«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ниңә гәзит килмәй?



01.03.2013 Ниңә гәзит килмәй?

Быйыл «Йәшлек»кә яҙылғайным. Әммә почта гәзиттең бер нисә һанын килтермәне. Миңә нимә эшләргә ?..
Әлфирә Закирова.
Нефтекама ҡалаһы.

Һеҙҙең дәғүәгеҙҙе «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының филиалы − БР Федераль почта элемтәһе идаралығының Нефтекама почтамтына ебәргәйнек, уның етәксеһе урынбаҫары Ю. Дәүләтгәрәеванан түбәндәге яуап килде.

«Һеҙҙең баҫманы алдырыусы Ә. Закированың һорауы буйынса шуны хәбәр итәбеҙ: уға гәзит ваҡытында һәм тулыһынса килә. Баҫманы килтереүгә һеҙгә мөрәжәғәт итеүсенең бер ниндәй дәғүәһе юҡ.
Начальниктар һәм почтальондарға хат ташыусыларҙың ваҡытлы матбуғат баҫмаларын таратыу эшенә контролде көсәйтеү буйынса өҫтәмә техник уҡыуҙар үткәрелде».
Бына шундай яуап. Гәзит уҡыусы «Йәшлек»те ала алмауына зарын белдерә, ә почта етәкселеге уның бер ниндәй дәғүәһе юҡ, тип яуап яҙа. Быны нисек аңларға һуң? Беҙҙең чиновниктар әллә шундай матур ғына хаттар яҙырға йышылып бөткәнме?
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Гәзиткә яҙылыу хаҡына почта хеҙмәте өсөн дә сығым ингән. Шуға ла гәзит килмәгән осраҡта үҙегеҙҙең почтальонығыҙға йәки районығыҙҙың почта етәксеһенә хат яҙығыҙ йәки «Рәсәй почтаһы»ның 276-66-44 телефоны буйынса «ҡыҙыу линияһы»на шылтыратығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға