«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Коммуналь түләүҙәргә хаҡты «ауыҙлыҡлап» булырмы?



01.03.2013 Коммуналь түләүҙәргә хаҡты «ауыҙлыҡлап» булырмы?

Күп фатирлы йорттарҙа коммуналь түләүҙәр өсөн яңы ҡағиҙәләр индерелеүе халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Идара итеүсе компаниялар, түләү квитанцияларына ОДН (дөйөм йорттоң ҡулланыуы өсөн түләүҙәр) тигән яҙыу индереп, айырым хеҙмәт күрһәтеү өсөн түләүҙәр талап итә. Һыуына, газына иҫәпләү приборҙары ҡуйғандар айына үҙҙәренең күпме тотонғанын белә, шуға ла һыуға ОДН өсөн һәр йорттан өсәр, дүртәр тапҡырға артығыраҡ түләттереүгә һис тә риза түгел. Бер туғыҙ ҡатлы йорттан ғына ОДН өсөн 27 мең һумдан ашыу аҡса йыйыла. Тотош ҡала буйлап күпме йыйылғанын иҫәпләһәң, был сумма миллион һумға тиклем барып етә. Өҫтәүенә, идара итеүсе компаниялар халыҡҡа күренмәгән сығымдарҙы ла ошо ОДН төшөнсәһенә индереп ебәрә. Дөйөм алғанда, коммуналь түләүҙәр 15 процентҡа тиклем артып киткән.
РФ Президенты Владимир Путин яңыраҡ ҡапыл ғына артып киткән хаҡтарҙы «ауыҙлыҡлар­ға» ҡушты, тарифтар йылына 10 – 15 проценттан артмаҫҡа тейеш, тип белдерҙе.
ОДН-ға ҡарата беҙ ҙә халыҡтың фекерен ишетергә булдыҡ. Улар коммуналь түләүҙәр өсөн хаҡтарҙың артыуына нисек ҡарай икән?

Наилә ВӘЛИЕВА, уҡытыусы:
– «Хрущевка»лағы 30 квадрат метрлы фатирыма был айға 1800 һумға квитанция килгән. Минеңсә, был сумма бик күп. Һыуға мин сығым аҙ китһен өсөн иҫәпләү приборы ҡуйҙырғанмын. Әммә өс күршемдә лә иҫәпләү приборы юҡ. Йортобоҙҙа күптәр счетчик­һыҙ йәшәй. Халыҡты уларҙы ҡуйыр­ға мәжбүр итергә кәрәк. Үҙҙәре өсөн файҙалы бит. Ни эшләп беҙ башҡалар өсөн түләргә тейеш әле?

Х. НОҒОМАНОВА, пенсионер:
– Өс бүлмәле фатирымды балаларыма ҡалдырып, Өфө янындағы баҡсабыҙға йорт һалып сыҡтыҡ. Ул электр менән йылытыла. Һыу үҙебеҙҙең ҡоҙоҡтан килә. ҡышҡы миҙгелдә юлды таҙартҡан өсөн биш айға ике мең һум аҡса китә. Шәхси йортта йәшәү ҡала ерендә күпкә осһоҙораҡҡа төшә, минеңсә. Сөнки балалар өс бүлмәле фатир­ға ай һайын дүрт мең һум аҡса түләй.

Әлфиә МАЛИКОВА, пенсионер:
– Дүрт ай эсендә ОДН арҡаһында фатир­ға түләү хаҡы 700 һумға артты. Февраль айында ОДН-дың һыуыҡ һыуы һәм һыу биргән өсөн 437 һум аҡса түләнек. Беҙҙең кеүек фатирҙа йәшәгән күршем 380 һум түләгән. Беҙҙә – дүрт кеше, уларҙа ике кеше теркәлгән. ЕРКЦ хаҡтарҙы билдәләгәндә нимәгә таянып эш итәлер?.. Беҙгә, пенсионерҙарға, коммуналь түләүҙәр ныҡ кеҫәгә һуға.

Эльвира МИНҒАЗОВА, юрист:
– Граждандар ваҡытында коммуналь түләүҙәр өсөн иҫәпләшергә тейеш. Әгәр ҙә ОДН өсөн күп хаҡ алалар тип һанайһығыҙ икән, идара итеүсе компанияға, был сумманың нисек иҫәпләнеүен асыҡ күрһәтеүҙе һорап, ғариза яҙығыҙ. Һәр йорт дөйөм йорт ҡулланыуы – ОДН өсөн хаҡтарҙы үҙе контролдә тоторға тейеш. Юғиһә ябай кешеләр­ҙең аҡсаһы менән идара итеүсе компанияларҙы ғына байытасаҡбыҙ.

З. ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға