«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хәллегә күберәк һалалар



01.03.2013 Хәллегә күберәк һалалар

йәки Ниңә илебеҙҙә байҙарға прогрессив һалым индерелмәй?
Быйыл 21 – 26 ғинуарҙа Давос (Швейцария) ҡа­лаһында үткән Бөтә донъя иҡтисади форумы алдынан Бөйөк Британияның мәрхәмәтлек менән шөғөлләнеүсе «Oxfam» ойошмаһы әҙерләгән отчетҡа ҡарағанда, һуңғы 20 йылда Ер шарында иң бай 1 процент граждандың килеме 60 процентҡа артҡан. Иң ярлы ҡатламдар тәүлегенә 1 долларға йәшәргә мәжбүр булғанда, уларҙың килеме 2012 йылда ла 240 миллиард доллар­ға күбәйгән. Ошо аҡсаның дүрттән бер өлөшө лә, ти белгестәр, Ер шарында фәҡирлекте бөтөрөүгә мөмкинлек бирер ине.
«Аҙ тәьмин ителгән граждандар» проблемаһын хәл итеү зарурлығы тураһында төрлө даирәләрҙә күптән әйтелә килә. РФ Хөкүмәтенең ғинуар аҙаҡтарында үткәрелгән киңәйтелгән ултырышында сығыш яһап, РФ Президенты Владимир Путин да, бөгөн иҡтисадты халыҡтың килеме һәм ҡулланыу сығымдарының артыуы ғына ҡотҡара ала, тигән фекер еткерҙе. Ошо уҡ мәсьәләгә БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәт­намәһендә ярайһы урын бирелгән. «Төрлө яҡлап хәбәрҙар йәмғиәт социаль ғәҙелһеҙлек шарттарында йәшәй алмай, – тиелә унда. – Конституция буйынса кешеләр лайыҡлы тормошҡа хоҡуҡлы. Ғәҙел социаль мөхит булдырыу – эшмәкәрлегебеҙҙең мөһим йүнәлештәренең береһе». Документта телгә алыныуынса, иң бай һәм фәҡир 20 процент граждандың килеме араһында айырма былтыр 9,6 тапҡыр булған. Бындай хәлгә сик ҡуйыу өсөн яҡшы хеҙмәт хаҡы түләнгән заманса эш урындары булдырыу мотлаҡ.
Йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәлә социаль ғәҙелһеҙлекте бөтөрөүҙең башҡа юлдары атап күрһәтелмәһә лә, ундай ысулдар донъя илдәре тәжрибәһендә етерлек. Баҙар капитализмы шарттарында Көнбайыш Европала киң ҡулланылған хәлле граждандарҙың шәхси килеменә прогрессив һалым – шуларҙың береһе. Әлбиттә, уның етди ерлеге бар: бай граждандарға килемде улар үҙҙәре генә түгел, башҡалар ҙа эшләй. Мәҫәлән, һалым түләүҙән ҡасып, Рәсәйгә күсеп килгән популяр француз актеры Жерар Депардьеның ресторан, кафелары бар, уның айлыҡ килеме миллиондарса евро тәшкил итә.
Рәсәй шарттарында сағыштыр­ғыһыҙ дәрәжәлә юғары булған граждандарҙың социаль хәле лә «аҙ тәьмин ителгәндәрҙекенән ҡырҡа айырыла, сөнки ундайҙар, башлыса, яғыулыҡ-энергетика комплексы, валюта операциялары һәм финанс, сауҙа, аралашсылыҡ, оборона кеүек «төшөмлө» урындарҙа эшләй. Тәүге төркөмдөң килеме РФ Конституцияһына ярашлы күп милләтле халыҡ байлығы булған ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуҙа монополистик хәл менән бәйле. Финанс әһелдәре иһә аҡсанан аҡса һуға, сөнки 25 процентлы кредит биреү кеүек ғәмәл шул уҡ Европа илдәрендә ҡырағай күренеш һанала. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында уҡ бер төркөм ғалимдың, энергетика тармағынан тәбиғи рентаны түләткәндә, пенсия, пособие һәм бюджетниктарҙың килемен өс-дүрт тапҡырға арттырырға мөмкин булыр ине, тигән бер нисә тапҡыр ҡабатланған фекерен Дәүләт Думаһында ҡолаҡҡа элергә лә теләмәнеләр.
Йыл башында Рәсәйҙең иң юғары даирәләрендә Ижтимағи хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһына (ОСЭР) ағза булып инеү буйынса эшмәкәрлектең әүҙемләшеүе хаҡында билдәле булды. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (ВТО) тупһаһын аша атлағас, күрәһең, Мәскәүҙә ОСЭР ишеген ҡағырлыҡ дәрәжәгә еттек, тигән фекергә килгәндәрҙер. Сөнки 1996 йылда уҡ ҡабул итеүҙе һорап тапшырылған ғариза һаман да хәрәкәтһеҙ ята, имеш. «Независимая газета» хәбәр итеүенсә, халыҡ-ара ойошманың генераль секретары Анхель Гурриа, ОСЭР-ға ағза булып инеү өсөн Рәсәйҙә фәҡирҙәрҙе бөтөрөргә һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһе менән етдиерәк шөғөлләнеп, һуңғыһына сығымдарҙы ҡырҡа арттырырға кәрәк, тигән теләк белдергән. Сағыштырыу өсөн: АҡШ-та һаулыҡ һаҡлауға тулайым эске продукттың (ВВП) 16 проценты күләмендә сығым бүленһә, Рәсәй Федерацияһында ул 4 процентҡа ла етмәй. Гурриа хатта фәҡирлекте бөтөрөүҙең бер юлын да атаған: йән башына һалымдың әлеге «яҫы шкала»һынан баш тартып, килем артыуға ҡарап, күтәрелә барған прогрессив ысулды индерергә. Әйткәндәй, был яңылыҡ түгел, 2011 йылда РФ Дәүләт Думаһына һай­лау­ҙарға әҙерлек ваҡытында «Ғәҙел Рәсәй» сәйәси фирҡәһе был пункт­ты үҙенең сәйәси платформаһына ла индергәйне. Ләкин мандаттарҙы ҡулға алыу менән фирҡәселәр был турала бөтөнләй онотто. Был хәлгә, бәлки, РФ Президенты Владимир Путиндың яйы сыҡҡан һайын, «әгәр ҙә беҙ прогрессив һалым индерһәк, эш хаҡын конвертҡа һалып» (һалымдан ҡасыу өсөн) түләй башлаясаҡтар, тигән фекере лә йоғонто яһағандыр.
Прогрессив һалым Европа илдәренең барыһында ла алына. Сөнки социаль ғәҙеллеккә өлгәшеүҙең башҡа юлы әлегә уйлап табылмаған. Мәҫәлән, Италия Респуб­ликаһының 1947 йылда уҡ ҡабул ителгән конституцияһында, хосуси милек бурыстар барлыҡҡа килтерә, тигән пункт юҡҡа ғына индерелмәгән.
Юғары даирәләрҙә, шул иҫәптән парламентта ла прогрессив һалым­ға мөнәсәбәттәрҙе асыҡланыҡ. Ә ябай граждандар был хаҡта нимә уйлай? Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ФОМ) мәғлүмәттәренә ярашлы, граждандарҙың 54 проценты, килеме юғары булған граждандар һалымды ла күберәк түләргә бурыслы, тигән ҡараш белдергән. Коммунистар фирҡәһе яҡлылар араһында был күрһәткес хатта 66 процент! Ни өсөндөр ошо юл менән ҡаҙнаға һалымды күберәк йыйырға мөмкин, тип иҫәпләүселәр 15 проценттан артмай. Ә бит һалым тап шул маҡсат – ҡаҙнаны тулыландырыу өсөн йыйыла.
Европа Советы, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы булып иҫәпләнгән Рәсәй Федерацияһының, шул илдәрҙә ҡабул ителгән ҡағиҙәләр буйынса эш итергә бурыслы булып та, уларҙы инҡар итергә маташыуы аңлашылмай. Бәлки, был даирә­ләр­ҙә һаман да, Рәсәйҙең үҫеш юлы башҡаларҙыҡына оҡшамаған, беҙ үҙебеҙгә оҡшағанса эш итәбеҙ, тигән принципты өҫтөн күреүселәр өҫтөнлөк итәлер? Ул саҡта ниңә халыҡ-ара ойошмаларға һоранып инеп, күҙ буяу менән шөғөлләнергә? Ләкин прогрессив һалымды оҙаҡ тотҡарлап булмаясаҡ. Хәҙер был турала фекерҙәр йышыраҡ һәм ҡыйыуыраҡ яңғырай.

Мәхмүт ХУЖИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға