әле үҙебеҙҙекенә тиклем ҡәйнәмдең өйөн ике бүлмәле итеп, төкәтмә яһап, ҙурайттыҡ, – тип хәтерләй Сара апай. – Нимәгә ул төкәтмә, тиҙәр ине беҙгә…
Бары менән байрам, тип йәшәгән халыҡ инек шул беҙ әүәлерәк. Ярай әле һуңғы осор­ҙа башҡорттоң холоҡ-фиғеле бер аҙ заманға яраҡлаша башланы. Сара апай менән Йәнбирҙе еҙнәйҙе тыңлап ултырам да, ә бит уларҙа бынан 50 – 60 йыл элек үк донъя бөтәйтеүгә оло ынтылыш булған, тип уйлайым. Өй башын нисек ябырға белмәй ҡаңғырғанда, Сара апай еләк һатып аҡса эшләй. Бүрәнәләре тигеҙләнмәгән йортҡа сығалар. Һыйыр мөгөҙөнә элерҙәй әйбер юҡ. ҡапҡа яһарлыҡ әмәл дә күренмәй. Сара апай йәнә көнбағыш һатып шәм ала. Уның эргәһенә һыу багы өҫтәлә. Мейес өсөн кирбесте үҙе һуға. Ул арала колхоз эшен дә башҡара – икмәген дә бешерә, ашнаҡсы ла була, сөгөлдөрөнән дә ҡалмай. Ҙур урыҫ мейесен яғып, колхозсылар өсөн көнөнә ун икешәр икмәк һала.
– Киленде ашнаҡсы итеп эшкә сығар, дүрт центнер иген бирәм, тип килгән ул саҡтағы колхоз рәйесе. Беҙҙең өсөн дүрт центнер ашлыҡ байтаҡ бит инде ул. ҡайнымдар бер тана биргәйне, әсәйем бер тана бүләк итте, тауыҡтар бар. Ә ондо бөгөнгөләй һатып алмайбыҙ, тирмәндә тартабыҙ, – үткәндәрҙе хәтерләй торғас, Йәнбирҙе еҙнәй аптырай биреберәк һорап ҡуя. – Мин әле лә ғәжәп итәм, шундай ауыр тормоштан апайың бер ҙә биҙмәне, ҡайтып та китмәне. Берәй яҡтан ҡайтыуыма мунсаһын яғып, ҡапҡаны асып көтөп торор ине. Минең холоҡҡа түҙгән Сарама рәхмәттән башҡа ни әйтәһең инде. Һау ғына булһын…
Еҙнәй алдында апай өндәшмәй, бары тик ул сығып киткәс кенә:
– Еҙнәңде маладисҡа ҡуям мин. Бер ваҡытта ла теле менән рәнйетмәне, бармағы менән дә сиртмәне, минең кәңәшкә гел ҡолаҡ һалыр булды, – тип, 60 йыл сөкөрҙәшеп йәшәгән хәләленең «ауыр холҡон» аса.
… ҡалаҡлап йыйыла донъя. Көндәрҙән бер көндө өйгә тимер карауат килеп ултыра. Бығаса ауылда урындыҡ ҡына күреп өйрәнгәндәр бит инде. Шкаф алалар. «Һеҙ ҡалай бай йәшәйһегеҙ ул», – тип аптырай Намаҙбаевтарға килгән һәр кеше. Уйлаһаң, уйылып китерлек. Шөкөр, бөгөн ауылда кемгә генә барып инһәң дә әйләнеп сыҡҡыһыҙ, бөтәһе лә бар. Был йәһәттән Таҡһыр ауылы халҡы айырыуса тырыш, намыҫланып йәшәй­ҙәр бында. Ә тимер карауат менән ябай кәштәне берәүҙә лә күрмәҫһең. Таҡһырҙар хәҙер евротәҙрә, евроишек ҡуйҙыра, йорттарын сайдинг менән көпләтә, ҡапҡалар ҙа буял­ған тимерҙән, һәр йортта телефон, компьютер, ҙур телевизор, ишек алдында – һәр кемдең үҙ ҡоҙоғо. Тотош ҡала шарттарында йәшәгән ғаиләләр ҙә бар.
Сара һәм Йәнбирҙе Намаҙбаевтарҙың донъяһы ла һоҡланып туймаҫлыҡ. Балалары үҫеп таралышҡан, һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе бар. Инде ейән-ейәнсәрҙәр генә түгел, бүләләр үҫеп килә. Һикһәнде тултырған Йәнбирҙе Сәйәх улы «Нива»һын үҙе йөрөтә, бил яҙмай баҡсаһында эшләй, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.
– Еҙнәң һыйырҙы ла үҙе һауа, – ти Сара апай. – Йәй көнө мине баҡсала эшләтмәҫ өсөн тыштан келә һалып сығып китә.
Бер-береһен ҡурсалап, һаҡлап йәшәй улар. Апай еҙнәйгә магазин икмәге ашатмай, аш-һыуға бик тәрбиәле, йүнсел. Ул ҡораған ҡорамалар күҙҙең яуын ала, өйө «ялт» итеп тора. Хужабикәнең эше бөтәме ни ул, ҡасан барһаң да Сара апай гел эш өҫтөндә. Ә тышта, кәртә-ҡура тирәһенә сыҡһаң, ундағы тәртипкә, бөхтәлеккә һоҡланаһың. Заманында бригадир, ферма мөдире булып эшләгән Йәнбирҙе еҙнәй элек бригада фермаһын алдынғылар сафында тотһа, бөгөн шәхси хужалығын өлгөлөләр рәтенә күтәргән.
… Улар алдан осрашып-һөйләшеп тә йөрөмәгән, бер-береһенә ҡайнар һөйөү һүҙҙәре һөйләп, вәғәҙәләр ҙә бирешмәгән. Яусы диме аша ғына танышып, яҙмыштарын бергә бәйләгән кешеләр. «Бөтәһе лә ҡатындан тора, уның тырышлығынан, түҙемлегенән», – тигән фекерҙә Йәнбирҙе еҙнәй.
«Бөтәһе лә ирҙең аҡылына, хәләленә ҡарата ихтирамлы булыуына бәйле», – тип ипле генә ҡаршы төшә Сара апай. Минеңсә, татыу йәшәү сере эргәңдәге кешене үҙеңдән юғарыраҡ баһалап, уны ҡәҙерләүҙәлер, моғайын. Һәм бер-береңде ҡурсалап, яҡлап тороу­ҙалыр…

Гөлшат ӘХМӘТҡУЖИНА.
Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға