«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Дауалаусымы, әллә шайтан ялсыһымы?



01.03.2013 Дауалаусымы, әллә шайтан ялсыһымы?

йәки Бер үзбәк ҡатынының бер райондан бер нисә кешене төп башына ултыртҡаны
Рита үҙенә башҡа яңынан-яңы ҡорбан­дар­ҙы таба. Тик улар күрәҙәсенең, алдан вәғәҙә итеүенсә, үс алырынан ҡурҡып, по­лицияға яҙған ғаризаларынан баш тартҡан. Мәҫәлән, Ританың һорауы буйынса ҙур суммала ике кредит алған Нина бөгөн өйөнән сығырға, кеше менән аралашырға ҡурҡа. Түләргә хәленән килмәгән клиентты банкылар судҡа биргән, бисараны приставтар көнө-төнө ҡарауыллай. Был ҡатындың башы бөтөнләй буталған, ул хатта баҡсаһын ике ҡатлы өйө-ние менән шарлатанға бүләк иткән, хәҙер Рита унда тулы хоҡуҡлы хужабикә, йәйен рәхәтләнеп баҡсала йәшәй. Күрәһең, Нина күрәҙәсегә насар һаулығынан, өйҙәге проблемаларынан тамам ялҡып мөрәжәғәт иткәндер. Ике операция кисергән, ҡустыһы наркоман булған ҡатын тулыһынса бөлгөнлөккә төшһә лә, Ритаға бер һүҙ тейҙермәй:
− Мин уға ышанам, ул яҡшы кеше! Насар әҙәмдәр уны нахаҡҡа ғәйепләй! Ритаға ышанырға, уның рәнйешенән ҡурҡырға кәрәк! Нисек аңламаҫҡа мөмкин – бер ни ҙә иҫбат итеп булмаясаҡ, ул, барыһын да уйлап сығар­ғанһығыҙ, тип әйтәсәк! – тип асырғанып ҡысҡыра ул. Хатта мәктәп эскәмйәһенән йәндәй күргән иң яҡын әхирәте Альбинаны, тегеһе Рита өҫтөнән яҙған ғаризаһын кире алыуҙан баш тартҡас, һүгеп-һүгеп әрләгән һәм дуҫлыҡты өҙгән. “Вконтакте” сайтында Нина: “Хәлем бик мөшкөл булһа ла, барыһы ла иҫ киткес яҡшы!” − тигән статус яҙып ҡуйған.
ҡалалағы бер абруйлы түрә ҡатыны ла 40 мең һум аҡсаһын биреп алданған, тик ул Рита менән бәйләнеп исемен һатырға теләмәй һәм ғариза яҙмай. Хәйер, байҙарға был сумма сүп кенә, һиҙелмәгәндер ҙә инде.
Ританың рәнйеше тигәндән, был кеше яҡшылыҡты булдыра алмаһа ла, насарлыҡҡа бик маһир, ахыры. Декабрь айында Ғәлимә менән күҙләштереү (очная ставка) булырға тейеш көндө полицияла коридорҙа торғанда ниҙер шыбырлап, Ғәлимәгә төкөрөп, үҙенсә ниҙер уҡына. Һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында осрашыу килеп сыҡмай, Өфөнән бушҡа ҡайтҡан Ғәлимә ауылына ҡайтып китә (улар ире менән кредит бурыс­тарын ҡаплар өсөн балаларын туғандарына ҡалдырып, ноябрҙә Өфөгә эшкә сығып китергә мәжбүр була). Оҙаҡ ваҡыт яғылмай торған өйҙөң мейесенә ут яғып, йорт йы­лын­ғансы, әхирәтенә сәйгә инә. Бер аҙҙан кире боролһа, өйгә ут ҡапҡан! Евровагонка материалы менән көпләнгән йорттоң эсе янып, был ғаиләгә тағы бәлә өҫтәлә.
Альбина ла Ританың күҙләштереү ваҡытындағы ҡыланыштарын былай тип һөйләй:
− Ике йөҙлө элекке әхирәтем тәүҙә мине, бөтөнләй белмәйем, тип белдерҙе, унан, был ҡатындың бер тапҡыр миңә мөрәжәғәт итеүе иҫемә төштө, тине. Осрашыуҙа ул ауыҙ эсенән ниҙер шыбырлай һәм минең яҡҡа өрә. Следователь, түҙмәй, ни эшләй­һегеҙ, тигән һорауына, миңә эҫе, тип яуап­лай. Яйы тура килгән һайын, мине мөйөшкә ҡыҫып, һин аварияға осраясаҡһың, тип ыҫылдай.
Дөрөҫлөктө яулайым тип, бик һаулығын түккән, кешеләргә ышанысын бөтөнләй юғалтҡан Альбина. Хәҙер береһен дә үҙемә яҡын юллатмайым, үҙ-үҙемә бикләндем, ти ул.
Ританың тоҙағына эләгеүселәр араһында Шамил тигән бер алыпһатар булды, тип хәтерләй шаһиттар. Бизнесы сәскә атҡан ирҙе бөлгөнлөккә төшөрә, хәйерсе көнөнә ҡалдыра шарлатан. Муйынынан бурысҡа батҡан Шамил эшҡыуарлығын һатырға һәм тыуған районына ҡасып тигәндәй ҡайтып китергә мәжбүр була. “Был күрәҙәсе һәр саҡ ипле һөйләшә, үҙен хәйләһеҙ кеше итеп күрһәтә белә, ҡыҫҡаһы, бик яҡшы психолог. Рита менән танышһаң, тәү ҡарашҡа уның ҡара эслелеге башыңа һыймай”, − ти Белорет ҡалаһында йәшәүсе Айгөл Р. Оҫта психолог булыуы менән файҙалана белә Рита – уның тағы бер “бизнесы” гөрләй. Үзбәк ҡатын Урта Азия һәм башҡа илдәрҙән килгән гастарбайтерҙарға теркәлергә ярҙам итә. Төшкө аш мәле етһә, тиҙ генә эҫе былау-мантылары менән килеп һыйлаған, етмәһә, бушлай күрәҙәлек иткән Ританы бигерәк тә урындағы ҡатын-ҡыҙ чиновниктар ҡуш ҡуллап ҡаршы ала, уның йомоштарын ихлас үтәй икән.

Эштең судҡа барып
етмәүе лә мөмкин

Телефон аша Ританы яҡлаған Марина исемле ҡатындың яуабы былайыраҡ яңғыраны:
– Һеҙ изге кешене рәнйетәһегеҙ, һаҡ булығыҙ, Ританың бер ниндәй гонаһы юҡ. Был фәрештә кеүек ҡатынды дүрт йыл беләм. Бына Ғәлимә уны рәнйетте һәм Хоҙай уны ҡаты язаға тарттырҙы – өйө янып китте. Сөнки ул барыһын да уйлап сығарған, Ританың ғәйебен иҫбат итерҙәй бер ниндәй ҙә факттар юҡ. Ғәлимә был кредиттарҙы үҙенә алған һәм тотонған. Ул бик иркен йәшәне, алтынға күмелеп йөрөнө. Әсәһе, был тиклем аҡсаны ҡайҙа иттең, тип һорағас, Рита хаҡында әллә нимәләр уйлап сығарған. Ғәлимә аҡылға еңелерәк, уның менән һөйләшкәнем бар, бала кеүек фекер йөрөтә (бәлки, шылғаяҡ Рита Ғәлимәнең тап бала кеүек бер ҡатлы, ышаныусан һыҙаты менән файҙаланғандыр? – авт.) Был ғәҙел һәм тәртипле ҡатынды ярты ҡала белә, әгәр ҙә берәй хәл була ҡалһа, күптәр уны яҡларға әҙер. Ул бит ярты төндә тороп һиңә ярҙамға киләсәк, Ғәлимәгә күпме ярҙам итте, уға әсә кеүек булды. Тик тегеһе уның елкәһенә ултырҙы һәм нахаҡ ғәйеп таҡты. Ул бит Хоҙайҙың яратҡан бәндәһе, уның менән осрашыуҙар миңә көс бирә. Һеҙ Ританың ниндәй абруйлы кешеләр менән аралашҡанын белмәйһегеҙ, һаҡ булығыҙ!
Был миңә иҫкәртеү булараҡ та яңғыраны шикелле. Бәлки, мине ниҙәндер аралап ҡалыу өсөн әйтелдеме? Сөнки Ританың ихласлығы тураһында һүҙҙәр ихлас күңелдән әйтелмәгән кеүек булды. Әйтерһең дә, әңгәмәсем үҙе ниҙәндер бик ныҡ ҡурҡа. Ысынында кем һуң ул Рита? Дауалаусымы, бәлки, шайтан ялсыһылыр? Эйе, күрәҙәселәрҙең ҡайһы бер һүҙе дөрөҫлөккә тап килә. Сөнки шайтандар күккә менеп, фәреш­тәләр­ҙең һөйләшкәнен яҙа-йоҙа ишетеп ҡала ла, күрәҙәсенең ҡолағына бышылдай, тиелә дини китаптарҙа. Күрәҙәгә ныҡ ышаныу тәьҫире һөҙөмтәһендә сәләмәтлектең ваҡытлыса яҡшырып тороуы ихтимал. Һуңынан кеше барыбер ауырый, тик элеккегә ҡарағанда нығыраҡ.
Рита яҡлылар әйтеүенсә, бер ниндәй ҙә суд булмаясаҡ. Сөнки юридик яҡтан дәлилдәр юҡ, күрәҙәсе кредитҡа батырып аҡсабыҙҙы һурҙы, тип яҙылған ғаризаларҙың күбеһе спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙан. Уларҙы, йәнәһе, Ғәлимә һыйлап, ғариза яҙырға күндереп, полиция бүлегенә килтергән. Был эште алып барыусы тәфтишсе, юстиция майоры Гөлнара Фәйзуллина әйтеүенсә, ысынлап та, эштең судҡа барып етеүе әлегә билдәһеҙ. Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре әйтеүенсә, Ғәлимә күҙләштереүгә килмәй, енәйәтте тикшереүгә аяҡ сала. Баш ҡалала эшләп йөрөгән көйө һәр саҡ тып итеп килеп етеп тә булмайҙыр шул. Гөлнара Илдар ҡыҙы бөгөн Ритаға ҡаршы күпме ғариза яҙылғаны тураһында мәғлүмәт биреүҙән дә баш тартты, тикшереү барышында артыҡ бер ни һөйләмәйәсәкмен, тип белдерҙе.
– Ританың бер ниндәй ҙә күрәҙәлек һәләтен күрмәйем. Халыҡ бит үҙе әллә ниндәй уйҙырмаларға ышана, табына, ябай кешене дауалаусы тип бөйөкләштерә. Һәм ошо арҡала зыян күрә, тик беҙҙең эштә шаһиттар, дәлилдәр һәм факттар − төп талап. Уларһыҙ енәйәтте иҫбатлап булмай, – тине майор.
Бына бит, бағымсыларҙан алданып ҡалһаң, үҙ хоҡуҡтарыңды тергеҙеүе лә бик ауыр икән. Яҙмышын юратырға теләүселәр, бик йыш күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итеүселәр был хәлдән ғибрәт алһын. Психик көсөргәнештән ыҙаланаһығыҙ икән, һеҙгә, һис шикһеҙ, аяттар уҡыу килешәсәк. Быны үҙегеҙ ҙә бер ниндәй ауырлыҡһыҙ башҡарыр­һығыҙ. Һәр “Өшкөрәм. Бәхет бүләк итәм” тигән дауалаусының уйында – нисек итеп һеҙҙән аҡса һығыу. Эйе, болгар табибы һәм күрәҙәсе Ванганың, Вольф Мессингтың, әүлиә Мөжәүир хәҙрәттең әлегә фәнгә билдәһеҙ һәләтен инҡар итеп булмай. Ундай кешеләр күп түгел. Иң мөһиме: улар – Аллаға ныҡ ышанған, саф күңелле кешеләр, бәлки, шуның өсөн дә тәбиғәт, Юғары көстәр үҙҙәренә мөғжизәле һәләт биргәндер.

Лилиә ХӘЛИТОВА.
Белорет – Өфө.

(Аҙағы. Башы 14-се һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға